Лагаш

Лагаш — Боронғо Месопотамиялағы  (Ираҡ) шумер ҡала-дәүләте. Ҡалала башлыса шумерҙар йәшәй, улар, башҡа шумер ҡалаларындағы кеүек үк, ер эшкәртеү һәм сауҙа менән шөғөлләнә.   

See also

Тарихы 

Лагаш торамаһы беҙҙең эраға тиклем яҡынса  5—4-се мең йыллыҡтар сигендә барлыҡҡа килгәндер.

Боронғо Лагаш ҡалаһы, ғалимдар раҫлауынса,  Теллонан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 20 километрҙағы һәм хәҙерге Шатра ҡалаһынан көнсығышҡа 22 километрҙағы Тель Эль-Хиббала урынлашҡан булған.

Лагаш хакимдары энси титулын йөрөткән һәм лугаль (батша) дәрәжәһе уларға ваҡытлыса ғына  бирелер булған.

Лагаштың беренсе билдәле батшаһы тип Ур-Нанше һанала. Ул  Лагаштың 1-се династияһы башында торған. 

Лагаштың тағы бер мәшһүр батшаһы тип  Эанатум һанала. Уның ваҡытында  Лагаш ҡеүәтле дәүләткә әйләнә. 

Эанатум Ике йылға араһына бер нисә яу сәфәре ҡыла,  Урук һәм Ур ҡалаларын буйһондора.

Беҙҙең эраға тиклем  2311 йылда Лагашҡа Аккад дәүләтен нигеҙләгән бөйөк батша Шаррумкен  (Саргон Бөйөк) ғәскәре баҫып инә. Был ваҡытҡа көсһөҙләнгән Лагаш ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Лагаштың баш ҡалаһы Нгирса ҡолатыла, ә батшаһы Уруинимгина хәбәрһеҙ юғала. Лагаш бер быуаттан ашыу ваҡыт  Аккадҡа бойондороҡло була. Шулай итеп,  Лагаштың 1-се династияһы өҙөлә.

Аккад осоронан һуңғы Лагаш хакимдары араһында сағыу шәхестәр булмай, улар тураһында мәғлүмәт тә  әҙ. Лагаштың сәскә атыуы  Ур-Баба осоронда башлана. Ул  Ур менән Урукты яулауға өлгәшә.  Гутий батшаһы Тирикан  Урук батшаһы Утухенгаль менән һуғышҡанда, Лагаштың һуңғы энсийы Наммахани Тирикан яҡлы була. Был алыш беҙҙең эраға тиклем  2109 йылда тоҡана. Кутийҙар уруктар тарафынан тар-мар ителә һәм Ике йылға араһында йоғонтоһон юғалта. Лагаштың да ҡеүәте һүнә, шулай ҙа ул үҙ аллылығын һаҡлап ҡала. Әммә бер нисә йылдан   Лагаш барыбер Ур батшаһы Ур-Намму тарафынан буйһондорола. Лагаш   урҙар хакимлығы аҫтында ҡала һәм башҡа бер ваҡытта ла бойондороҡһоҙ дәүләт була алмай.  

Әҙәбиәт

  • Sauvage, Martin, Lagaš (ville) // Dictionnaire de la Civilisation Mésopotamienne. Sous la direction de Francis Joannès. Paris, 2001. P.453.
  • Lafont, Bertrand, Lagaš (rois) // Dictionnaire de la Civilisation Mésopotamienne. Sous la direction de Francis Joannès. Paris, 2001. P.453-456.

Һылтанмалар

  • Сирпула // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
There are no tips nor hints for Лагаш yet. Maybe be you will be the first one to post useful information for fellow travellers? :)

Hotels nearby

See all hotels See all
The Convention Center & Royal Suites Hotel

starting $126

Movenpick Hotel Kuwait

starting $160

Movenpick Hotel & Resort Al Bida'a Kuwait

starting $0

Copthorne Al Jahra Hotel & Resort

starting $154

Copthorne Kuwait City

starting $119

Residence Inn Kuwait City

starting $177

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Ziggurat of Ur

The Ziggurat of Ur (sometimes called the 'Great Ziggurat of Ur';

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Machu Picchu

Machu Picchu (Quechua: Machu Pikchu, 'Old Peak', pronounced ]) is a

Add to wishlist
I've been here
Visited
Афина Акрополе

Афина Акрополе (грек. Ακρόπολη Αθηνών) — Афина ҡалаһынд

Add to wishlist
I've been here
Visited
Old Town, Al-'Ula

The Old Town is an archaeological site near Al-'Ula, Medina Province,

Add to wishlist
I've been here
Visited
Персеполь

Персеполь (бор. грек. Περσέπολις — һүҙмә-һүҙ: Фарсылар ҡалаһы,

Add to wishlist
I've been here
Visited
Temple of Poseidon, Sounion

The ancient Greek temple of Poseidon at Cape Sounion, built during

See all similar places