Гобустан (ҡурсаулыҡ)

Гобустан (әзерб. Qobustan), йәки Гобустан дәүләт тарихи-сәнғәти (бәдиғи) ҡурсаулығы (әзерб. Qobustan dövlət tarixi-bədii qoruğu) — Әзербайжандағы археология ҡурсаулығы; Баҡынан көньяҡтараҡ, Ҡарадағ һәм Апшерон райондары биләмәһендә, Оло Кавказ һыртының көньяҡ-көнсығыш итәге һәм Каспий диңгеҙе аралығында урынлашҡан. 537 гектар ерҙә ҡаялағы һүрәттәр пейзажы табылған.

Гобустан тарихи мираҫы ике төркөмгә бүленә: 1) ҡаялағы һүрәттәр һәм 2) боронғо кеше йәшәгән урындар һәм башҡа объекттар. Гобустан тауҙарында Беюкдаш, Кичикдаш, Джингирдаг, Шонгардаг һәм Шихгая тигән урындарҙа таш быуат һәм артабанғы дәүерҙәр кешеләре йәшәгәнлегенә шаһит нәмәләр — ҡаялағы һүрәттәр, йәшәгән урындары, ҡәбер ҡоролмалары һ.б. табылған. Бында шулай уҡ тарихҡа тиклемге кромлех ҡалдыҡтары ла бар, улар асыҡ күренеп тора. Һүрәттәр ҡаяташтарҙың өс урынында табылған; ошонда уҡ осраған кеше йәшәгән мәмерйәләр, торлаҡ урындары, ҡәберлектәр ҡасандыр өҫкө палеолит һәм урта быуаттар арауығында халыҡтың күпләп йәшәгәнлеген күрһәтә.

2007 йылда Гобустан ҡаялары һүрәттәренең культуралы ландшафы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.

Этимологияһы

«Гобустан» атамаһы «уйпаттар төбәге» тигәнде аңлата (гобу — йырын, уйпат, соҡор — һәм стан — ил, төбәк, ер).

Тарихы һәм ҡомартҡыларҙы өйрәнеү

Алят
Гобустан
Сангачал
р. Пирсаат
р. Джейранкечмез
о. Глиняный
о. Булла
о. Дуванный
г. Кяниздаг
г. Джингирдаг
г. Турагай
г. Беюкдаш
г. Кичикдаш
г. Чанах-гыран
Язылы
Али-Гулы
Бейляр
Район территорияһындағы ҡаялағы һүрәттәр картаһы:
— Ҡала тибындағы ҡасаба
— Ҡышлаҡ
— Таштар
— Ҡурсаулыҡ музейы

Беҙҙең эраның I быуатында Гобустан ерҙәренә рим императоры Домициандың XII легионы килеп төшә; был хаҡта Беюкдаш тауындағы ҡаялағы латин телендәге яҙма шаһитлыҡ итә. Чингирдаг ҡаяһында йәнә XIV быуатҡа ҡараған яҙма бар. Фарсы телендәге был яҙманың йөкмәткеһе: «Имад Шәки килде, доға ҡылды һәм китте». Ошо яҙмаға таянып, ғалимдар был төбәктә XIV быуатта табыныу урыны булған тип һанай.

Гобустан петроглифтары тураһында рәсәй ғалимдары XIX быуаттың 40-сы йылдарында уҡ белгән тип һанала. Петербург Фәндәр академияһында был темаға 3-4 иҫәп-хисап яҙмаһы һаҡлана. Инглиз инженер-нефтселәр был төбәккә Оксфорд университетынан профессорҙар ҙа саҡыра. Төп мәмерйәгә ингән ерҙә 1905 йылда урыҫ телендә ниндәйҙер Крузе булып киткән тип яҙылған.

Мәгәр ҡурсаулыҡ биләмәләрендә тәүге археологик эштәр XX быуаттың 1930-сы йылдарында ғына башлана. 1939—1940 йй. әзербайжан археологы Исхаҡ Джафарзаде бында ҡаяларҙа 3500-ләп һүрәт, тамға, шулай уҡ кеше ҡалдырған соҡорҙар, ҡаяларҙа тишектәр һ.б. таба.

1965 йылдан Гобустан ҡомартҡыларын өйрәнеү менән Дж. Рустәмов һәм Ф.Мурадова етәкселегендәге фәнни экспедициялар шөғөлләнә. Экспедиция 20-нән ашыу торлаҡ, боҫҡаҡты, 40-тан ашыу ҡәберлекте тикшерә, 300-ән ашыу яңы һүрәттаба һәм теркәй.

1966 йылдың 9 сентябрь көнөндә Әзербайжан ССР-ы Министрҙар Советының 503-сө ҡарары менән Гобустан ҡурсаулыҡ тип иғлан ителгән.

Билдәле норвег тикшеренеүсе ғалимы һәм сәйәхәтсе Тур Хейердал Гобустанға тәүге тапҡыр 1981 йылда килгән һәм шундағы петроглифтарҙы өйрәнгән. 1994 йылда ул Гобустанға икенсе тапҡыр килгән.

Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелеүе

Ҡурсаулыҡтың бар донъя өсөн әһәмиәтен иҫтә тотоп, Әзербайжан хөкүмәте 2002 йылда уны ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелеүен юллап, документтар әҙерләй башлай. Шул маҡсатта 2006 йылда ЮНЕСКО-ға Гобустанға исем биреү һәм идара итеү буйынса эш планы тапшырыла. Ошо осорҙа Гейдар Әлиев фонды ярҙамында ЮНЕСКО-ның баш директоры Коитиро Мацуура саҡырыла. Уны Гобустандың ҡомартҡылары менән таныштыралар, ЮНЕСКО һәм ИКОМОС эксперттары Әзербайжандың Мәҙәниәт һәм Туризм Министрлығы планын хуплайҙар һәм ҡурсаулыҡҡа баһа бирәләр.

2007 йыл дың 23 июненән 2 июленә тиклем Яңы Зеландияның Крайстчерч ҡалаһында үткән ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы комитеты 31-се сессия үткәргәндә Гобустандың ҡаялағы һүрәттәр культураһы Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә.

Географияһы

Ҡурсаулыҡ территорияһы 3096 га, Оло Кавказ һыртының көньяҡ-көнсығыш итәге һәм Каспий диңгеҙе аралығында урынлашҡан. Ул уйпаттар һәм ҡоро үҙәндәр менән һырланған. Гобустан төньяҡтан Оло Кавказ һырты менән сикләнгән, ә көнбайышта Пирсаатчай йылғаһы киҫә. Көньяҡта Мишовдаг һәм Харами тауҙары ҡамалай, көнсығышында Каспий диңгеҙе һәм Апшерон ярымутрауы сикләй. Төньяҡтан көньяҡҡа — 100, көнбайыштан көнсығышҡа — 80 километрға тиклем.

Бында Әзербайжандағы иң ҙур батҡаҡ вулкандары төбәге. Төп йылға — Джейранкечмез. Беюкдаш тауында шишмәләр һәм ҡарандар бар, улар эзбиз ҡатламдарындағы һыуҙарҙан һәм ямғыр һыуҙарынан тулылана. Ҡурсаулыҡ биләмәһендәге климат субтропик ҡоро, ҡыштары ярайһы йылы, йәйҙәре бик эҫе. Яҙлы-көҙлө ямғырҙар булып ала, улар үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын тергеҙеп ебәрә.

Гобустан ҡаялары

Флора һәм фауна

Гобустандың үҫемлектәр донъяһы сүлдәр һәм ярымсүлдәргә ярашлы. Үләндәр һәм ҡыуаҡлыҡтар, әрем кеүек күп йыллыҡ үҫемлектәрҙән тора. Тау-таш араһында гөлйемеш, карлик сейә, айыу баланы, артыш, ҡырағай армыт (груша), дөгө, йөҙөм һәм нарҙың (гранат) ҡырағай төрҙәре һәм башҡа ҡыуаҡлыҡтар һәм ағастар осрай.

Һуңғы тиҫтә йылдарҙа Гобустандың фаунаһы ныҡ ярлылана. Гобустандың тәбиғи йәнлектәренән һирәкләп төлкө, шакал, бүре, ҡуян, ҡырағай бесәй, тау һуҫары, ҡырағай күгәрсен, һабан турғайы, күпләп йыландар һәм кеҫәрткеләр осрай.

Гобустан ҡаяһындағы кеҫәртке Ҡурсаулыҡта йылан барлығын иҫкәртеүсе тамға

Ҡаялағы һүрәттәр

Гобустанда 6000-ләп һүрәт бар, улар мезолиттан алып урта быуаттар дауамында эшләнә барған. Мәгәр Әзербайжанда тәүтормош сәнғәте бронза дәүерендә сәскә ата башлаған (б.э.т. IV—II мең йыллыҡтар) тип һанала; ошо осорҙа боронғо ҡәбиләләрҙең тормош тәжрибәһе, инаныстары һәм зауыҡтары тулы ҡанлы рәүешкә ингән.. Петроглифтар таштарға ырып һәм соҡоп яһалған. Улар ҡаяташтар араһында өс урында табылған. Уларҙы бер-береһенә яҡын урынлашҡан бер нисә тауҙа күрергә мөмкин. Был Беюк-даш — Ҙур Таш һәм Кичик-даш — Бәләкәй таш тигән тауҙар. Улар ярымтүңәрәк — Кянизадаг — Батҡаҡ вулканы тип аталған иң ҙур тауҙа ла табылған.

Һүрәттәр йышыраҡ мәмерйәләрҙә һәм ҡая киртләстәрендә табыла. Элек һүрәттәргә, яҡшыраҡ күренһен өсөн, теш таҙартҡыс онтаҡ һибелгән тип раҫлайҙар, хәҙер улай итмәйҙәр. Һүрәттәр араһында һунар, йола бейеүе, ер эшкәртеү күренештәре, төрлө хайуандар, кәмәләр, төрлө тамғалар төшөрөлгәндәре бар.

Бронза осоронда Гобустан ҡаяларындағы һүрәттәр кесерәйә барған. Әммә айырым осраҡтарҙа хайуандарҙың кәүҙәләре тәбиғи ҙурлығында төшөрөлгән. Кешеләрҙең һыны силуэт рәүешендә түгел, һыҙатлап ҡына һүрәтләнә башлаған.

Гобустанда ирҙәр һәм ҡатындар һүрәттәре бер тигеҙ осрай. Ир-ат һунарсы ҡиәфәтендә, уҡ һәм йәйләр менән төшөрөлгән. Улар оҙон буйлы, һомғол кәүҙәле, ҡайыш таҡҡандар, ҡул-аяҡтары мыҡты. Бронза дәүеренә ҡараған ирҙәр һүрәте Гобустанда Беюкдаш тауында бар һәм һыҙатлап ҡына төшөрөлгән. Ирҙәрҙең кәүҙәләре йола бейеүе башҡарып һәм хәрәкәтләндереп анфас позала һүәтләнгән. Алышыуҙары ла төшөрөлгән — көрәшселәрҙең ҡулында таяҡ йәки бысаҡ бар. Төркөм менән йола бейеүе башҡарған күренеш бик тә «яллы» бейеен хәтерләтеүе иғтибарҙы йәлеп итә, бейеүселәр ике рәт булып теҙелешкән. Беюкдашта табылған был һүрәттәр беҙҙең эраға тиклемге III—II мең йыллыҡтарҙа төшөрөлгән тип һанала.

Ҡатын-ҡыҙ матриархатҡа хас һүрәтләнешле — мыҡты, йыуандар, шундай ҡатындар уңдырышлылыҡ күрһәткесе тип һанлаған. Яугир ҡатындар иһә нәҙек билле, аяҡтары ныҡлы, арҡаларында уҡ-йәйә.

Гобустандың ҡаяларында һуңғы 25 мең йылда ошонда йәшәгән хайуандарҙың — йәйрән, ҡыр кәзәһе, болан, ҡыр сусҡаһы, ата, арыҫлан һ.б. һүрәттәрен күрергә мөмкин. Таштарҙа шулай уҡ ҡоштар, балыҡтар, йылан һәм кеҫәрткеләр, төрлө бөжәктәр һүрәтләнгән. Ҡыр хайуандары ла, йорт хайуандары ла осрай. Йортҡа эйәләштерелгән эт һүрәттәре лә бар. Уларҙың һөйәктәре таш тораҡтар янында табыла. Мәҫәлән, ҡабанды эҙәрлекләп барған эт һүрәте бар

Гобустандың бронза осорондағы һүрәттәренән күренеүенсә, малсылыҡ-игенселек үҫешә башлаған мәлдә һунар ҙа әһәмиәтен юғалтмағаны күренә. Кешеләр йәйәүләп тә, һыбай ҙа һунарға сыҡҡан, уҡ-йәйә, һөңгө, өстеш, арҡандар менән ҡоралланған булған. Былар барыһы ла ҡаяларҙа һынландырылған.

Язылытепе һәм Беюкдаш ҡаяларында ҡоралай-боландарға һыбай һунар төшөрөлгән. Был һүрәттәр б.э.т. III—II мең йыллыҡтарға һәм б.э.т. II мең йыллыҡ башына ҡарай. Һунарға уҡ-йәйә, һөңгө, өстеш, арҡандар менән сыҡҡандар. Гобустандың таштарында осраған һунар күренештәре тәүтормош һунарсылары йола бейеүҙәре һәм арбау ҡулланғандарын күрһәтә. Ошо рәүешле йәнлектәр үҙҙәренә һунар итергә рөхсәт бирә тип һанлған..

Гобустандың Язылытепе һәм Беюкдаш ҡаяларында III—II мең йыллыҡтар тип һаналған осорҙа төшөрөлгән аныҡ ҡына болан һындары күренә. Гобустандың бронза осоро һүрәттәре араһында иң йыш осрағаны — безоар тәкәләр . Уларҙы парлап та, айырым да, төркөмләп тә төшөргәндәр..

Беюкдаш аҫҡы итәгендә киң, тәрән, аулы кәмәләр һүрәттәре осрай. Алғы осона ҡояш һүрәте төшөрөлгән ҡамыш кәмәләр ҙә (пирогалар) табылған. Ҡояшлы кәмәләр мәйеттәрҙең йәнен теге донъяға күсереү өсөн файҙаланылған тигән фараздар ҙа бар.. В лодках схематично изображены люди, большинство их с луками, перекинутыми наискосок через плечо.

Билдәле норвег сәйәхәтсе ғалимы Тур Хейердал Гобустандағы кәмәләр һүрәтенә айырата иғтибар иткән. Уныңса, төбө кәкере гобустан кәмәләре кеүек донъяның башҡа ерендә осрамай. Тур Хейердал норвег петроглифтарын гобустандыҡылар менеән сағыштырып, улар төрлө ваҡытта, әммә бер ҡул менән эшләнгән тигән фекергә килгән. Шул эҙләнеүҙәре уға скандинавтар ҡасандыр Әзербайжан ерҙәренән күсенгән тигән һығымта яһырға мөмкинлек биргән.. Әммә был теорияны бик шикләнеп ҡабул иткәндәр.

Әзербайжан ерҙәрендә бронза осоронда йәшәгән халыҡтарҙа ҡояш культы хөкөм һөргән, был Гобустандың петроглифтарында ла сағылыш тапҡан. Ҡояш тамғалары йә нур сәселгән түңәрәк, йә сатраш рәүешле эшләнгән. Был мифологияны б.э.т. II мең йыллыҡтарына ҡайтарып ҡалдыралар.

Рим яҙмаһы

Ҡурсаулыҡҡа ингән Беюк-даш тауы итәгендә латин яҙмаһы бар, уны б.э. I быуатыныҡы тип һанайҙар. 84 менән 96 йылдар тигән фараз бар. Уны «Фульмината» (йәшендәй) ҡушаматлы Домициан ҡалдырған тип уйлайҙар. 75 йылда Домициан теләктәш Иберия һәм Албания батшалыҡтарына ярҙамға Кавказға легионын ебәргән булған. Шул рәүешле, легион Римдән көнсығышҡа иң йыраҡ киткән легион тип һанала. Легион булып киткәнлеген раҫлаған яҙыу XX быуаттың 30-сы йылдарында табылған.

Таш таҡталағы яҙма ошолай:

Imp Domitiano Caesare avg Germanic L Julius Maximus> Leg XII Ful.

Тәржемәһе: «Император Германлы Цезарь Август Домициан осоро, Луций Юлий Максим, XII Йәшендәй Легион Центурионы». Гобустандағы яҙмала Апшерон халҡы ҡырған XII легион отряды телгә алынған тип һанала.

Апшеронда I быуатта рим легионы булып киткәнлеге шулай уҡ Рамана тигән ауыл атамаһы менән бәйләнгән булыуы ла ихтимал. Рим ғәскәре яҡыныраҡ берәй ҙур аймаҡҡа, бәлки Баҡыға юл тотҡандыр.

Гавалдаш

Гавалдаш (төрки — «гавал» һәм «даш» — таш һүҙҙәренән, башҡ. — дөңгөр) — был үҙенә башҡа дөңгөр тауышлы, ергә ятҡырып ҡуйылған ҙур таш. Уға һуғып, бик көйлә тауыштар сығарып була. Тауышы дөңгөрҙөкө кеүек. Гобустанда 2 дөңгөрташ бар: Чингирдаг тауының төньяҡ итәгендә һәм Беюкдаш тауында. Дөңгөрташ кешеләргә үрге палеолиттан билдәле булған тип һанала. Уны шул тирәлә йәшәгән көтөүселәр файҙаланғандыр тип фараз итәләр..

Гавалдаш ҡабырсаҡлы эзбизташтан хасил һәм яҫы бер киҫәктән тора. Ул ҡаяға ике урында ғына тейеп тора һәм һауала аҫылынып торған кеүек хис уята. Гавалдаштың тауышы төрлө урынында төрлөсә сыға. Ҡабырсаҡтарҙың тығыҙлығына йәки кәүшәклегенә бәйле бәйле был. Боронғо кешеләр уға һуғыр өсөн ваҡ таш файҙаланғандар. Улар ярҙамында тауышты көйләп булған..

Ҡәбилә һаҡсылары йыртҡыстар һөжүм иткәндә йә башҡа хәүефле осраҡтарҙа уны файҙаланған тигән фекер бар. Уны боронғо кешеләр үк файҙалана башлағандыр. Таш кеше йәшәгән ерҙән алыҫ ҡына урынлашҡан, тауышы 2-3 саҡрымаға етә. Йола бейеүҙәре лә уның ярҙамында башҡарылған тип фараз ителә.. Шулай уҡ дөңгөрташ ҡәбиләләрҙе ойоштороу тороусы бер урын булған тип тә уйлайҙар. Ошонда халыҡ бергә йыйылған, төрлө байрамдар һәм йолалар үткәргән..

Гавалдашҡа төрки ҡатын-ҡыҙҙар сәйәхәте

2000 йылдың апрель айында Әзербайжанда «Деде Ҡорҡот» дастанының юбилейы айҡанлы үткәрелгән сараларҙың береһе Төрки ҡатын-ҡыҙҙар саммиты булды. Мәҙәни программала Гобустан ҡурсаулығына сәйәхәт ҡаралғайны. Дүрт кешенән торған Башҡортостан делегацияһы шулай уҡ был ҡурсаулыҡта булды һәм хатта дөңгөрташтарҙың береһендә уйнап та ҡараны. Тауышы ысынлап та яңғырап тора, бик йыраҡ китә. Ҡурсаулыҡтың музейында шул һүрәттәргә таянып ижад ителгән макеттар ҙа ҡуйылған.

Төрмә

Дәүләт Гобустан ҡурсаулығы биләмәһендә үтә ҡурҡыныс енәйәтселәр өсөн ябыҡ төрмә булған. ЮНЕСКО талабы менән төрмә Умбаки ҡасабаһына күсерелгән.

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Джафарзаде И. М. Наскальные изображения Гобустана, Труды Института истории АН Аз. ССР. Баку, 1958
  • Джафарзаде И. М. Наскальные изображения Гобустана. Сб. «Археологические исследования в Азербайджане».

Баку, 1965

  • Мурадова Ф. М. Гобустан в эпоху бронзы (на азерб. языке). Баку, 1979
  • Алиев В. Г. Культура эпохи средней бронзы Азербайджана. Баку, Элм, 1991
  • Рустамов Дж. Н., Мурадова Ф. М. Петроглифы Гобустана (на азерб. языке). Баку, 2003
Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
There are no tips nor hints for Гобустан (ҡурсаулыҡ) yet. Maybe be you will be the first one to post useful information for fellow travellers? :)

Hotels nearby

See all hotels See all
Sapphire Marine

starting $85

Homebridge Hotel Apartments

starting $56

Aysberq Resort

starting $53

The Crescent Beach Hotel

starting $71

Black Mount Hotel

starting $35

Ramada Baku

starting $94

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Баҡы телебашняһы

Баҡы телебашняһы (әзерб. Qülləsi Televiziya Bakı) — Әзербайжан ба

Add to wishlist
I've been here
Visited
Alley of Honor

The Alley of Honor (Azerbaijani: Fəxri Xiyaban, Honorary Alley) is a

Add to wishlist
I've been here
Visited
Шәһиттәр аллеяһы

Шәһиттәр аллеяһы (әзерб. Şəhidlər XiyabanıŞəhidlər Xiyab

Add to wishlist
I've been here
Visited
Ширваншаһтар һарайы

Ширваншаһтар һарайы (әзерб. Şirvanşahlar sarayı) — Ширван дәүләте

Add to wishlist
I've been here
Visited
Эскәре шәһәр

Эскәре шәһәр (әзерб. İçəri şəhər — Эскәре шәһәр), халыҡ тел

Add to wishlist
I've been here
Visited
Ҡыҙ ҡалаһы (Баҡы)

Ҡыҙ ҡалаһы (әзерб. Qız QalasıQız Qalası — Гыз галасы) — Ичери-

Add to wishlist
I've been here
Visited
Fountains Square, Baku

Fountains Square (Azerbaijani: Fəvvarələr meydanı) is a public squ

Add to wishlist
I've been here
Visited
National Library of Azerbaijan

The Mirza Fatali Akhundov National Library of Azerbaijan (Azeri:

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Machu Picchu

Machu Picchu (Quechua: Machu Pikchu, 'Old Peak', pronounced ]) is a

Add to wishlist
I've been here
Visited
Афина Акрополе

Афина Акрополе (грек. Ακρόπολη Αθηνών) — Афина ҡалаһынд

Add to wishlist
I've been here
Visited
Персеполь

Персеполь (бор. грек. Περσέπολις — һүҙмә-һүҙ: Фарсылар ҡалаһы,

Add to wishlist
I've been here
Visited
Quebrada de Humahuaca

The Quebrada de Humahuaca is a narrow mountain valley located in the

Add to wishlist
I've been here
Visited
Помпеи

Помпе́и (лат. Pompeji, итал. Pompei, неоп. Pompei; грек. Πομ

See all similar places