Путра мәсете йәки малай телендә Masjid Putra — Малайзия штатының Путраявы ҡалаһындағы төп мәсет. Мәсет 1997 йылда төҙөлә башланған, һәм ике йылдан һуң, 1999 йылда төҙөлөп бөткән.
Мәсет премьер-министр Канцелярияһы һәм Путраява яһалма күле янында урынлашҡан. Мәсет алдында Малайзия дәүләтенең бөтә штаттарының флагтары элеп ҡуйылған.