Мәрмәр мәмерйәһе

Мәрмәр мәмерйә (укр. Мармурова печера, ҡырымтат. Mermer qobası, Мермер къобасы) —Кырымда, Чатыр-Даг тауының итәгендә (түбәнге плато) урынлашҡан мәмерйә, халыҡ араһында ныҡ танылыу алған туризм урыны .

Тарихы

1987 йылда Симферополь спелеосекцияһы Бин-Баш-Коба (Мең башлы) һәм Суук-Коба (Һыуыҡ) мәмерйәләренән алыҫ түгел ерҙә, яңы дәү тау ҡыуышлыҡтары таба

Был мәмерйәләр үҙенсәлекле һәм иҫ китмәле матур ҡатмарлы залдар һәм галериялар селтәренән тора. Яңы мәмерйәгә Мәрмәр атамаһы бирәләр (башта «Афганка» тип йөрөтәләр). Уға инеү урыны диңгеҙ кимәленән 920 метр бейеклектә.

1988 йылда спелеотуризм үҙәге Оникс-Тур ныҡлап тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң, экскурсия маршруты һала. Бетон юлдар һалына, тотоноп менеү һәм яҡтыртыҡ ҡоролмалары ҡуйыла.

Мәрмәр мәмерйәһе 1989 йылдан алып халыҡ өсөн асыҡ. Шунан алып унда йөҙ меңдән ашыу кеше булған инде.

Экскурсия маршруты

Килеүселәрҙе иҫ китмәле фиғылдағы һарҡындыларҙан яһалған фигуралары, һирәк осрай торған кристалдары булған ҙур-ҙур залдар ҡаршы ала. Ҡулайлаштырылған экскурсион маршрут оҙонлоғо сама менән 1, 5 км. Тикшереү үткән залдарҙың дөйөм оҙонлоғо — 2 км тирәһе, ә тәрәнлеге— 60 м.

Маршрут Әкиәттәр галереяһы менән башланып китә. Ул сталактит, сталагмит һәм һарҡындыларҙан яһалған һүрәтләмәләргә бай (драпировка). Экскурсион юл әкиәт батырҙарына оҡшаған сталагмиттар араһынан үтә.

Юлбарыҫ юлы галерея һында көмбәҙе аҫҡа төшә һәм йөҙләгән төрлө сталактиттар менән яҡындан ҡарап ләззәтләнергә мөмкин. Галерея исеме бик дәү йыртҡыстың бында табылған ҡалдыҡтарынан алынған. Тәүҙә ҡылыс тешле юлбарыҫ һөлдәһе тип фараз итһәләр ҙә, ғалимдарҙың ныҡлап тикшеренеү эштәренән һуң мәмерйә арыҫланы тигән фекергә килгәндәр.

Ләкин галереяның тәүге исеме каталогтарға индерелеп, шул көйө үҙгәрешһеҙ ҡалдырылған. Ғәжәйеп һарҡынды бағаналар (натечные колонны) һәм шаршауҙар галереяны айырым залдарға бүлә.

Бында һоҡландырғыс һыу тулы биҙәкле ванналар, таш шарлауыҡтар , үҙенсәлекле геликтит(кальцит һәм и арагониттан торған төрлө фиғылдағы тармаҡланған таш «таяҡсалар») "сәскәләр " менән тамаша ҡылырға мөмкин .

Үҙгәртеп ҡороуҙар залы (Өйөмдәр залы) —Европаның иң ҙур йыһазландырылған залдарының береһе. Ҡырым мәмерйәләрендә иң ҙур зал. Оҙонлоғо 100 м артығыраҡ, бейеклеге 28 м.

Ғәйәт ҙур диуарҙары корралит "сәскәләр " менән биҙәлгән. Зал төбөндәге гигант таш өйөмдәре, нәзәкәтле һарҡынды бағаналар (колонналар), сталактит һәм сталагмиттарҙың төрлөлөгө күҙаллап бөткөһөҙ ғәжәп.

Маршрут быуа һыртында тамамланып ҡуя. Йөҙләгән хур ҡыҙҙары кеүек нескә ваннасыҡтар бөтә быуаны ҡаплап торалар. Өҫтән ҡабатланмаҫ гүзәл «Король» һәм «Королева» һыны менән Һарай залы күренә.

Мәмерйәнең түбәнге галереяһы — тәбиғи минералдар музейы. Бында экзотик спелеотурҙар үткәрелә.

Элек бының өсөн фонарь һәм махсус кейем бирелгән. Хәҙер бында йыһазландырылған юлдар (бөтә галереялар ҙа шулай) төҙөлгәс, ундай мохтажлыҡ юҡ инде.

Тур сама менән 2-2,5 сәғәт тирәһе бара. Түбәнге галереяға спелеотур Үҙгәртеп ҡороуҙар залынан башлана.

Таш киҫәктәре араһынан һуҡмаҡ тар ғына тишектәргә сума, таш киртләстәр аша төшөп Алһыу залға алып инә.

Бында бөтәһе лә таң ҡалдырғыс: һарҡынды шаршау менән ҡапланған текә таш диуарҙар, кальцит һарҡындыһы менән биҙәлгән эзбизташ киҫәктәре, таш аҫтарында хайуандарҙың серле һөлдәләре. Ҡыуыш ҡөмбәҙендәге таш розалар уникаль һырлы һүрәтләмә.

Өмөт залы нда алтынланған һарҡындылар теҙелмәһе (каскад) диуарҙар буйлап таш миһрап (алтарь) яһай.

Балкон залы — түбәнге галереяла иң ҙур һәм иң хисләндергән зал. Ун ике метрлыҡ һикәлтә уны бай итеп биҙәлгән ике этажға бүлә.

Люстралы залға таш Гномдар янынан үтеп, сталактит "урман аша " (йөҙләгән нескә, үтә күренмәле кальцит торбасыҡтар) барып инәһең .

Түбәһенән ҡиммәтле «люстрылар» һалынып тора. Тоташлай, корралит «сәскәләр менән» ҡапланған. Ҡайһылары иҙәнгә етә яҙып тора.

Бында спелеотур тамамлана . Ә мәмерйәне тағын да дүрт зал дауам итә: Өйөм, Юлаҡлы , Шоколадка, Геликтит.

Мәрмәр мәмерйәнең уникальлеге уға донъя киләлендә дан алып килде. Спелеологтар фекеренсә, ул планетаның иң -иң биш мәмерйәһенең береһе.

Европала иң кеше күп килгән мәмерйә . 1992 йылдан алып йыһазландырылған мәмерйәләрҙең Халыҡ-ара ассоциацияһына алынған.

Һылтанмалар

Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
cxbyte
23 August 2012
Прикольные фоты
Daria Sazonova
15 August 2016
Впечатляющая пещера. Особенно потрясает Обвальный зал - валуны размером с дом. К счастью, сейчас обвалов нет, а есть интересные экскурсии. Одевайтесь тепло!
Михаил Евсеев
24 August 2012
Мы взяли самую длинную экскурсию. Ни чуть не пожалел. Просто огромная пещера. На такой глубине и с влажностью 96% даже дышится по другому. На личном авто аккуратнее, последние 10 км полное бездорожье.
Ksenia Timaeva
10 September 2015
Красивое место с великолепной историей.обязательно к просвещению! Красота
Nata Gap
19 July 2016
Красиво и познавательно!
Nuf Nuf
20 May 2018
Сами пещеры Ооочень красивые. Берите полный маршрут - 700 руб очень недорого за него...
Дмитрий Красько
Удивительно красивое место!!! Must see! Во время экскурсии закатывайте брюки - полы влажные и чуть грязноваты.
Load more comments
foursquare.com
7.0/10
Nadya Popova and 1,118 more people have been here
Map
44°47′48″N, 34°16′43″E, 4.2km from Biyuk-Yankoy Get directions
Mon-Sun 9:00 AM–7:00 PM

Мраморная Пещера / Marble Cave on Foursquare

Мәрмәр мәмерйәһе on Facebook

Hotels nearby

See all hotels See all
La Grace

starting $0

My family

starting $0

Hotel Olivia

starting $34

Makler

starting $0

Premier Compass Hotel Kherson

starting $29

Optima Kherson

starting $38

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Еміне-Баїр-Хосар

Еміне́-Баї́р-Хоса́р (русский. Эмине-Баир-Хосар, qırım

Add to wishlist
I've been here
Visited
Անտակ Ջրհոր

Печера «Бездонна» (Топсюс-Хосар) (КН 443-4) — карстова шахта

Add to wishlist
I've been here
Visited
Vyalova cave

Vyalova cave (пещера Вялова) is a cave in a lower plateau of the Chat

Add to wishlist
I've been here
Visited
Су-Учкан

Су-Учка́н (Су-Учхан, qırımtatarca. Suv Uçqan — «летюча вода») — вод

Add to wishlist
I've been here
Visited
Qizil gʻor

Кра́сные пеще́ры или Кызы́л-Коба́ (українська. Червоні печери,

Add to wishlist
I've been here
Visited
Фуна (фортеця)

Фуна ( грец. Φουνα) — фортеця, яка розташована на скельному

Add to wishlist
I've been here
Visited
Аверкієва шахта

Печера Аверкієва (українська. Печера Аверкієва, qırımtatarca. Averk

Add to wishlist
I've been here
Visited
Valley of Ghosts (Crimea)

The Valley of Ghosts (Russian: Долина привидений, Ukrainian: Доли

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Cueva de los Verdes

Cueva de los Verdes (Spanish for 'Greens' cave', because in the past

Add to wishlist
I've been here
Visited
Grotte des Demoiselles

The Grotte des Demoiselles is a large cave located in the Hérault

Add to wishlist
I've been here
Visited
Demänovská Ice Cave

Demänovská Ice Cave or Demänovská ľadová jaskyňa (in Slovak) is an ice

Add to wishlist
I've been here
Visited
Damlataş

Hang Damlataş (tiếng Thổ Nhĩ Kỳ: Damlataş Mağarası) là một hang độ

Add to wishlist
I've been here
Visited
Uhlovitsa

Uhlovitsa (Bulgarian: Ухловица) is the name of a cave in the Blue Po

See all similar places