Холокост ҡорбандарына һәйкәл (Вена)

Холокост ҡорбандарына һәйкәл (нем. Mahnmal für die 65 000 ermordeten österreichischen Juden und Jüdinnen der Shoah) — Веналағы мемориаль ҡоролма, шулай уҡ «Исемһеҙ китапхана» исеме менән билдәле. 2000 йылда асылған һәйкәл Венаның беренсе районында  Judenplatz майҙанында урынлашҡан. Был төп мемориал Холокостың Австрия ҡорбандары иҫтәлегенә арналған, британ рәссамы Рэйчел Уайтред тарафынан эшләнгән.

Концепцияһы һәм тарихы

Мемориал идеяһын ғаиләһен концлагерҙарҙа юғалтҡан Австрия архитекторы һәм йәмәғәт эшмәкәре, «нацистарҙы аулаусы» Симон Визенталь тәҡдим иткән. Визенталь асыҡ рәүештә Альбертинаплацтағы 1988 йылда Альфред Хрдличка ​​тарафынан ҡуйылған «Mahnmal gegen Krieg und Faschismus» һәйкәленә ҡаршы сығыш яһай; уныңса, Холокост ҡорбандары унда түбәнһетелеп күрһәтелә. Визенталь Австриялағы нацист ҡоролошоноң йәһүд ҡорбандарына арналған яңы мемориал буйынса комиссияны ойоштороусы була. Һәйкәл Майкл Хоупл мэр булғанда Ханс Холлеин етәкселегендәге халыҡ-ара жюри бер тауыштан Рэйчел Уайтред проектын һайлап алғандан һуң ҡала аҡсаһына төҙөлә. Майкл Хаупль, Урсула Пастерк, Ханнес Свобода, Амнон Барзель, Филлис Ламберт, Сильвия Лиска, Харальд Шеманн, Джордж Вайденфельд, Саймон Визенталь һәм Роберт Сторр баһалама ағзалары була. Конкурста Австриянан, Израилдән, Бөйөк Британиянан, АҠШ-тан рәссамдар командалары ҡатнаша: улар араһында Вали Экспорт та, Карл Прантл да, Питер Вальдбауэр ҙа була.

Тәүҙә меморилды 1996 йылдың 9 ноябренә — Гәлсәр төндөң 58-се йыллығына тамамлау күҙаллана, әммә ҡайһы бер сәйәси һәм эстетик ҡаршылыҡтар, буласаҡ һәйкәл урынында барған археологик ҡаҙыныуҙар арҡаһында ул дүрт йылға кисектерелә. Венаның дөйөм сығымдары 160 миллион шиллинг тәшкил итә: 8 миллион — мемориалдың үҙенә, 15 — планлаштырыуға, 23 — төҙөлөш эштәрен башлауға, 40 — төҙөлөш сараларына һәм 74 — буласаҡ һәйкәл урынындағы археологик эҙләнеүҙәргә. Һөҙөмтәлә, һәйкәл 2000 йылдың 25 октябрендә — Австрияның милли байрамынан бер көн алда асыла. Тантанала Австрияның Президенты Томас Клестиль, Венаның мэры Майкл Хоупль, Венаның Израиль мәҙәни берлеге президенты (Israelitische Kultusgemeinde Wien) Ariel Muzicant, Симон Визенталь үҙе, автор Рэйчел Уайтред һәм башҡа юғары дәрәжәле кешеләр ҡатнаша.

Дизайны

Мемориал нигеҙе 10х7 метр, бейеклеге 3,8 метр булған тимер-бетон ҡоролманан ғибарәт. Тышҡы йөҙө ҡойоп эшләнгән китапхана кәштәләрендәге тиҫкәре яғы менән ҡуйылған китаптарҙы һүрәтләй. Китаптарҙың төбө эскә ҡарап тора һәм шуға күрә күренмәй — уларҙың исемдәре билдәһеҙ, ә йөкмәткеһе сер булып ҡала. Мемориалдың кәштәләре бер үк баҫманың иҫәпһеҙ-һанһыҙ күсермәләренән тора кеүек һәм бик күп йәһүд-ҡорбандарҙы аңлата. «Китапхана» ишектәренең тотҡалары юҡ.

Сәнғәт әҫәре булараҡ, мемориал матур булырға тейеш түгел — шуға күрә ул Венаның барокко сәнғәте һәм архитектураһының байтаҡ өлөшөнән ҡырҡа айырыла. Проект жюрийы ағзалары һәйкәлдең бункер йәки хәрби нығытмалар менән оҡшашлығын билдәләй. Һәйкәлдән «дискомфорт» тойғоһо ҡала, автор уйынса, ул тамашасының иҫенә ауыр заманаларҙы төшөрөүҙе бурыс итеп ҡуя: «Был һәйкәл матур булырға тейеш түгел, ул әрнеү тойғоһо уятырға тейеш».

Мемориалдағы яҙмалар

Ҡорбандар һәләк булған концентрацион лагерҙар исемлеге һәйкәлдең нигеҙенә семәрләп яҙылған: улар Аушвиц, Белеце, Берген-Бельзен, Брчко, Бухенвальд, Хелмно, Дахау, Флоссенбюрг, Грос-Розен, Гурс, Хартхайм, Избица, Ясеновац, Юнгфернхоф, Кайзервальд, Кельце, Кауно, Лагув, Лицманнштадт, Люблин, Майданек, Малый Тростинец, Маутхаузен, Минск, Миттельбау / Дора, Модлибожице, Нацвейлер, Нойенгамм, Ниско, Опатув, Ополе, Равенсбрюк, Рига, Шабац, Заксенхаузен, Саласпилс, Сан Сабба, Собибор, Штутхоф, Терезиенштадт, Травники, Треблинка, Влодава һәм Замость.

«Ктаптар»ҙың үҙендә текст булмаһа ла, бикле ишектәр алдында бетон иҙәндә немец, иврит һәм инглиз телдәрендә Холокост енәйәте һәм Австрия ҡорбандары тураһында (65 000 кеше) бәйән иткән яҙма бар.

Майҙан

Холокост мемориалы Judenplatz майҙанының тарихы менән бәйле. «Китапхана»ның квадраты 1420 йылда яндырылған синагога урыныда тора, күрше йорттоң беренсе ҡатында «Dokumentationsarchiv des österreichischen Widerstandes» архивы урынлашҡан. Унда үлтерелгән тиҫтәләгән мең Австрия йәһүдтәренең исемдәрен белергә була. Музей-архивта даими рәүештә майҙандың һәм емерелгән синагоганың тарихына бәйле күргәҙмәләр ойошторола.

Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
There are no tips nor hints for Холокост ҡорбандарына һәйкәл (Вена) yet. Maybe be you will be the first one to post useful information for fellow travellers? :)
6.6/10
1,574 people have been here
Map
Ledererhof 2, 1010 Wien, Austria Get directions

Холокост ҡорбандарына һәйкәл (Вена) on Facebook

Hotels nearby

See all hotels See all
Hotel Topazz

starting $286

Hotel Lamée

starting $286

City Pension Stephansplatz

starting $124

Hotel Amadeus

starting $236

Mercure Vienna First

starting $231

Hotel Schweizerhof

starting $99

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Hohe Brücke, Vienna

The Hohe Brücke ('High Bridge') is a bridge across the Tiefer Graben

Add to wishlist
I've been here
Visited
Peterskirche, Vienna

Peterskirche (English. St. Peter's Church) is a Baroque Roman Catholic

Add to wishlist
I've been here
Visited
Schottenstift, Vienna

The Schottenstift or Scottish Abbey (full name: Benediktinerabtei

Add to wishlist
I've been here
Visited
Pestsäule (Vienna)

The Pestsäule (German for plague column) is located on Graben, a

Add to wishlist
I've been here
Visited
Globenmuseum

Add to wishlist
I've been here
Visited
Ankeruhr

Add to wishlist
I've been here
Visited
Wiener Börse

The Wiener Börse AG (also known as the Vienna Stock Exchange (WBAG))

Add to wishlist
I've been here
Visited
Altmann & Kühne

Altmann & Kühne is a confiserie in Vienna, Austria, established

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Азатлыҡ статуяһы

Азатлыҡ статуяһы (ингл. Statue of Liberty, Liberty Enlightening the W

Add to wishlist
I've been here
Visited
Monument to the Independence of Brazil

The Monument to the Independence of Brazil (Portuguese: Monumento à

Add to wishlist
I've been here
Visited
Statue of Janko Kráľ

Statue of Janko Kráľ is located in the middle of Sad Janka Kráľa (li

Add to wishlist
I've been here
Visited
Seven Magic Mountains

Ugo Rondinone (born 1964) is a New York-based, Swiss-born mixed-media

Add to wishlist
I've been here
Visited
Tower of the Sun

The Tower of the Sun (太陽の塔, Taiyō no Tō) is a building created b

See all similar places