Парфено́н (бор. грек. Παρθενών — ҡыҙ; таҙа) — Афина Акрополендә урынлашҡан Боронғо Греция храмы архитектураһы, антик архитектура ҡоматрҡыһы, Боронғо Афинанаң төп храмы, был ҡаланың һәм бөтә Атиканың ҡурсалаусыһы ғиффәтле ҡыҙ алиһә Афинаға (Ἀθηνᾶ Παρθένος) бағышлап төҙөлгән.
Иктин проекты буйынса архитектор Калликрат Б. э. т. 447—438 йылдарҙа төҙөгән, Б. э. т. 438—431 йыоларҙа Перикл идара иткән осорҙа биҙәлгән. Хәҙерге ваҡытта ярым емерек хәлдә, төҙөкләндереү эштәре алып барыла.
Грек-фарсы һуғышы тамамланғас, Перикл идара иткән осорҙа зиннәтле бай храм төҙөргә ҡарар ителә. Төҙөлөшкә, ул замандағы иң яҡшы художниктарҙы йәлеп итәләр. Боронғо архитекторҙар Иктин проект авторы һәм Калликрата төҙөлөш эштәре менән идара итеүсе булған.
Төҙөлөш башланған ваҡытты ғалимдар мәрмәр таҡта киҫәгенде яҙылған финанс отчёты буйынса билделәгән. Афиналылар өсөн был ҡаҙна урлашыусыларға ҡаршы көрәш ысулы булған. Парфенон Б. Э.Т 446—447 йылда йәйге Ҡояш торошо көнөнән башлап ун йыл буйы төҙөлгән. Беренсе йылда уҡ мәрмәр сығарыу һәм ҡалаға килтереү өсөн аҡса буленгән.
Парфенон классик архитектураның дорик ордеры архитектураһы.
Ул оҙонлоғо 69,5 м һәм киңлеге 30,9 м стилобатта төҙөлгән. Дөйөм бейеклеге 1,5 м өс мәрмәр күтәрмәнән тора һәм ҡыйығы черепица менән ябылған. Көнбайыш фасад яғынан кешеләр өсөн күтәрмәләр эшләнгән. Храм фасад яғынан 8 һәм ҡырыйҙарынан 17 колоннаға таянған.
Колонна бейеклеге 10,4 м, һәр колонна 10—12 барабандан тора. Һәр колоннала егермешәр каннелюра уйып эшләнгән.
Бинанаң эсендә (оҙонлоғо 56 м, киңлеге 21,7 м) 0,7 м бейеклектә ике баҫҡыстан торған амфипростиль урынлашҡан.