Балатон

Ба́лато́н (венг. Balaton, нем. Plattensee, словак. Blatenské jazero, слов. Blatno jezero, лат. Pelso) — Венгрияның көнбайышындағы күл, Урта Европала иң ҙуры. Балатондың яр буйҙары — Венгриялағы тоҙло һәм йылы һыу сығанаҡлы курорт төбәге. Балыҡсылыҡ үҫешкән.

Дөйөм мәғлүмәт

География

Балатон күле Урта Дунай тигеҙлегендәге Баконь тауының көньяҡ-көнсығыш итәге буйлап һуҙылған тектоник сығышлы соҡорҙа ята. Күлдең төньяҡ-көнсығыш осонан алып Будапештҡа тиклем 100 километр.

Майҙаны 594 км², оҙонлоғо — 79 км, киңлеге 1,2-12,4 км самаһы. Диңгеҙ кимәленән 104 метр бейеклектә. Уртаса тәрәнлеге 3,6 метр, максималь — 12,5 метр. Яр оҙонлоғо 236 километр, һыу күләме 1,9 км³, һыу йыйыу майҙаны — 5181 км².

Балатон көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай ныҡ һуҙылған оҙонса формала. Көньяҡ яры тигеҙ; төньяғында бик үк тәрән булмаған бер нисә ҡултыҡ һәм Тихань ярымутрауы бар. Күлдең иң тар урыны 1,2 километр.

Гидрография

Балатондың үҙенсәлеге уның сағыштырмаса һай булыуында. Күлдең уртаса тәрәнлеге 3 метр, иң тәрән урыны Тихань ярымутрауындағы сөңгөл (12,5 метр).

Күлдең төбө ваҡ ҡомло. Һыу тиҙ йылына, йәй көндәрендә уртаса температура 21-22 °C, ҡайһы ваҡытта 26 °. Күлдең һыуы таҙа, асыҡ йәшел төҫтә.

Балатонға бик күп ваҡ йылғалар ҡоя, иң ҙуры Зала; күлдән Шио йылғаһы ағып сыға һәм Дунайға ҡушыла.

Ярҙары

Баконь тауы яғындағы төньяҡ ярҙары бейек һәм текә, урыны менән ағаслы. Башҡа яҡтары тигеҙ һәм һаҙланған.

Атама һәм этимология

Боронғо римдәр күлде Пелсо (лат. Lacus Pelso) тип йөрөткән, тәржемәлә «Һай күл». Дунай буйындағы славяндар уны Блатенске йәки Блатно тип атаған, Blato — «болото», һаҙлыҡ. Был атама бөгөнгө славак һәм словен телдәрендә һаҡланған. Немецса атамаһы — нем. Plattensee, был һүҙҙән урыҫтар Платенское йәки Платтенское тип йөрөткән.

Венгер күлде Balcsi (Балчи) тип атай. Уны икенсе төрлө венгр диңгеҙе тип тә йөрөтәләр.

Тарихы

Балатондың ярҙарында электән төрлө халыҡтар йәшәгән: славян, фракий, кельт, герман ҡәбиләләре.

  • Беҙҙең эраның I быуатында был ерҙәрҙе римдәр биләгән һәм Паннония провинцияһын булдырған.
  • VI быуатта аварҙар йәшәүе билдәле.
  • 500—700 йылдарҙа роман-славян-авар ҡушма сығышлы кестел мәҙәниәте теркәлә.
  • IX быуатта Аварского ҡағанаты ҡолағас, Балатон тирәләй славяндар ултыра, улар Блатен кенәзлеген булдыра — баш ҡалаһы Зала йылғаһы буйында Блатноград була (хәҙер Залавар ауылы).
  • X быуат башында был ерҙе венгрҙар баҫып ала. 1019 йылда изге Иштван Залаварҙа аббатлыҡ төҙөй, уның короле Андраш I 1055 йылда Тихань ярымутрауындағы аббатлыҡҡа нигеҙ һала.
  • XVI быуатта Балатондың төньяҡ яры буйлап бер нисә ҡәлғә төҙөлә.

Балатонда туризм XVIII быуаттан башлана. Яр буйындағы бәләкәй ауылдар тиҙ арала курорт ҡалаларына әйләнә. Ял итеүселәрҙе тәүҙә шифалы һыу сығанаҡтары йәлеп итә, аҙаҡ күлдә һыу инеүҙе киң ҡуллана башлайҙар. 1846 йылда Балатонда судно транспорты асыла. XIX быуат аҙағына тимер юл төҙөлгәс, туризм тағы ла тиҙерәк үҫешә башлай.

1940—1945 йылдарҙағы һуғыштан һуң Балатонда туристик индустрия яңынан тергеҙелә.

Климат

Төбәктең климаты тыныс континенталь, май уртаһынан сентябрь аҙағына тиклем оҙайлы йылы йәй хас. Ҡыш сағыштырмаса йомшаҡ, шулай ҙа йыл һайын күл һыуы туңа. Боҙ ҡалынлығы 10-20 сантиметр, ҡайһы саҡ 70-сантиметрға еткән мәлдәр теркәлгән. Күлдә елкәнле спортҡа, бәләкәй судноларға хәүефле көслө елдәр була.

Иҫтәлекле урындар

Тихань

Балатон күлендәге иң ҙур ярымутрау. Уның майҙаны 12 км², күл эсенә 5 километр самаһы һуҙылған һәм уны ике өлөшкә бүлеп ята. 1952 йылдан дәүләт һаҡлауына алынған. Ярымутрау вулкан һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, уның ярҙары текә, мәңге йәшел ағастар менән ҡапланған. Ярымутрауҙың уртаһында ике күл бар — Кюльшё-то (Тышҡы) һәм Бельшё-то (Эске) — улар һүнгән гейзер соҡорҙары менән уратып алынған. Күл ярҙары ҡамышлы, тәрәнлеге 2-3 метрҙан артмай. Тихань күлдәрендә төрлө һыу ҡоштары оя ҡора.

Киш-Балатон

Киш-Балатон (Кесе Балатон) — Балатондан Кестхей ҡалаһынан алыҫ түгел көньяҡ көнбайышҡа табан һуҙылған Зала йылғаһы тамағындағы батҡаҡ урын, һаҡлаулы ҡурсаулыҡ. Ҡасандыр Киш-Балатон Зала йылғаһы өсөн таҙартыусы ролен үтәгән. XX быуат башында Зала йылғаһын бороп, канал ярҙамында Киш-Балатондан ситкә ебәрәләр, һөҙөмтәлә, был Оло һәм Кесе Балатондың экосистемаһына насар тәьҫир итә. Проблема XX быуаттың 80-се йылдарында йылға батҡаҡлыҡтарын яһалма тергеҙеп хәл ителә. Кесе Балатон аист, сел, ҡыр ҡаҙҙары һәм өйрәктәре кеүек ҡоштар өсөн уңайлы урын. Был биләмә ныҡлы һаҡ аҫтында, шулай ҙа ҡурсаулыҡтың бер өлөшө, йәғни Каньявари утрауы килеүселәргә асыҡ. Кестхей ҡалаһында Балатон күленең музейы булдырылған.

Балатон яны ҡалҡыулығындағы милли парк

Төп мәҡәлә: Национальный парк Прибалатонской возвышенности

Венгрияның ун паркының береһе, 1997 йылда булдырылған. Ул Балатонфюредтан күлдең төньяҡ яры буйлап Кёстхейға тиклем Баконь тауҙарында ята. Милли парктың биләмәһе башлыса таулы, ланшафы вулканлы. Бында һүнгән вулкандар, гейзерҙар күп. Иң ҙур базальт «орган» Сент-Дьёрдь тауында урынлашҡан. Был тау аша Таполец тауында ер аҫты күлдәренә бай мәмерйә бар. Ул 1903 йылда табыла. Паркка махсус һалынған һуҡмаҡтар илтә. Милли паркка Тихань ярымутрауы менән Киш-Балатон да индерелгән.

Хевиз күле

Төп мәҡәлә: Хевиз (озеро)

Будапештан 210 км, Кестхейҙан 6 км алыҫлыҡта (Балатон күленең төньяҡ-көнбайыш осо) Хевиз ҡалаһы янында ята. Хевиз күле Европалағы иң ҙур термаль күл. Ул һүнгән вулкан соҡоронда урынлашҡан. Майҙаны — 4,7 га, тәрәнлеге — 40 метрҙан ашыуыраҡ, һыу температураһы йәйен 34 градус, ҡышын 26 градус тирәһе. Ҡайнар минераль һыу сығанағы күл төбөндәге 18 м диаметрлы мәмерйәнән сыға.

Күлдең һыуы шифалы, төбөндәге батҡаҡ та дауалау көсөнә эйә, һыу өҫтөндә лотостар үҫә. Хевиз күленән Балатонға һыу ҙур булмаған үткәүел аша ебәрелә. Күлдең шифаһын римдәр заманында уҡ белгәндәр. Бөгөн ул Европалағы киң илдәле курорттарҙың береһе.

Лоци мәмерйәһе

Балатон янындағы иң ҙур мәмерйә, уның оҙонлоғо 100 метрҙан ашыу. Балатонфюредтан төьяҡҡараҡ, Тамаша тауы итәгендә урынлашҡан. Мәмерйәне 1892 йылда табалар, 1934 йылдан килеүселәр өсөн асыҡ. Төбәктәге башҡа мәмерйәләр кеүек эҫе термаль һыуҙың эзбизташты йыуыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Халыҡ йәшәгән урындар

Яр буйында ҙур булмаған бер нисә тораҡ бар, иң ҙурҙары — Балатонфюред, Шиофок һәм Кестхей ҡалалары. Тихань ҡасабаһы Венгриялағы боронғо монастырь менән билдәле.

Балатонфюред

Төп мәҡәлә: Балатонфюред

Балатондың төньяҡ ярындағы курорт ҡала. Курорт даны менән ул XVIII быуатта билдәле була, бындай атама уға 1772 йылда бирелә. Иҫтәлекле урыны — Дьодь майҙанындағы (һаулыҡ майҙаны) минераль күл. 1800 йылда Лайош Кошут залы төҙөлә, унда әле булһа курортҡа килеүселәр һыу эсә. Балатон яры буйлап Рабиндранат Тагор аллеяһы һуҙыла. Һинд шағиры тап ошонда ял иткән һәм аллея уның хөрмәтенә атала.

Шиофок

Төп мәҡәлә: Шиофок

Көньяҡ ярҙағы билдәле курорт. Дунай менән канал менән тоташҡан Шио йылғаһы буйында урынлашҡан. Унда 1863 йылда Балатондағы һыу кимәлен көйләүсе шлюз төҙөлә. Шиофокта боронғо отелдәр, сиркәүҙәр күп. Ҡалала июль айында «Алтын ҡабырсаҡ» тип аталған иң ҙур фольклор фестивале үткәре. Шиофокта билдәле композитор Имре Кальман тыуған.

Кестхей

Төп мәҡәлә: Кестхей

Кестхей — Балатондың көнбайыш ярындағы боронғо ҡала. Бында архитектура һәйкәлдәре күп. Үҙәк майҙанда 1386 йылда төҙөлгән францискан сиркәүе, төньяҡтараҡ — Фештетичтар һарайы. Уның тирәләй матур парк һалынған.

Тихань

Тихань ҡасабаһы — Тихань ярымутрауындағы иң ҙур тораҡ. Иҫтәлекле урыны — изге Аньошаның бенедикт аббатствоһы. Уға 1055 йылда нигеҙ һалынған . Был турала яҙылған тарихи документ латин телендә булыуына ҡарамаҫтан, унда йөҙгә яҡын венгр һүҙҙәре бар. Был иһә уның венгр теленең боронғо һәйкәле тип атарға мөмкинлек бирә. 1060 йылда собор янында аббатлыҡҡа нигеҙ һалған король Андраш I ерләнгән. Хәҙерге ҡорам 1754 йыл барокко стилендә төҙөлгән, ул 1890 йылда төҙөкләндерелә. Сиркәү алдында Андрашу I һәм уның ҡатыны Анастасия Ярославнаға һәйкәл ҡуйылған.

Курорт һәм туристик әһәмиәте

Балатон күле — Венгриялағы төп туристик йүнәлештәрҙең береһе. Ул пляждары, парус спорты, балыҡсылыҡ менән билдәле. Ял итеүселәр тәбиғәт һәм тарихи урындарын ярата.

Ял менән бергә Балатон шифаханалары боронғо дауалау ысулдарын тәҡдим итә. Балатонфюредтағылар кардиология буйынса махсуслашҡан, Хевиз күлендә — һөйәктәр, Милли парк мәмерйәләрендә — мәмерйә һауаһы менән тын юлдары дауалана. Бынан тыш күл ярҙарында минераль һыу сығанаҡтары күп.

Флора һәм фауна

Күлдә 25 төр балыҡ бар. Махсус рөхсәт алып, уларҙы ҡармаҡларға мөмкин. Балыҡсылар һаҙанға өҫтөнлөк бирә. Балатонда шулай уҡ аҡҡоштар күп, улар ҙа күҙәтеү аҫтында. Яр буйҙарында, айырыуса Кесе Балатонда һәм Тихань ярымутрауының күлдәрендә төрлө ҡоштар оя ҡора. Каполнапуст (венг. Kápolnapuszta) ауылы янындағы ҡурсаулыҡта буйвол аҫырайҙар. Ҡурсаулыҡ — был хайуанды осратырға мөмкин булған Европалағы һирәк урындарҙың береһе.

Балатон менән Киш-Балатондың ҙур ғына өлөшө ҡамыш менән ҡапланған. Ҡамышлыҡ экобаланс тотоуҙа мөһим роль уйнай, унда ҡоштар оя ҡора, балыҡтар ыуылдырыҡ сәсә. Ҡамыш шулай уҡ күл һыуына таҙарыуға ла булышлыҡ итә. Ҡышын ҡамышты урып, сит илдәргә оҙаталар. Әлеге мәлдә үҫемлек күлдең 2 % өлөшөн ҡаплай, XX быуат урталарында был күрһәткес 3 % булған. Шуға күрә лә экологтар ҡамышты ҡырҡыуҙы хупламай.

Транспорт

Күл буйлап судно һәм катамарандарҙа пассажир рейстары ойошторолған. Һыу круиздары өсөн 1891 йылда төҙөлгән Helka пароходы һәм бер нисә судно ҡулланыла. Күлдә егермеләп пристань бар.

Кестхейҙан 11 саҡрым алыҫлыҡта Шармеллек аэропорты бар. Берлин, Цюрих, Штутгарт, Копенгаген, Лондон ҡалаларына даими рейс эшләй. Чартер рейстары Майналағы Франкфурт, Гамбург, Дюссельдорф, Москву ҡалаларына туристик миҙгел мәлендә асыла.

Күлдең төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары буйлап тимер юл үтә, ул Венгрияның эре ҡалаларын бәйләй.

Риүәйәттәр

Күлгә бик күп боронғо легендалар һәм риүәйәттәр бәйле. Мәҫәлән, бер легенда буйынса, күл төбөндә сиркәү бар. Унда туҡтауһыҙ бер ҡыҙ илай. Ул илай икән, тимәк, Балатонда һыу буласаҡ.

Ссылки

Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
Romka
6 June 2016
Bring some bread with you for this magic birds here :)
Aysegul Besli
1 December 2015
So beautiful!
Jelle Van den Eede
7 October 2015
A bit bigger then expected this lake was. Go during sunset times! Driving around it will take more than 5 hours.
Marci S.
19 July 2018
Welcome to the gastronomy hell.
Orsi
22 July 2012
Gyönyörű! :)
Gombos Kálmán
12 February 2016
Mind a négy évszakban megunhatatlan.
Load more comments
foursquare.com

Hotels nearby

See all hotels See all
Hullam Udulopark Apartment

starting $0

Ket Korona Konferencia es Wellness Hotel

starting $177

Hotel Fonix

starting $50

Hotel Francoise

starting $32

Hotel Melis

starting $64

The Beach House

starting $191

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Tihany Abbey

The Tihany Abbey is a Benedictine monastery established at Tihany in

Add to wishlist
I've been here
Visited
Balatonfüred

Balatonfüred is a popular resort town in Veszprém county, in Hungary w

Add to wishlist
I've been here
Visited
Siófok

Siófok is a town in Hungary on the southern bank of Lake Balaton in

Add to wishlist
I've been here
Visited
Kittenberger Kálmán Zoo & Botanical Garden

The Kittenberger Kálmán Zoo and Botanical Garden is located in V

Add to wishlist
I've been here
Visited
Teatro Petőfi (Veszprém)

A Veszprémi Petőfi Színház a város négy színházának egyike. Főépület

Add to wishlist
I've been here
Visited
Tour du feu (Veszprém)

A veszprémi Tűztorony (korábbi nevén Vigyázótorony) egyike Veszp

Add to wishlist
I've been here
Visited
Ĉefepiskopa palaco (Veszprém)

A veszprémi érseki palota Veszprémben a vár egyik legjelentősebb épül

Add to wishlist
I've been here
Visited
Burgo de Veszprém

Veszprém városa a Bakony peremén, mély völgyekkel és függő

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Minnewater

Minnewater or Love Lake is a lake in the center of Bruges, Belgium

Add to wishlist
I've been here
Visited
Jökulsárlón

Jökulsárlón is the best known and the largest of a number of gl

Add to wishlist
I've been here
Visited
Matkasee

Језеро Матка (Шаблон:Јез-мк) је вештачко језеро у Репуб

Add to wishlist
I've been here
Visited
Wolfgangsee

Wolfgangsee is a lake in Austria that lies mostly within the state of

Add to wishlist
I've been here
Visited
Salar de Uyuni

Salar de Uyuni (or Salar de Tunupa) is the world's largest salt flat

See all similar places