Потала

Потала һарайы (тиб.: པོ་ཏ་ལ, ҡыт. 布达拉宫)[1] — ҠХР Тибет автономиялы районы Лхасала урынлашҡан батша һарайы һәм будда ғибәҙәтхана комплексы. Ҡала өҫтөнән күтәрелеп торған бейек ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Һарай комплексының дөйөм майҙаны 360 мең м2 тәшкил итә.

Ҡытайҙың Тибетҡа баҫып инеүенән һуң, 1959 йылда Далай-лама XIV илдән мәжбүри сығып китә һәм Һиндостанда (Дарамсала) сәйәси һыйыныу таба. Шуға тиклем һарай Дала-ламаның төп резиденцияһы була.

Бөгөн Потала һарайы музей булып, туристарҙың әүҙем йөрөү урыны һанала. Шул уҡ ваҡытта ул буддистарҙың ғибәҙәт ҡылыу, будда йолалар үткәреү урыны булып ҡала. Ҙур мәҙәни, дини, тарихи һәм художестволы әһәмиәтен иҫәпкә алып, 1994 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә. 2001 йылда "тарихи Потала һарайы ансамбле"нә Далай-ламаның йәйге резиденцияһы, һарайы һәм Норбулинка паркы ла ҡушыла.

Тарихы

Бында 637 йылда Тибет батшаһы Сонцген Гампо тәүге бинаны үҙенең ғәҙәттә медитация үткәргән урынында ҡора. Лхасуҙы баш ҡала итергә уйлағас, ул һарай төҙөй. Ҡытай принцессаһы Вень Чен менән никахлашҡас, һарайҙы 999 бүлмәгә тиклем ҙурайта, диуар төҙөтә һәм уратып үтә торған канал ҡаҙа. VIII быуаттың икенсе яртыһында һарайға йәшен эләгә һәм ағастан төҙөлгән ҡоролмалар яна, артабан үҙ-ара ғауға арҡаһында һарай емерлә. Әлеге ваҡытта Чогьял Друпук (Chogyel Drupuk) мәмерйәһе һәм Пхакра Лхакханг (Phakpa Lhakhang) залы ғына һаҡланып ҡалған.

Хәҙергә көндәге һарай, Далай-ламаның V инициативаһы буйынса, 1645 йылда төҙөлә башлай. 1648 йылда Аҡ һарай (Потранг Карпо) төҙөлөп бөтә, һәм Потала далай-ламаларҙың ҡышҡы резиденция сифатында ҡулланыла башлай. Ҡыҙыл һарай (Потранг Марпо) 1690 һәм 1694 йылдар арауығында төҙөлөп бөтә. Һарайҙың исеме бодхисаттва Ченрези (Авалокитешвара), ерҙәге вәкиле далай-лама, йәшәүсе легендар Потала тауы исеменән алынған булырға тейеш.

Грандиоз төҙөлөштә Тибеттан, Непалдан һәм Ҡытайҙан үҙ заманының иң яҡшы оҫталары ҡатнаша.

Архитектураһы һәм урынлашыуы

Һарай Ҡыҙыл ҡалҡыулыҡта (Марпо Ри) 3700 м бейеклектә лхас үҙәне уртаһында урынлашҡан. Террасалар, ҡыйыҡтағы майҙансыҡтар һәм ғибәҙәтханалар арҡаһында, ул бер ҙә ҡәлғә (дзонг) тәҫьораты тыуҙырмай. Тауҙар һыртында үҙенең манаралары, диуарҙары, баҫҡыстары, ғибәҙәтханалары һәм төкәтмәләре менән һуҙылған һарайҙың дөйөм күренеше уникаль художестволы сиселеште күрһәтә. Уның бөйөклөгө һәм матурлығы буддистар, архитекторҙар һәм рәссамдар менән ҡәҙер ителә, сәйәхәтселәрҙе таң ҡалдыра.

Күп һанлы ғибәҙәтселәр изге урынды йолаға ярашлы урап үтеүҙе — коруҙы, ҡалҡыулыҡтағы ғибәҙәтхананы урап башҡара. Кора буйлап бик күп доға барабандары һәм һатыу рәттәре урынлашҡан.

Аҡ һарай

Аҡ һарай йәки Потранг Карпо Потапа һарайының — өлөшө, Далай-лама өсөн йәшәү майҙаны булып тора. Беренсе Аҡ һарай Далай-лама Бишнесе ваҡытында төҙөлгән, 1949 йылда ул унда хөкүмәт менән күсә.. Һуңынан, XX быуат башында, Далай-лама Утыҙынсы ваҡытында, бина хәҙерге размерҙарына тиклем киңәйтелә. Һарайҙа йәшәү биналары, семинариялар һәм типография бар. Һары төҫкә буялған, үҙәк ихата, Деянгшар, лама һәм уның дәрүиштәре йәшәүсе биналарҙы — Ҡыҙыл һарайҙы, дини тәғлимәткә һәм доғаларға арналған изге Потала һарайынан айыра. Һарайҙа һигеҙ Далай-ламаның изге алтын кәшәнә-баҫҡыстары, залдар, мөһим будда яҙмалы китапханалар, мәҫәлән, 108 томлы Ганджур һәм 225 томлы Данджур бар. Аҡ һарай ҙур көнсығыш павильондан, ҡояшлы павильондан, регент һәм остаз Далай-ламаның йәшәү бүлмәләренән, шулай уҡ хөкүмәт эш биналарынан тора. Ҙур көнсығыш павильон официаль церимониялар өсөн ҡулланыла, ҡояшлы павильонда Далай-лама үҙе йәшәгән, эшләгән, изге китаптар уҡыған, идаралыҡ менән шөғөлләнгән.

Ҡыҙыл һарай

Ҡыҙыл һарай йәки Потранг Марпо доға ҡылыу һәм дини йолалар үткәреү урыны булған, унда павильондар урынлашҡан. Айырыуса һигеҙ мемориал баҫҡыстар ҙур әһәмиәткә эйә, шул иҫәптән Бишенсе һәм Утыҙынсы Далай-ламаныҡы.

Баҫҡыстарҙан тыш, һарай буддаларға, бодхисаттваларға, далай-ламаларға, ҡабул итеүҙәр һәм церемонияларға арналған, ҙур һәм бәләкәй залдар (ғибәҙәтханалар) төркөмөнән тора. Залдарҙа ҡиммәтле әйберҙәр һәм ҡомартҡылар — тойоу өсөн киңлек мандалдары, үлгәндәрҙе иҫкә алыу баҫҡыстары, далай-ламаларҙың һәм уҡытыусыларҙың статуялары, хоҙай һәм йидамдар статуялары, йола әйберҙәре, диуарҙарҙа — ҡатмарлы биҙәү системаһы ҡуйылған.

Ғәҙәттә көнбайыш ҙур залда дини церимонялар һәм ҡабул итеүҙәр үткәрелә.

Һарай төҙөлгәнгә тиклем, батша Сонгцен Гампо медитация үткәрәгән Чогьял Друпук мәмерйәһе бик ҙәр әһәмиәткә эйә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Далай-лама
  • Лхаса
  • Норбулинка
  • Тибет тарихы
  • Тибет буддизмы

Һылтанмалар

Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
Ark Saroj
22 July 2016
Very grand. Hard to get tickets if you are a foreigner has to go through your tour guide (which is needed, July 2016) Can't take a photos inside, but over all it's very impressive.
Tenzin Woaber
28 September 2014
Potala palace will be the first thing that will make an assurance that you are in Tibet, if you are starting your Tibet tour from Lhasa. In stood towering above the old Lhasa area
Donny Tam
16 April 2015
No photography inside the temple, and prepare to climb staircase all the way up. Oh ya, required passport to visit this place.
Nam Nắn Nót
23 September 2018
2 gate security check,u only have time 50min for visit all place,no photo allowed inside,a holy air in Red palace,cctv everywhere,giant statue,
Keda Zhu
15 July 2018
西门领券窗口(派出所旁)可领取预约券,正门为南门,东门为团队游客入口。可提前两小时入内参观雪城及布达拉宫珍宝馆,提前半小时必须抵达无字碑扫码检票口(检查预约券),之后上山抵达售票处(凭预约券买票,200元/人)。
Daniel Pérez Rovira
27 October 2013
La residencia de invierno del Dalai Lama. Tiene la parte roja (red palace) destinada para temas religiosos y la parte blanca (white palace) con finalidad administrativa.
Load more comments
foursquare.com

Hotels nearby

See all hotels See all
Shangri-La Hotel Lhasa

starting $145

Joy apartment

starting $49

Four Points by Sheraton Lhasa

starting $64

Lhasa Hotel

starting $94

Jinjiang Inn Lhasa Shanghai Plaza

starting $63

Yunduan International Hotel

starting $0

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Monument to the Peaceful Liberation of Tibet

The monument to the Peaceful Liberation of Tibet stands in the

Add to wishlist
I've been here
Visited
Jokhang

The Jokhang, (Шаблон:Bo; Шаблон:Zh-cp), also called the Qokang,Шабл

Add to wishlist
I've been here
Visited
Norbulingka

Norbulingka (Tibetan: ནོར་བུ་གླིང་ཀ་; Wylie: Nor-bu-gling-ka; sim

Add to wishlist
I've been here
Visited
Sera Monastery

Sera Monastery (Шаблон:Bo-tw; Шаблон:Zh-st) is one of the 'great thre

Add to wishlist
I've been here
Visited
Drepung Monastery

Drepung Monastery (wylie: 'bras spungs dgon ),(literally “Rice H

Add to wishlist
I've been here
Visited
Yerpa

Yerpa (also known as: Brag Yer-pa, Drak Yerpa, Druk Yerpa, Dagyeba,

Add to wishlist
I've been here
Visited
Dazi Bridge

The Dazi Bridge is a one–lane suspension bridge in Dagzê, Tibet. Co

Add to wishlist
I've been here
Visited
Ganden monastery

Ganden Monastery (also Gaden or Gandain) or Ganden Namgyeling is one

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Summer Palace

The Summer Palace or Yihe yuan (Шаблон:Zh-tspl) is a palace in Beiji

Add to wishlist
I've been here
Visited
Chapultepec Castle

Chapultepec Castle (Castillo de Chapultepec in Spanish) is located on

Add to wishlist
I've been here
Visited
Sanssouci

Sanssouci is the former summer palace of Frederick the Great, King of

Add to wishlist
I've been here
Visited
Alcázar of Seville

The Alcázar of Seville (Spanish 'Alcázares Reales de Sevilla' or '

Add to wishlist
I've been here
Visited
Royal Palace of Turin

The Royal Palace of Turin (italiano. Palazzo Reale di Torino) is a

See all similar places