Владимир Высоцкий һәйкәле (шулай уҡ Шағир гитара менән) — шағир һәм актер Владимир Высоцкий хөрмәтенә скульптура. Мәскәүҙә Петр ҡапҡаһынан алыҫ түгел, Страстной бульварҙа урынлашҡан.
Монумент ҡуйырға рөхсәт алыуға Владимир Высоцкийҙың коллегаһы, совет артисы Борис Хмельницкий өлгәшә. Шағирға һәйкәлде Страстной бульварҙа Петр ҡапҡаһы янында урынлаштырыу шағирҙың дуҫы Валерий Янклович идеяһы булып тора. 1963 йылда Высоцкий ошо шиғыр юлдарын яҙған:
И хотя во все светлое верил
—
Например, в наш советский
народ,— Но я не жалею! «У меня было сорок фамилий»
|
Яңы монумент был шиғыр юлдарына антитеза булып тора. Уны булдырыу өҫтөндә архитектор А. В. Климочкин һәм скульптор Г. Д. Распопов эшләй. Композиция шағирҙы ҡулдарын йәйеп ебәргән һәм ҡарашы күккә төбәлгән итеп һүрәтләй, уның арҡаһында — гитара. Скульптураның төп нөсхәһен 1979 йылда Распопов эшләй, урынлаштырыу өсөн бронза фигура 1994 йылда ҡойола, уның бейеклеге — ике метр ҡырҡ сантиметр.
Һәйкәл 1995 йылдың 25 июлендә Владимир Высоцкийҙың вафат булыуының 15-йыллығына асыла.Тантанаға уның күп кенә дуҫтары һәм ижадын һөйөүселәр йыйыла. Скульптура янында йыл һайын Высоцкийҙың шиғырҙары һәм йырҙары менән хәтер кисәһе үтә.