Истиҡләл мәсете (Masjid Istiqlal, Бойондороҡһоҙлоҡ мәсете) — Индонезияның Джакарта ҡалаһындағы мәсет, Көньяҡ-көнсығыш Азияла урынлашҡан иң ҙур мәсет.
Мәсет Индонезияның бойондороҡһоҙлоҡ алыу иҫтәлегенә төҙөлгән. Ғәрәпсә «istiqlal» бойондороҡһоҙ тигәнде аңлата.
1949 йылда Индонезия Нидерландтарҙан бойондороҡһоҙлоҡ алғас, мосолмандар иң күп йәшәгән илдә мәсет төҙөргә ҡарар ителә. Был фекерҙе Индонезия дин эштәре буйынса беренсе министры Вахид Хасим әйтә, Әнвәр Кокроаминото мәсет фонда рәйесе итеп тәғәйенләнә.
1961 йылдың 24 авгусында беренсе нигеҙ ташы һалына, төҙөлөш ун ете йыл дауам итә.
Мәсет 1978 йылдың 22 февралендә асыла.