Көңгөр мәмерйәһе

Көңгөр боҙ мәмерйәһе — Урал һәм Себерҙең иғтибарҙы күпләп йәлеп иткән иҫтәлекле урындарының береһе. Боҙ тауы менән берлектә төбәк әһәмиәтендәге тарихи-тәбиғәт комплексы тәшкил итә (СССР-ҙа — союз әһәмиәтендәге ҡурсаулыҡ). Мәмерйә Пермь крайының Сылва йылғаһы буйындағы Көңгөрҡалаһы ситендә, Филипповка ауылы янында урынлашҡан. Пермдән 100 км алыҫлыҡта.

Уникаль геологик ҡомартҡы — Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге иң ҙур карст мәмерйәләренең береһе, донъяла оҙонлоғо буйынса етенсе урында торған гипслы мәмерйә. Мәмерйәнең оҙонлоғо яҡынса 5700 метр тәшкил итә, шуның 1500 метры туристар өсөн йыһазландырылған. Мәмерйәнең урта өлөшөндә һауа температураһы +5 °С-тән -2°C тиклем. Мәмерйә үҙәгендә сағыштырмаса дымлылыҡ — 100 %. Көңгөр мәмерйәһе эсендә 58 тау ҡыуышы, 70 күл, 146 «орган торбалары» (өҫкә тиклем сығып етә тиерлек бейек шахталар) -иң юғарыһы Эфир гротында (22 м).Ул 10-12 мең йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән.

Этимологияһы

Рәсәйҙең топонимика буйынса иң көслө белгестәренең береһе Е.М. Поспеловтың топонимик һүҙлегендә былай тип яҙылған: " Көңгөр гидронимы ҡала тирәһендәге карст күренештәре йоғонтоһонда барлыҡҡа килеүе ихтимал... Был осраҡта атама төркисәнән өңгөр (үңкүр) - "мәмерйә, тау ярығы, өңөлгән ер", йәки монголса Хүнхэр (үҙгәрт. хүңкүр) - "үҙән, уйпат, ҙур йырын" һүҙҙәренән сыҡҡан булыуы ихтимал (Мурзаев, 1984). Башҡа фараздар ҙа бар"

Тарихы

Тәүге яҙма иҫтәлектәр

Көңгөр мәмерйәһе бик күптән билдәле. 1703 йылда Петр I указы менән Тобольскиҙан Көңгөргә өйәҙҙең ерҙәре һыҙмаларын эшләргә шул саҡтың билдәле географы һәм картографы Семён Ремезов улы менән ебәрелә. Улар өйәҙҙең һәм ер аҫтындағы Оло күлдең юл картаһын төҙөй. 1703 йылда Ремезов мәмерйә планын һыҙа.

Һуңғараҡ Боҙло мәмерйәгә ике тапҡыр - 1720 һәм 1736 йылдарҙа - В. Н. Татищев килеп китә, ул «Сказание о звере мамонте» тигән хеҙмәтендә 1736 йылда урындағы кешеләр мәмерйәне гигант кәүҙәле фил ҡаҙыуын тип һанауын яҙа, улар күрәһең мамонтты күҙҙә тотҡандыр. Татищев 1736 йылда ентекле планын төҙөй, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул юғалған 1770 йылда Оло күлгә юлды И. И. Лепёхин һүрәтләгән. Артабан мәмерйә тураһында билдәле ғалимдар И. Гмелин, М. Я. Киттары яҙғандар 1859 йылда рәссамдар Я. М. Иконников һәм Головин булып, һүрәттәр эшләгәндәр. Совет осоронда мәмерйә тураһында профессор Г. А. Максимович һәм башҡалар яҙа.1934—1935 йылдарҙа мәмерйәнең аныҡ планын Н. М. Переслегин экспедицияһы төшөрөп алған. 1934—1935 йылдарҙа «Гидростройпроект» экспедицияһы иң алыҫ ер аҫты лабиринтын тикшерә. 1948 йылда мәмерйә янында фәнни стационар ойошторола, унда билдәле тикшеренеүселәр В. Лукин һәм Е. Дорофеев эшләй. 1952 йылдан мәмерйәне СССР Фәндәр академияһы хеҙмәткәрҙәре өйрәнә.

Революцияға тиклемге осор

Көңгөр мәмерйәһе тарихы Көңгөр ҡалаһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән. Көңгөр ҡалаһы 1648 йылда Көңгөр йылғаһы Ирен йылғаһына ҡойған урында нигеҙләнгән булған, әммә 1663 йылда башҡорт ихтилалдары арҡаһында һуңғыһының тамағына күсерелә. Риүәйәт буйынса, тәүге урыҫ күскенселәре башҡорттар менән татарҙар һөжүмдәренән мәмерйәлә йәшеренгәндәр. XIX быуатта Көңгөр, Пермь ҡалаларынан экскурсияға күпләп килә башлайҙар. Банное ауылының (хәҙерге Филипповка) кешеләре уларға юл күрһәтә торған булған.

Мәмерйәне танытыуға Япония аша Америкаға барып ҡайтҡан Көңгөр кешеһе А. Хлебников күп өлөш индерә. 1914 йылда ул урындағы халыҡтан мәмерйә эргәһенән ҡуртымға ер алып, рекламалы альбомдар, афишалар тарата һәм экскурсиялар йөрөтә.

Совет осоро

1933 йылда мәмерйәләге экскурсия базаһында йоҡларға бина булдырыла. Ер аҫты юлдары төҙөкләндерелә. 1937 йылда, XVII Халыҡ-ара геологик конгрес алдынан 40 м туннель һалына. Экскурсанттар арта бара. Мәмерйәлә М. И. Калинин, маршалдар В. К. Блюхер, Г. К. Жуков, билдәле ғалимдар А. Е. Ферсман, Д. В. Наливкин булып китә.

1948 йылда Көңгөр мәмерйәһен һаҡлау МДУ төҙөгән карст-спелеология станцияһы, һуңғараҡ СССР ФА-һы Урал филиалы тәьмин итә. 1969 йылда экскурсанттарҙы хөҙмәтләндереүҙе Пермь туризм һәм экскурсиялар буйынса өлкә советы үҙ өҫтөнә ала. Хеҙмәтләндереү сифаты йылдан-йыл камиллаша бара. Яңы инструменталь план эшләнә,мәмерйәнең өҙөнлөғө 5,6 км-ға етә.

Геофизик эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә мәмерйә яңы приборҙар һәм ысулдар полигонына әүерелә.

Тасуирлама

Текә тау үңерендә, Сылва ярында, йәшеллеккә күмелгән урында мәмерйәгә инә торған урын — бетонланған тоннель. Тоннелдән алыҫ түгел мәмерйәнең ташландыҡ ауыҙы эргәһендәге ярлауҙа гипстар һәм ангидриттар ята, улар эзбизташтар һәм доломиттар менән ҡатланып урынлашҡан. Улар нигеҙҙә Боҙ тауын хасил итә лә инде һәм 60 м ҡеүәткә етә. Гипстарҙың өҫтөнэзбизтан, доломит һәм балсыҡтан торған муртыҡ ултырмалар ҡаплаған. Өҫтәрәк - боронғо ҡомло-балсыҡлы ултырмалар террасаһы. Мәмерйә ауыҙына яҡын урындарҙа йыл әйләнәһенә аяҡ аҫтында боҙ, көмбәҙҙәрҙә боҙ кристалдары һаҡлана.

Мәмерйә түбәһендә 130-ҙан ашыу цилиндрик канал — «орган торбалары» тип аталған ҡыуышлыҡтар, уларҙың арҡырылай үлсәме 3-9 м, бейеклеге 20 м-ға етә.

Боҙ тауы

Боҙ тауының мәмерйә өҫтөндәге өлөшө лә тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм экскурсиялар объекты булып тора.

Боҙ тауының өҫтө конус һәм йәйкә рәүешле карст уйпаттарынан тора. Уларҙың ҙурлығы планда 100 м, тәрәнлеге — 15 м-ға етә. Уйпаттар өлөшсә һыу баҫып карст күлдәренә һәм һаҙға әйләнгән. Боҙ тауының 10 000 м2 майҙанында яҡынса 3000 уйпат бар. Йыл һайын яңы соҡорҙар барлыҡҡа килеп тора.

Боҙ тауының тигеҙһеҙ рельефы үҫемлектәр төрөнә лә йоғонто яһай. Көньяҡ битләүҙә гипслы тупраҡта үҫә торған, шунда уҡ реликт дала һәм тау-дала үҫемлектәре лә осрай.

Тау ҡыуыштары

Көңгөр мәмерйәһенең билдәле юлдары һәм ҡыуышлыҡтары төньяҡ-көнбайыш, шулай уҡ төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә таралып, рәшәткәле система барлыҡҡа килтерә. Тикшерелгән ҡыуышлыҡтар оҙонлоғо 5,6 км тәшкил итә. Ҡыуышлыҡтарҙың дөйөм күләме 100 мең м3. Шул тиклем үк күләмде емерелеп төшкән балсыҡ киҫәктәре, ер аҫты һыуҙары һәм боҙ ярсыҡтары биләй.

Мәмерйәнең 58 ҡыуышлығы, мәғәрәләре бар. Ҡыуышлыҡтарҙың күбеһендә температура ноль тирәһе, экосистема ярайһы стерилле (һауала бактериялар күләме м³-ға 300 самаһы). Ҡайһы бер ҡыуышлыҡтарҙа хатта йәйгеһен температура минусҡа төшә, мәҫәлән, Вышка ҡыуышлығында (-17 °) йәки Гәүһәр ҡыуышлығында (-2 °C). Метеорлы ҡыуышлыҡта яҡтыртҡыстар метеор осоп барған тәьҫир ҡалдыра. Иң ҙур мәғәрә — Географ — 50 мең м³, туристик маршрутта — Великан мәғәрәһе — 45 мең м³.

Күлдәр

Мәмерйәгә йәшерен күлдәр матурлыҡ өҫтәй, уларҙың һыуҙары Сылва йылғаһы менән тоташа. Мәмерйәлә 70 күл, иң ҙурының күләме 1300 м3, майҙаны 1460 м2, тәрәнлеге — 5 м-ға етә. Күлдәрҙә ҡыҫалалар (Crangonyx chlebnikovi) һәм ваҡ әрмәнделәр осрай .

Күлдәрҙең тәрәнлеге бер сама, сөнки төбөндә һыуға иремәй торған доломит ҡатламдар ята.

Ҡайһы бер күлдәрҙә һыу Сылва кимәленән 0,1-0,4 м юғарыраҡ. Әммә билдәле галереяларҙа һыу йылғаға табан түгел, Боҙ тауы эсенә табан аға.

Күлдәрҙең һыуы һауа температураһына бәйле. 1980 йылда Оло күлдә һыу температураһы ҡышын +5°, йәгеһен +5,2°. Великан мәғәрәһендә ҡыш боҙ була, Вышкала 1973 йылдың ҡышында күлдәр төбөнә еткәнсе туңа, 1979 йылдағы һыу ташыу ғына боҙҙо иретә.

Йыл әйләнәһенә һыуҙа тулыһынса тиерлек гипс менән туйындырылған минералләшеү бара  — 2,1-2,2 г/л.

Әҙәбиәт

  • Дорофеев Е. П., Лукин В. С. Кунгурская ледяная пещера / Памятники природы Пермской области. Составитель Л. Баньковский. — Пермь: Кн. изд-во, 1983. — С.41-52.
  • Дублянский В. Н., Кадебская О. И.По Кунгурской ледяной пещере — Пермь, 2004. — 136 б. — ISBN 5-88187-230-4.

Һылтанмалар

Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
Анастасия Бобкова
Если есть время, можно доехать до центра Кунгура и зайти в музеи. На 9 автобусе от магазина (недалеко от гостиницы Сталагмит) до кинотеатра Мечта. Там есть музей купечества и краеведческий. Интересные
Aleksandr Malkin
22 March 2015
Интереснейшее место. Плюсом к пещере идкт недорогие красивые сувениры из камня и хорошее кафе, в котором есть туалет.
Анастасия Бобкова
Чуть дальше от входа в пещеру есть музей. Цена символическая. Показывают фильмы про пещеры (интересные). Есть разные камни и окаменелости. Зайти стоит.
Andrew Romanenko
20 July 2015
Очень интересное место и очень интересная экскурсия. Внутри просто сказочно красиво. Рекомендую.
???? Владимир. Руденко. 
Одевайтесь теплее если даже на улице +30 Либо всю экскурсию выходи будете считать метры до ее окончания...
Sergei B.
4 March 2015
Очень круто, но одеваться потеплей желательно. Лучшее время для посещения февраль-март.
Load more comments
foursquare.com
6.6/10
Lena Gitt and 2,496 more people have been here
Map
0.1km from Unnamed Road, Филипповка, Пермский край, Россия, 617472 Get directions
Thu 10:00 AM–6:00 PM
Fri 11:00 AM–7:00 PM
Sat 9:00 AM–9:00 PM
Sun 9:00 AM–6:00 PM
Mon 11:00 AM–3:00 PM
Tue 11:00 AM–5:00 PM

Кунгурская ледяная пещера on Foursquare

Көңгөр мәмерйәһе on Facebook

Hotels nearby

See all hotels See all
Vip-apart one

starting $95

Zhemchuzhina Hotel Perm

starting $66

Hamilton Hotel

starting $32

Abazhur Hotel

starting $29

Vizit Hotel

starting $33

Art Hotel Dyagilev

starting $59

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Пещера Ординская

Пещера Ординская — находится на восточной окраине села Орда

Add to wishlist
I've been here
Visited
Belogorski-Kloster

Белогорский Свято-Николаевский православно-миссионерский м

Add to wishlist
I've been here
Visited
Пермский музей современного искусства

Пермский музей современного искусства / ПЕРММ / PERM

Add to wishlist
I've been here
Visited
Дворец культуры им. В. И. Ленина (Пермь)

Дворец культуры им. В. И. Ленина (также известен как Дворец культуры «

Add to wishlist
I've been here
Visited
Пермский государственный цирк

Пермский государственный цирк расположен в Перми на Урал

Add to wishlist
I've been here
Visited
Пермский театр юного зрителя

Пермский государственный театр юного зрителя — театр в Перми.

Add to wishlist
I've been here
Visited
Токареваның айырым йорто

Токарева йорто («Токарева теремогы», «Токареваның семәрле өйө») —

Add to wishlist
I've been here
Visited
Вознесенско-Феодосиевская церковь (Пермь)

Вознесенско-Феодосиевская церковь — одна из последних церквей, постр

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Scărişoara Cave

Scărişoara Cave (Romanian: Peştera Scărişoara) is one of the bigg

Add to wishlist
I've been here
Visited
Grotte de glace de la Mer de Glace

La grotte de glace de Chamonix est une grotte creusée chaque année d

Add to wishlist
I've been here
Visited
Eisriesenwelt

The Eisriesenwelt (German for 'World of the Ice Giants') extending

Add to wishlist
I've been here
Visited
Coudersport Ice Mine

The Coudersport Ice Mine is an ice cave located in Sweden Township,

Add to wishlist
I've been here
Visited
Decorah Ice Cave State Preserve

Decorah Ice Cave State Preserve has one of the largest glacières (ice

See all similar places