Тоҙ шахтаһы (Величка)

Величка тоҙ шахтаһы — Польшаның Величко ҡалаһындағы таш тоҙ ятҡылығы, ул XIII-ХХ быуаттар буйына эшкәртелгән. Тоҙ шахтаһы 7 быуат дауамындағы ысулдар һәм технологияларҙың үҫеше сағылдыра. Шахта 57-198 метр тәрәнлектәге ер аҫты коридорҙарынан ғибәрәт.

1978 йылдан алып тоҙ шахтаһы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән.

Тарих

Величкалағы тоҙ ятҡылы яҡынса 15 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән һәм миоцен формацияһына ҡарай. Оҙонлоғо 10 км һәм 0,5- 1,5 км киңлегендәге тоҙ һыҙаты Карпат тауҙарының көнсығышынан көнбайышына табан һуҙылған.

1044 йылда уҡ I Казимир Величкалағы тоҙ ятҡылығына өҫтөнлөктәр бирә, уларҙы «magnum sal alias Wieliczka» тип атай, XIV быуатта тоҙ сығарыу һәм уны ер аҫтынан ташыу ҡул менән башҡарыла, ә шахтанан тоҙ күтәреү — махсус валдар ярҙамында башҡарылған. Киләһе быуатта вал горизонталь тәгәрмәс менән алмаштырылған һәм тәгәрмәсте башта кеше, аҙаҡ ат көсө менән әйләндергәндәр. Табыш һәм килем етештереүҙең механизациялау күләме артыуы арҡаһында табыш та артҡан, был ваҡытта шахтаны соҡой башлағандар.

Польшаны 1772 йылда австриялылар баҫып ала, шунлыҡтан артабан король тоҙ сығарыу монополияһы юҡҡа сығаа. Австрия тау эштәре оҫталары ер аҫты эшен механизациялай: ҡул дрелдәре пневматик дрелгә алмаштырыла. Тоҙ тирмәне һәм пар менән күтәреү машинаһы барлыҡҡа килә. 1912 йылда механизацияланған тоҙ ҡайнатҡыс барлыҡҡа килә. Фашист оккупацияһы ваҡытында шахтала хәрби техника етештереү буйынса ер аҫты ҡалаһы төҙөргә ынтылыш була.

XХ быуаттың икенсе яртыһында шахтала эш туҡтатыла, туристик маршруттар боҙола. 1950 йылдар аҙағында беренселәрҙән булып шахтала хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса эштәр башлана.

XVI быуат башында тоҙҙоң дауалау үҙенсәлектәре билдәле була. 1826 йылда уны тоҙ ванналарында дауалауҙа әүҙем ҡуллана башлайҙар. 1939—1955 йылдарҙа табиб Феликс Бочковский үҙе уйлап тапҡан тоҙ һыуалғыстарында тоҙ менән 36 сирҙән дауалай. 1958 йылда табиб Мечислав Скулимовский инициативаһы менән бронхиаль астма, бронхылар шешеүҙән һәм аллергия тымауынан шахтала сирлеләрҙе дауалай башлайҙар. Ул нигеҙ һалған шифахана әлегә тиклем эшләй.

Туризм

XV быуатта Величкалағы тоҙ шахталарын илдең элиталы кешеләренә күрһәтә башлайҙар XVI быуат аҙағына тиклем уларға тоҙ шахтаһына бары тик король рөхсәте менән генә төшөргә рөхсәт ителгән..

XVIII быуатта шахта олонона баҫҡыстар яһап ҡуйғандар, был шахтаға туристар төшөүен күпкә ябайлаштырған. XVIII быуат аҙағында шахтала көн һайын бер нисә тиҫтә турист була, ә XIХ быуат башында туристар һаны бер нисә йөҙгә етә. Австриялылар туристар һанын арттырыу өсөн шахтаның икенсе һәм өсөнсө кимәлдәрен асҡандар, шахта коридорҙарын обелиск һәм һәйкәлдәр менән йыһазландырғандар.

ХХ быуат башында бер көн эсендәге туристар һаны бер юлы 100 кеше булған. Туристарҙы оркестр музыка уйнап ҡаршы алған. Бынан тыш, төркөмләп фотоға төшөү мөмкинлеге булған.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа туристар һаны арта бара. 1950 йыл шахтала йыл һайын 200 меңдән ашыу кеше була, 1970-се йылдарҙың беренсе яртыһында — 750 мең кеше, ә 1981 йылғы кризистән һуң — 600 мең кеше була. Был ваҡытта шахтала ремонт үткәрелә һәм сувенирҙар һатыу үҙәге төҙөлә.

1978 йылда ЮНЕСКО тарафынан тоҙ шахтаһы бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә. Шахталағы дымлылыҡ проблемаһы 1989 йылда шахтаның юҡҡа сығыу ихтималы объекттарының исемлеге аҫтына ҡуя. Дымлылыҡты кәметеү тоҙ скульптураларын һаҡлауға мөмкинлек бирә һәм 1998 йылда шахта хәүеф янау объекттары исемлегенән сығарыла.

Иҫтәлекле урындар

Тоҙ шахтаһындағы туристик маршрутҡа 20-нән артыҡ төрлө камералар һәм сиркәү индерелгән.

Данилович шахтаһы олоно. 1635—1640 йылдарҙа соҡолған. Олон тоҙ ташыу өсөн оҙаҡ ваҡыт хеҙмәт итә. ХIХ быуатта олон буйынса туристарҙы һәм эшселәрҙе ташыуҙы тормошҡа ашыралар.

Николай Коперник камераһында ғалимдың скульптураһы бар. Камера 1875 йылда барлыҡҡа килә.

Изге Антоний сиркәүе йәшел тоҙ киҫәктәрендә XVII быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Сиркәүҙең беренсе хеҙмәте 1698 йылда үтә.

Бөйөк Казимир камераһы 1968 йылда барлыҡҡа килгән. Бөйөк Казимир тоҙ сығарыу тураһында указ сығарып, тоҙ табыу һәм уның менән сауҙа итеүҙе юлға һалған.

Изге Кинг сиркәүе 1896 йылда шахтер Юзеф Марковский тырышлығы менән булдырылған. Сиркәү 101 метр тәрәнлектә урынлашҡан, уның күләме: оҙонлоғо 54 м, киңлеге — 15-18 м, бейеклеге 10-12 метр.

Һылтанмалар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
Maura Merson
1 November 2013
Reserve moreless 3hrs for a standart trip, exercise your legs before - there are >700 steps to take; ask about new types of trips - a special one for kids or a longer one for real salt miners (age 7+)
Grazyna O
12 September 2014
A salt mine with exhibitions showing how the work was done. Guided tours only. Good for families with kids or for school classes. There is also a church carved in the salt. You will be impressed:-)
Dwayne Charrington
11 January 2014
The mine is hundreds of metres deep. If you do the tour, you go 135m underground... All by stairs. Not for the old or faint hearted. You return by a miners lift that goes 3 metres a second though.
Leanne
19 April 2016
Take the train from Kraków Głowny to Wieliczka Rynek-Kopalnia to get here. Costs around £17 to get in and tours in many languages, takes around 2.5 hours for the tourist route. Extra 10zł for cameras.
Madison
29 July 2015
Absolutely amazing place! Some of the displays are a bit naff but overall, so beautiful and strange. The underground chapels are impressive & beautiful. 10zl for a photo license though.
Laura Nisbet
27 November 2014
This is a really interesting place - so much craftsmanship, it's impressive! Only issue is, the tour is slightly too long, it's a bit drawn out. There is also only 1 small lift to get everyone out!
Load more comments
foursquare.com

Hotels nearby

See all hotels See all
Grand Sal

starting $80

Turówka Hotel & Spa

starting $80

Hotel Lenart

starting $54

Hotel Solny

starting $41

Hotel Galicja

starting $99

O?rodek Us?ug Hotelarskich Kinga

starting $22

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Żupny Castle

Żupny Castle is a Gothic castle, the former headquarters of the

Add to wishlist
I've been here
Visited
Krakus Mound

Krakus Mound (Polish: Kopiec Krakusa) is a tumulus located in the

Add to wishlist
I've been here
Visited
Wanda Mound

Wanda Mound (Polish: Kopiec Wandy) is a tumulus located in Mogiła

Add to wishlist
I've been here
Visited
Oskar Schindler's Enamel Factory

Oskar Schindler's Enamel Factory (polski. Fabryka Emalia Oskara

Add to wishlist
I've been here
Visited
Museum of Contemporary Art in Kraków

The Museum of Contemporary Art in Kraków, short MOCAK, (Polish:

Add to wishlist
I've been here
Visited
Galicia Jewish Museum

The Galicia Jewish Museum ( Żydowskie Muzeum Galicja) is located in

Add to wishlist
I've been here
Visited
Muzeum Inżynierii Miejskiej w Krakowie

The Museum of Municipal Engineering in Kraków or the Muzeum

Add to wishlist
I've been here
Visited
Ethnographic Museum of Kraków

The Seweryn Udziela Ethnographic Museum of Kraków (polski. Muzeum

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Тоҙ шахтаһы (Бохня)

Бохнялағы тоҙ шахтаһы (XIII быуаттан 1772 йылға тиклем Краков жупаһы

Add to wishlist
I've been here
Visited
Ellora Caves

Ellora (वेरूळ) is an archaeological site, 30 km (18.6 miles) from the

Add to wishlist
I've been here
Visited
Bhimbetka rock shelters

The Bhimbetka rock shelters compose an archaeological site and World

Add to wishlist
I've been here
Visited
Salt Cathedral of Zipaquirá

The Salt Cathedral of Zipaquirá (Spanish: Catedral de Sal de

Add to wishlist
I've been here
Visited
Karaca Cave

Karaca Cave (Turkish: Karaca Mağarası) is a network of caves l

See all similar places