«Тула прәниге» — Туланың тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәренең төрлөлөгөнә һәм прәник етештереүенә арналған музей.
Музей 1996 йылда ҡалала ҡорал һәм самауыр эшләүсе ағалы-энеле Лялиндарҙың элекке флигелендә урынлашҡан. Прәник цехы һәм магазин ошо уҡ бинала урынлашҡан.
Музей экспонаттары булып төрлө формалағы прәник таҡталары тора, уларҙың күбеһе электән билдәле кондитер Сериков, Гречихин, Белолипецкий, Козловтарҙыҡы булған, музейҙа шулай уҡ прәник ҡаптары, фртоһүрәттәр һәм тула прәникселәренең көнкүреш әйберҙәре һәм прәниктең үҙе, Рәсәйҙең иң бәләкәй һәм иң ҙур прәниге, ҡуйылған. Шулай уҡ музей экспонаттары прәник эшләүҙең боронғо традициялары тураһында һөйләй (мәҫәлән, мыҫҡаллы үлсәгес). Экспозицияла мөһим тарихи ваҡиға хөрмәтенә эшләнгән: юбилей хөрмәтенә, Куликово һуғышына, Иван Сусанин батырлығына, 1812 йылда ватан һуғышына, 1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы геройҙарына, «Герой» прәник, «Варяг» крейсеры матростарына Николай II батшалыҡҡа ингән ваҡытта бүләккә етештерелгән прәниктәр ҡуйылған. Музей коллекцияларында шулай уҡ йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәре өсөн: фәрештә көнөнә, туйға һәм кешене ерләү һыйына — әҙерләнгән прәниктәр бар.
Бөтә экспонаттар ике бүлмәлә урынлашҡан. Музейҙа сәй эсеүҙәр үткәрелә, уның ваҡытында туристарға яңы ғына бешерелгән прәниктәр ауыҙ иттерелә һәм уларға шоколад миҙалдар бирелә