Са́йма (фин. Saimaa, швед. Saimen) — Финляндиялағы иң ҙур күл. Европала майҙаны буйынса дүртенсе сөсө күл. Майҙаны яҡынса 4400 км². Яр һыҙығының оҙонлоғо 15 мең километр. Күлдә 13710 утрау бар, уларҙың дөйөм майҙаны 1850 км² тәшкил итә. Күлдән берҙә-бер сығыусы йылға — Вуокса Ладога күленә ҡоя.
Күлдең тектоник сығышлы котловинаһы боҙланыу осоронда киңәйтелгән һәм тигеҙләнгән. Яҡынса 9 000 йыл элек күлдең бер өлөшө Балтик диңгеҙенең ҡултығы булып торған. Яҡынса 8 000 йыл элек күл тулыһынса Балтик диңгеҙенән айырылған. Сайманан сыҡҡан хәҙерге Вуокса йылғаһының Ладога күленә ҡойоуы 5 000 йыл элек формалашҡан (башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы — 5 700 йыл элек).
1791—1792 йылдарҙа А. В. Суворов күл буйлап хәрбис форпосттар төҙөй. Был осорҙа Рәсәй империяһы һәм Швеция араһындағы сик күл буйлап үткән. Рәсәй һалдаттары һәм төбәктәге кешеләр күлдең эске өлөштәрендәге ҡултыҡтарҙы тоташтырыусы 4 бәләкәй канал төҙөй: Кутвеле, Кяюхкяя, Куконхарью һәм Телатайпале. Саймалағы башҡа каналдар көнсығыш Финляндияның бәләкәй күлдәре менән тоташтыра һәм һыу юлдары селтәрен барлыҡҡа килтерә. 1856 йылда Сайма күлен Фин ҡултығы менән тоташтырыусы Сайма каналы төҙөлә.
Күлдә балыҡтар бик күп.
Сайма күлендә юҡҡа сығыу хәүефе янаған сайма нерпаһы тереклек итә, уның иҫәбе 2012 йылғы баһалама буйынса 310 зат тәшкил итә.
Яр буйҙарында асбест ятҡылыҡтары бар.