Ни́гер (франц. Niger [niˈʒɛʁ], ингл. Niger [ˈnaɪdʒər], ) — Көнбайыш Африкалағы иң мөһим йылға. Оҙонлоғо 4180 км, бассейны майҙаны 2 117 700 км², Африкала параметрҙары буйынса Нил һәм Конгонан ҡала өсөнсө урында тора.
Атаманың нисек килеп сыҡҡаны теүәл билдәле түгел. Тикшеренеүселәр араһында ла ошо юҫыта бәхәстәр бара. «Негр» һүҙе генә билдәле. Бәлки термин европалылар тарафынан килеп сыҡҡандыр тигән фараздар бар. Сөнки уға тамырҙаш милләт исеме бар. Улар тарихи тамырҙаш исемдәр иҫәпләнә.
Фараздарҙан иң популяры туареги nehier-ren — ағын йылға, йылға. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса тамырын «егерев н’егерев» һүҙҙәренә лә бәйләйҙәр Ул да тамашек телендә оло йылға тигән мәғәнәлә. Яр буйында йәшәгән башҡа халыҡтар ҙа Нигер тип атап йөрөткән.
латин һүҙе «niger»ҙән алынған тигән гипотезалар ҙа бар. Ул ҡара тигән мәғәнә бирә. Яр буйында йәшәгән ерле халыҡ йылғаны төрлөсә атай: Джолиба (мандинго телендә — «оло йылға»), Мэйо, Эгхирреу, Изо, Кворра (Куарра, Ковара), Баки-н-руу һәм башҡа телдәрҙә лә барыһы ла йылға мәғәнәһен бирә..
ағым түбәненә