Америка тәбиғәт тарихы музейы (English. American Museum of Natural History) — Манхеттенда (Нью-Йорк, АҠШ) урынлашҡан донъялағы иң ҙур музейҙарҙың береһе.
Парк зонаһы менән музейҙың 46 экспозиция залы булған 25 бергә тоташҡан бинаһы, тикшереүҙәр үткәрә тоған лабораторияһы, китапханаһы бар.
Музейҙың 32 миллиондан артыҡ экспонаты бар, уларҙың тик аҙ өлөшө генә бер юлы күрһәтелә ала . Музейҙа 200-ҙән артыҡ кеше эшләй, музей йыл һайын 100-ҙән артыҡ экспедицияны спонсорлай.