Нимруд

Нимруд (ассир. Кальху, бор.-йәһ. Калах) — Месопотамиялағы, хәҙерге Ираҡ территорияһындағы боронғо ҡала. Харабалары Мосул ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышта, Тигр йылғаһы буйында тора.

Атамаһы

Ҡаланың атамаһын Библиялағы батша, Хамдың ейәне Нимрод менән бәйләйҙәр. Тик был атаманы ҡала XIX быуатта Европа археологтарынан ала. Уға тиклем Калах (йәһүдсә) йәки Кальху тип атала. Легендаға ярашлы, бер эшсе ярым үгеҙ, ярым кеше һынын таба һәм уны ҡалаға нигеҙ һалған Нимрод тип уйлай.

Тарихы

Нимрудҡа беҙҙең эраға тиклем XIII быуатта Салманасар I нигеҙ һала, дүрт йөҙ йылдан Ашшур-нацир-апал II батшалыҡ иткәндә Ассирияның баш ҡалаһы ителә. Беҙҙең эраға тиклем 612 йылда мидийҙар һәм халдейҙар тарафынан емертелә.

Ҡаҙыныу эштәрен 1846 йылда инглиз Остин Генри Лэйард башлай. Ҙур һарайҙың һәм ҡәлғәнең ҡалдыҡтары килеп сыға. Алебастрҙан күп һанлы рельефтар һәм фил һөйәгенән ҡырҡып яһалған һындар, шулай уҡ Ҡара обелиск һәм статуялар табыла. 1955 йылда Макс Маллоуэн тарафынан Набу ғибәҙәтханаһында алып барылған ҡаҙыныуҙар барышында шына яҙыулы балсыҡ таҡтаташтар табыла, уларға беҙҙең эраға тиклем 672 йылға ҡараған Ассирия батшаһы ярандарының һәм чиновниктарының ант һүҙҙәре яҙылған була. Был яҙмалар ассирий хоҡуҡиәтен һәм динен өйрәнеү өсөн мөһим әсбап булып тора.

1980-се йылдар аҙағында Ираҡ археологтары Нимрудтан алыҫ түгел дүрт батша ҡәберлегендә беҙҙең эраға тиклем X быуат аҙағына ҡараған зәргәр әйберҙәр тупланмаһын таба. Филигрань һәм ярым затлы таштар менән биҙәлгән алтын алҡалар, йөҙөктәр, муйынсаҡтар, тәрилкәләр, кубоктар һәм көршәктәр нәфислек йәһәтенән, ғалимдар билдәләүенсә, Мысыр фирғәүене Тутанхамон кәшәнәһендәге табылдыҡтарға тиңләшә. Нимрудта кешелек тарихындағы тәүге оптик прибор — Нимруд линзаһы табыла.

2003 йылда Ираҡ һуғышы ваҡытында Америка ғәскәрҙәренең баҫып инеүе һөҙөмтәһендә боронғо ҡала урыны ҙур емертеүҙәргә дусар була.

2015 йылдың 5 мартында ИГИЛ террористик ойошмаһы боевиктары боронғо ҡала харабаларын ауыр техника ҡулланып юҡ итә.

2016 йылдың июнендә боевиктар Набу илаһтың ассирий ғибәҙәтханаһын шартлата. Емертелгән комплекс ике мең йылдан ашыу торған була.

Галерея

Нимрудтың археологик табылдыҡтары

Әҙәбиәт

  • Joan Oates: Nimrud. An Assyrian period city revealed. British School of Archeology in Iraq, London 2001. ISBN 0-903472-25-2

Һылтанмалар

Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
There are no tips nor hints for Нимруд yet. Maybe be you will be the first one to post useful information for fellow travellers? :)

Hotels nearby

See all hotels See all
DoubleTree by Hilton Van

starting $50

Elite World Van Hotel

starting $71

In the Historical Center of Mardin

starting $0

Shmayaa Hotel

starting $96

Dara Konag?

starting $25

Mardius Tarihi Konak

starting $209

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Mar Behnam Monastery

Monastery of the Martyrs Saint Behnam and his Sister Sarah (syr.

Add to wishlist
I've been here
Visited
Dair Mar Elia

Dair Mar Elia (syr. ܕܝܪܐ ܕܡܪܝ ܐܝܠܝܐ, Arabic: دير مار إيليا) (kno

Add to wishlist
I've been here
Visited
Ниневия

Нине́ви́я (ак. Ninwe; яңы арам. ܢܸܢܘܵܐ; йәһ. נינוה‎, Nīne

Add to wishlist
I've been here
Visited
Mashki Gate

Mashki Gate are one of the gates of an ancient Nineveh city in Iraq.

Add to wishlist
I've been here
Visited
Ниневия

Нине́ви́я (ак. Ninwe; яңы арам. ܢܸܢܘܵܐ; йәһ. נינוה‎, Nīne

Add to wishlist
I've been here
Visited
Ниневия

Нине́ви́я (ак. Ninwe; яңы арам. ܢܸܢܘܵܐ; йәһ. נינוה‎, Nīne

Add to wishlist
I've been here
Visited
Mar Oraha Monastery

Saint Oraha Monastery (syr. ܕܝܪܐ ܕܡܪܝ ܘܪܐܗܐ‏), is a Chaldean Catho

Add to wishlist
I've been here
Visited
Ашшур (ҡала)

Ашшур или Ассур (ғәр. اشور‎‎) — боронғо Ассирияның баш ҡ

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Sardis

Sardis, also Sardes (Lydian: Sfard, Greek: Σάρδεις, Persian: سارد S

Add to wishlist
I've been here
Visited
Harran

Harran, also known as Carrhae, is a district of Şanlıurfa Province i

Add to wishlist
I've been here
Visited
Antakya

Antakya (العربية. انطاكية, Anṭākyä; Ελληνικά. Ἀντιόχε

Add to wishlist
I've been here
Visited
Тель-Авив

Категория: 1909 йылда нигеҙләнгән тораҡ пункттар

Add to wishlist
I've been here
Visited
Hierapolis

Hierapolis (Greek: Ἱεράπολις 'holy city') was the ancient Greek cit

See all similar places