Суэ́ц кана́лы (ғәр. قناة السويس, Qanā al-Suways) — Египеттағы судно йөрөтөү өсөн шлюз. Урта диңгеҙҙе Ҡыҙыл диңгеҙ менән тоташтыра.
Канал тирәһе ике материктың, Африка менән Евразияның шартлы сиге булып иҫәпләнә. Һинд океаны һәм Урта диңгеҙҙе тоташтырыусы иң ҡыҫҡа һыу юлы (альтернатив маршрут 8 мең км). Суэц каналы 1869 йылдың 17 ноябрендә суднолар юлы булараҡ асыла.Төп порттары: Порт-Саид һәм Суэц.