Ганновер

Ганновер (нем.Hannover [haˈnoːfɐ]) — Германия Федератив Республикаһында Түбәнге Саксония еренең административ үҙәге. Ганновер – Түбәнге Саксонияла иң ҙур ҡала.

Дөйөм мәғлүмәттәр

  • Лайне йылғаһында һәм Урта герман каналындағы порт
  • Халыҡ-ара аэропорт
  • Йыл һайын сәнәғәт йәрминкәләре үтә, уларҙың иң ҙуры - Hannover Messe һәм CeBIT

Төньяҡ диңгеҙгә тиклем алыҫлыҡ 160 км тәшкил итә, Балтик диңгеҙенә — 200 километр. Ганновер Люнебург буш ерҙәренең һәм таулы Везербергланд ялғауында ята. Иң юғары нөктәһе: Кронсберг тауы — 118 м.

Күп йыллыҡ уртаса йыллыҡ температура — 8,7 °C, яуым-төшөм 644 мм.

34,1 % майҙанды ҡаланың биналары биләй, 15,5 проценты — коммуникациялар, юлдар, 11,4 проценты — урмандар, 14,7 % — башҡа ултыртылған йәшеллектәр, 15,8 % — баҡсалар һәм ауыл хужалығы ерҙәре тәшкил итә.

Халҡы

Ганноверҙың 2015 йылдың 31 декабренә ҡарата халҡы 532 163 кеше тәшкил итә

Йылдар менән Ганноверҙың халыҡ һаны
25.05.1987 31.12.1995 31.12.2001 09.05.2011 31.12.2014 31.12.2015
494 864 523 147 415 516 416 506 642 523 532 163

Климаты

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 15,7 18,3 24,4 29,7 32,2 33,9 35,8 38,0 33,0 26,7 20,6 16,3 38,0
Уртаса максимум, °C 4,1 4,9 8,9 14,0 18,6 21,0 23,6 23,3 18,9 13,7 8,1 4,5 13,6
Уртаса температура, °C 1,6 1,9 5,0 8,9 13,4 16,0 18,4 17,9 14,1 9,9 5,5 2,3 9,6
Уртаса минимум, °C {{{Янв_ср_мин}}} −1,1 1,4 3,9 7,9 10,9 13,3 13,0 10,0 6,5 2,9 −0,1 5,6
Абсолют минимум, °C {{{Янв_а_мин}}} −24,3 −18,3 −7,4 −3,2 0,3 3,3 3,3 −1,3 −7,9 −17,1 −20,9 −24,8
Сығанаҡ: Погода и Климат

Тарихы

1150 — Ганновер тураһында беренсе тапҡыр телгә алына. Вельф герцогы Генрих Лев (1139—1195) Лайне йылғаһының һул ярына Лауенроде замогын төҙөй.

1241 — ҡалаға Магдебург хоҡуғы бирелә.

1256 — ҡала советы Изге Руз госпитален ойоштора.

1526 — тәүге тапҡыр һыраның популяр сорты ҡайнатыла.

1533 — Реформация. Католик сиркәү советы Хильдесхаймға ҡаса. Ҡала халҡы XIX быуат уртаһына тиклем лютеранлы булып ҡала.

1626 — Ганновер халҡының өстән бер өлөшө чума ҡорбаны була.

1636 — герцог Георг фон Каленберг Ганноверҙы үҙенең резиденцияһы сифатында һайлай, оборона ҡоролмаларының яңы комплексын төҙөй.

Герцог Йоһанн Фридрих (1665—1679) Лейбницҡа Херренхаузенда баҡсаға нигеҙ һалырға ҡуша (1676) һәм үҙе ойошторған китапхана менән етәкселек итеүҙе йөкмәтә.

Йоһанн Фридрихтың вариҫы Эрнст-Август (1679—1698) Изге Рим империяһының курфюрст титулын ала. Ганновер Брауншвейг-Люнебург герцоглығының баш ҡалаһы була.

1701 йыл — кенәз ҡыҙы Софи (Kurfürstin Sofie) Бөйөк Британияның тәхет вариҫы иғлан ителә.

1714 йыл — курфюрст Георг-Людвиг (1698—1727 йылдарҙа) Георг Беренсе исеме аҫтында Бөйөк Британияның короле тип иғлан ителә. Бөйөк Британия менән шәхси уния урынлаштырыла, ул 1837 йылға тиклем була.

1732 йыл — «Wöchentliche hannoversche Intelligenz-Zettel» — Ганноверҙа тәүге гәзит сығарыла.

1788 йыл — Мәғрифәтселек дәүере яҙыусыһы А. фон Книггестың «Об обращении с людьми» («Über den Umgang mit Menschen») китабы сыға.

1790 йыл — һауала осоусы Бланшар (Blanchard) һауа шарында осоп күрһәткәне өсөн магистраттан ҡаланың почетлы гражданы исемен ала.

1803 йыл — Ганноверҙың француз ғәскәрҙәре тарафынан ун йыллыҡ оккупацияһы башлана. Күпмелер ваҡыт ҡала Вестфалия короллеге составына инә, унда Наполеондыың ир туғаны Жером Бонапарт хакимлыҡ итә.

1719 йылда Бремен һәм Верден герцоглыҡтары, 1803 йылда — Оснабрюк, 1814—1815 йылдарҙа — Көнсығыш Фрисландия, Хильдесхайм, Линген, Меппен берләштерелә. 1814 йылда Вена конгресы ҡарары буйынса һәм Эрнст Мюнстр тырышлығы ярҙамында (Ганновер эштәре менән 1815—1831 йылдарҙа идара итеүсе), Ганновер короллек статусын ала һәм Германия союзына инә.

1826 йыл — континенталь Европала тәүге тапҡыр урамдар яҡтылыҡ бирә торған газ ярҙамында яҡтыртыла

1828 йыл — Гётеның «Страдания юного Вертера» романындағы Лоттаның прототибы Шарлотта Кестнер вафат була.

1837 йылда Ганновер тәхетенә Камберленд герцогы Эрнст Август ултыра ( 1837 йыл—1851 йылдарҙа хакимлыҡ иткән) — йөҙҙән ашыу йыл эсендә беренсе тапҡыр Бөйөк Британия короле булмаған һәм даими рәүештә Германияла йәшәгән Ганновер хакимы.

1843 йыл — Ганновер һәм Лерте араһында беренсе тимер юлы бәйләнеше. Ганноверҙа төп тимер юл вокзалы — туранан-тура схема буйынса планлаштырылған Германияла беренсе вокзал.

1851 йыл —«Victoria regia» рауза сорты Херренхаузен баҡсаһында беренсе тапҡыр сәскә ата.

1866 йыл — Пруссия Ганноверҙан короллекте тартып ала. Ҡала пруссия провинцияһы Ганноверҙың баш ҡалаһы була. Король Георг V илде ташлап китә.

1887 йыл — Эмиль Берлинер тарафынан граммофон уйлап табыла.

1902 йыл — донъяла беренсе тапҡыр үҙйөрөшлө пожар экипажын эксплуатациялау башлана.

1905 йыл — Германияла «Бальзен» фирмаһының кондитер фабрикаһында беренсе конвейеры сафҡа индерелә.

1916 йыл — Рейн — Ганновер. участкаһында урта герман судоходство өсөн каналды эксплуатациялау башлана.

1924 йыл — «Hanomag» фирмаһы әҙ һыйҙырышлы «Коммисброт» автомобилдәре сериялы сығарыла башлай. Ганновер ҡалаһында радиотапшырыуҙар башлана.

1928 йыл — Урта герман судоходство каналында Гинденбург исемендәге шлюз сафҡа индерелә.

1933 йыл — власҡа Национал-социалистар килә. Коммунистарҙы һәм социалистарҙы эҙәрлекләү һәм үлтереү башлана. Бойондороҡһоҙ матбуғат тыйыла. Теодор Лессинг һөргөндә үлтерелә.

1939 йыл — яҡынса 60 мең әсир ҡала предприятиеларында мәжбүри хеҙмәт менән шөғөлләнә.

1943 йыл — Ганновер биҫтәһендә: Алеман Лиммерҙа, Мисбургта һәм Штокенда концлагерҙар төҙөлә

1944 йыл — Лангенхагенда концлагерь төҙөлә.

1945 йыл — Зеельхорст зыяратында 154 кешене күпләп атыу.

1940 йылдан башлап союздаш авиация Ганноверға 88 хәрби осош яһай, һөҙөмтәлә ҡала 90 процентҡа емерелә, 6 меңгә яҡын кеше һәләк була, вермахт хәби хеҙмәткәрҙәре араһында юғалтыуҙар Ганноверҙан 10 мең кеше тәшкил итә.

1946 йыл — Ганновер британ оккупацияһы зонаһында урынлаша һәм яңы барлыҡҡа килгән Түбәнге Саксония еренең баш ҡалаһы була.

1946 йыл — «Ганновер мөғжизәһе» — емерек ҡаланы тергеҙеүҙең новаторлы концепцияһы ойошторола. Концепцияның артабанғы үҫеше «Автомобиль өсөн ҡала».

1947 йыл — беренсе Hannover Messe даими халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәгә нигеҙ һалына, ул ҡала өсөн иҡтисади эшмәкәрлектең яңы мөмкинлектәрен аса.

1952 йыл — граждандар авиацияһы өсөнГанновер-Лангенхаген (HAJ) аэропорты асыла.

1961 йыл — емерелеп бөткән ҡала үҙәген тергеҙеүҙе тамамлау тураһында рәсми рәүештә иғлан ителә.

1965 йыл —ер аҫты тиҙ йөрөшлө трамвай линияһының беренсе линияһы төҙөлә башлай.

1974 йыл — Ганноверҙа футбол буйынса донъя чемпионаты үтә.

1986 йыл — Industriemesse ойошмаһынан CeBIT формаль рәүештә бүленә

1988 йыл — Ганноверҙа футбол буйынса Европа чемпионаты үтә.

2000 — ЭКСПО 2000 — бөтә донъя күргәҙмәһе үткәрелә— һәм бының менән бәйле ҡаланың бөтә инфраструктураһы яңыртыла. Ганноверҙы күргәҙмә үткәреү урыны итеп һайлауҙа, Германияның, буласаҡ федераль канцлеры Герхард Шрёдер (ул саҡта Түбәнге Саксония еренең премьер-министры) булышлыҡ итә, ул әле лә Ганноверҙа йәшәй. 2005 йылда Ганноверҙа уның канцлер вазифаһы менән хушлашыу тантанаһы үтә.

2001 йыл — Ганновер ҡалаһында хоккей буйынса донъя чемпионаты, шул иҫәптән финал үтә.

2006 йыл — реконструкцияланған стадионда көнэлгәре уйындар һәм футбол буйынса донъя чемпионатының һигеҙҙән бер финалы үтә.

Иҫтәлекле урындары

Kurt-SchwItters-Platz. Ул 1992 йылда асыла һәм 1972 йылда киңәйтелә. Матур архитектура бинаһы. Күркәм коллекция. 1900 —1930 йылдар сәнғәте Пикассо, Клее, Малевич, Швиттерс әҫәрҙәрен тәҡдим итә. Сюрреалистар, дадаистар һәм экспрессионистар киң күрһәтелә.

Август Кестнер музейы

Трамплац, 3 майҙанында урынлашҡан. Грек һәм мысыр сәнғәте, боронғо римлеләр һәм этрусктар әҫәрҙәре, урта быуаттарҙан алып беҙҙең көндәргә тиклем башлап шулай уҡ урта быуаттарҙан беҙҙең көндәргә тиклем һөнәрселек әйберҙәре күрһәтелә. Бина заманса күренә, әммә 1889 йылдағы неоклассик бинаны был бары тик тыштан ғына ҡаплап тора.

Түбәнге Саксония ерендәге музей

Вилли Брандт, 5 майҙанында урынлашҡан. Музейҙың дүрт бүлеге бар: XI быуаттан алып импрессионистарға тиклем һынлы сәнғәт һәм скульптура; тәбиғәт тарихы (геология, зоология һәм аквариум); боронғо дәүергә тиклем бик бай тупланма; этнологик бүлек (бөтә континенттарҙан экспонаттар). Өс юғарыла әйтеп үтелгән музейҙар ҡала үҙәгендә, яңы ратуша эргәһендә (нем. Neues Rathaus) бер-береһенән яҡын урынлашҡан.

Ҙур баҡса

Херренхаузен районында ҙур баҡса, Ганноверҙың ғорурлығы, барокко стилендәге күркәм баҡса, Версаль өлгөһө буйынса, 1666—1714 йылда һалынған. Һарай герцог Ганноверскийҙарҙың йәйге резиденцияһы булып хеҙмәт итә, 1943 йылда емерелә. Ике матур бина ғына емерелмәй ҡала — оранжереяһы һәм галереяһы. Йәй бында театр һәм музыкаль тамашалар күрһәтелә, фейерверктар ойошторола.

1945 йылдан һуң тергеҙелгән герцогтар һарайында билдәле XIX быуат рәссам-сатиригы Вильгельм Буш исемендәге музей урынлашҡан. Музейҙа В. Буштың карикатураларының ҙур коллекцияһы ғына түгел, шулай уҡ үткән һәм хәҙерге заман рәссамдарының эштәре лә бар.

Яңы ратуша

Ҡала идаралығы бинаһы, 1901—1913 йылдарҙа төҙөлгән.

Машзее

Машзее — 1934—1936 йылдарҙа һаҙлыҡ урынында төҙөлгән яһалма күл. Ҡала был күлде Веймар республикаһы (1918—1933) ваҡытында уҡ ойошторорға планлаштыра, әммә ул саҡта проект тормошҡа ашырылмай. Башланғысты нацистар идеологик маҡсатта элеп ала, улар коллектив саралар культы, хеҙмәттә бәхет тапҡан халыҡ, сәләмәт ял кеүек лозунгтар иғлан итә. Күл яры буйында шул дәүерҙе хәтерләткән колонна һәм скульптура күтәрелә. Колоннаның нигеҙендә ҡурҡыныслы немец бөркөтө һәм фашист свастикаһы менән биҙәлгән буш түңәрәк. Йәй сәғәт һайын ял итеү катеры ҡуҙғала. Машзее янында совет хәрби әсирҙәренең зыяраты урынлашҡан, унда мемориал урынлашҡан, мемориалдың авторы совет скульпторы Николай Мухин-Колода.

«Ҡыҙыл еп»

«Ҡыҙыл еп» — 4,2 км оҙонлоҡтағы туристик маршрут, ҡаланың төп иҫтәлекле урындарын үҙ эсенә ала. Маршрут Төп Тимер юлы вокзалынан башлана, король Эрнст Августың шул уҡ исемдәге майҙандағы ат статуяһынан башлана. Юлдың беренсе участкаһы — Крёпке майҙанына (нем. Kröpcke) китә. Был майҙан — Ганноверҙың төп саты. Бында халыҡтың күмәк күңел асыуҙары һәм сәйәси митингтар үтә. Майҙандың түбәнге өлөшөндә «Елдәр розаһы» урынлашҡан, ул Ганноверҙан алып донъяның ҙур ҡалаларына тиклем алыҫлыҡты күрһәтә. Майҙан аҫтында йәнле сауҙа урамы үтә, ул ер аҫтында төп тимер юлы вокзалын һәм Крёпке метро станцияһын — төп күсеп ултырыу үҙәген тоташтыра.

Опера театры

Опера майҙанында урынлашҡан. Гүзәл архитектура һәм иң яҡшы спектаклдәр. Был бина неоклассик стилдә һарай яны архитекторы Георг Людвиг Лавес (1814—1864) тарафынан төҙөлгән, ҡала йөҙөн булдырыуҙа ҙур өлөш индерә.

Бегинок башняһы

Ам-Хоэн-Уфер (нем. Am Ufer Hohen) яр буйы урамында X быуаттан беренсе йорттар төҙөлә башлай. Ҡаланың исеме шунан киткән. Бегинок башняһы 1357 йылдан билдәле.

Баҙар сиркәүе

XIV быуат сиркәүе кирбес готикаһы стилендә.

Изге Эгидий сиркәүе

XIV быуатта төҙөлгән, утҡа тотолғандан һуң емерелгән, ул һуғыш емереклектәре ҡомартҡыһы булараҡ һаҡлана. Сиркәүҙә ҙур ҡыңғырау бар, уны Японияның Хиросима ҡалаһы Икенсе донъя һуғышы йыллығы хөрмәтенә бүләк иткән.

Иҫке ратуша

Иҫке Ратуша (Rathaus Altes) — Ганноверҙа беренсе ратуша, иҫке ҡала йәмәғәт бинаһы.

Лейбниц йорто (нем. Leibnizhaus) — XX быуатта тергеҙелгән 1499 йылғы бина. Йорт бөйөк ғалим Лейбниц исемен йөрөтә, ул унда 1698 йылдан 1716 йылға тиклем йәшәгән.

Ватерлоо колоннаһы

Бейеклеге 46 м булған колонна 1815 йылда Наполеон өҫтөнән еңеү хөрмәтенә 1832 йылда архитектор Лавес тарафынан төҙөлгән. Ватерлоо янындағы һуғышта Ганноверҙан да ғәскәрҙәр ҡатнашҡан.

Ганновер зоопаркы

Ганновер зоопаркының 22 гектар территорияһында 200 төрҙәге 2000-дән ашыу хайуан бар.

Германияла Серенгети паркы (Safari Serengeti Park)

Ганновер менән Бремен араһында Сафари Серенгети паркы урынлашҡан. Майҙаны 200 гектарҙан ашыу. Был паркта африка сафари-парктарында кеүек, иректә жирафтар, филдәр, зебралар, бизондар һәм мөгөҙморондар йөрөй, саҡ-саҡ һиҙелерлек кәртәләр артында йыртҡыс хайуандар, мәҫәлән, африка арыҫландары, леопардтар һәм бенгаль юлбарыҫтары йәшеренә. Шуға күрә бында йәйәү йөрөү тыйыла.

Дёрен башняһы

Дёрен башняһы (нем. Döhrener Turm) — урта быуат ҡарауыл башняһы.

Һаулыҡ һаҡлау

Ганноверҙың ҙур клиникаларының береһе университет клиникаһы (МНН), ул үҙенең фәнни ҡаҙаныштары менән Түбәнге Саксонияла ғына түгел, бөтә Германияла билдәле. Тап ошо клиникала йөрәк ауырыулы балалар өсөн үҫеүсе йөрәк ҡапҡасының уникаль методикаһы булдырылған. Клиника бөтә Европанан, шулай уҡ Рәсәйҙән, БДБ илдәренән һәм Ғәрәм Әмирлектәренән күп һанлы пациенттарҙы ҡабул итә. Ганноверҙың университет клиникаһы дәүләт дауалау учреждениеһы булып тора, шуға күрә дәүләт ҡаҙнаһынан финанслана.

Университеты клиникаһынан тыш, Ганноверҙа төрлө милектә булған тағы бер нисә эре медицина үҙәктәре бар. Тәү сиратта был Нордштад ҡалаһының төньяҡ өлөшөндәге клиника, Хайдехаустың көнсығыш районындағы дауахана, Силоа клиник дауаханаһы һәм Линдендың тире ауырыуҙары клиникаһы. Ганновер төбәге клиникаларына шулай уҡ сиркәү хәйриә фонды аҡсалата ярҙам итә. Уларға Фридерикен клинникаһы кеүек билдәле клиника инә, уның составына ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, Генриетта клиникаһы һәм Винсент дауаханаһы инә.

Транспорты

Тимер юл бәйләнеше

Ганновер — ике магистраль Берлин—Амстердам һәм Гамбург—Мюнхен сатындағы эре тимер юл үҙәге. Пассажир вокзалының үткәреү һәләте көнөнә 250 мең кеше (вокзал бинаһында урынлашҡан сауҙа үҙәгенә килеүселәрҙе иҫәпкә алып). Көн һайын 686 поезд ебәрелә, шуларҙың 64 тиҙ йөрөшлө ICE Deutsche Bahn поезд .

Ганновер ҡалаһында Deutsche Bundesbahn тимер юл дирекцияһының береһе урынлашҡан .

Ҡала яны-ҡала юлдары үҫешкән. Ганновер ҡала эсе тимер юлы (S-Bahn) халыҡ-ара аэропорт менән күргәҙмә комплексы араһында тура юлды тәьмин итә.

Автомобиль юлдары

Ганновер аша ике федераль автобан — А2/Е30 һәм А7/Е45 үтә. Ҡалала тиҙлекле юлдар селтәре үҫешкән. Ҡала үҙәгендә парковкалар бөтә ерҙә лә тиерлек түләүле. Ҡала-ара һәм халыҡ-ара бәйләнеш өсөн — ZOB (Zentralomnibusbahnhof Hannover) автовокзал бар.

Ҡала транспорты

Тиҙ йөрөшлө трамвай маршрутының дөйөм оҙонлоғо ~167 км, уларҙың — 20 км ер аҫты туннеле, автобус маршруттары.

Ике төр транспорт өсөн берҙәм юл йөрөү документтары GVH тариф килешеүенә ярашлы яраҡлы (өлөшләтә ҡала яны поездары Bahn AG. Deutsche өсөн яраҡлы). Ганновер һәм округтар тарифтар зонаһына бүленгән, юл хаҡы зоналарҙың һанына һәм билеттың/абонементтың ваҡытына бәйле. Ҡала ситендә яраҡлы көндөҙгө билет 2014 йылдың 1 сентябренә ҡарата 4,90 Евро тора.

Авиация транспорты

Ганновер-Лангенхаген (HAJ) халыҡ-ара аэропорты Ганноверҙың төп тимер юл вокзалы, шулай уҡ күргәҙмә комплексы территорияһы поездар тармағы менән бәйле S-Bahn, Һауа юлы БДБ ҡалалары менән бәйле.

Йылға транспорты

Йылға транспортының йыллыҡ ташыу күләме 2,8 млн тонна тәшкил итә, навигация Урта герман судоходство каналы буйынса башҡарыла.

Билдәле шәхестәре һәм почетлы граждандары

Ганноверҙың билдәле кешеләре:

  • Ханна Арендт (1906—1975) — йәһүд сығышлы немец-америка философы, тарихсы һәм сәйәси теоретик, тоталитаризм теорияһына нигеҙ һалыусы.
  • Рудольф Аугштайн (1923—2002) — немец журналисы, билдәле «Шпигель» журналына нигеҙ һалыусы, 55 йыл дауамында ул уның яуаплы мөхәррире була.
  • Бакмейстер Иван Григорьевич (1732—1788) — немец библиографы, Рәсәй фәндәр академияһы китапханасыһы.
  • Эмиль Берлинер (1851—1929) — америка уйлап табыусыһы, граммофонды уйлап тапҡан.
  • Франк Ведекинд (1864—1918) — немец шағиры һәм драматургы, экспрессионизмдан алда эшләүсе.
  • Отто Зандер (1941—2013) — немец актеры.
  • Август Вильгельм Иффланд (1759—1814) — немец актеры, драматург, режиссер.
  • Паскуаль Йордан (1902—1980) — немец математигы һәм физигы.
  • Теодор Лессинг (1872—1933) — йәһүд сығышлы немец философы һәм публицисы, нацизм ҡорбандарының береһе.
  • Тео Линген (1903—1978) — немец комик актеры, режиссер һәм яҙыусы.
  • Луиза Августа Вильгельмина Амалия Мекленбургская (1776—1810) — принцесса Мекленбург-Стрелицкая, Фридрих Вильгельм III ҡатыны һәм Пруссияның королева-консорты. Рәсәй императоры Александр II оләсәһе.
  • Клаус Майне (1948) — немец рок-йырсыһы, гитарасы һәм шағир, Scorpions төркөмө йырсыһы.
  • Лена Майер-Ландрут (1991) — немец йырсыһы, Осло ҡалаһында үткән халыҡ-ара Евровидение-2010 конкурсы еңеүсеһе.
  • Отто Мейергоф (1884—1951) - немец биохимигы һәм йәһүд сығышлы табип, физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты.
  • Оливер Похер (1978) — немец телевидениеһын алып барыусы, комик.

Ганновер ҡалаһының почетлы граждандары

2016 йылдың июнендәге мәғлүмәт буйынса, Ганноверҙың 150 кешеһе 2016 йылда иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнгән. Уларҙан ике кеше был маҡтаулы исемдән нацист енәйәтселәре булараҡ 1978 йылда мәхрүм ителә (Адольф Һитлер һәм Бернгард Руст).

Туғандаш ҡалалар

  1. Бристоль, Бөйөк Британия
  2. Хиросима, Япония
  3. Перпиньян, Франция
  4. Ру, Франция
  5. Познание, Польша
  6. Петропавловск, Ҡаҙағстан
  7. Блантайр, Малави
  8. Иваново, Рәсәй

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Kestnergesellschaft
  • Малайҙар хоры Ганноверский

Иҫкәрмәләр

  • Ганновер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар

Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
There are no tips nor hints for Ганновер yet. Maybe be you will be the first one to post useful information for fellow travellers? :)

Hotels nearby

See all hotels See all
Kastens Hotel Luisenhof

starting $724

Mercure Hotel Hannover City

starting $240

Cityhotel Thüringer Hof Klassik Hannover

starting $587

City Hotel Hannover

starting $75

Boutique 030 Hannover City

starting $604

Bed?nBudget City-Hostel

starting $103

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Leineschloss

The Leineschloss (English: Leine Castle), situated on the Leine in

Add to wishlist
I've been here
Visited
Marktkirche

The Marktkirche ('The Church on the Marketplace') St. Georg and St.

Add to wishlist
I've been here
Visited
Kestner-Museum

Kestner-Museum is a museum in Hanover, Germany, founded in 1889. It

Add to wishlist
I've been here
Visited
Sprengel Museum

The Sprengel Museum in Hanover houses one of the most significant

Add to wishlist
I've been here
Visited
Hanover Zoo

Hanover Zoo is located in the city centre of Hanover, Germany. The zoo

Add to wishlist
I've been here
Visited
Hannover Airport

Hannover Airport (IATA: HAJ, ICAO: EDDV) is the international airport

Add to wishlist
I've been here
Visited
Kronsberg

Кро́нсберг (Deutsch. Kronsberg) — холм на юговосточной окра

Add to wishlist
I've been here
Visited
Landestrost Castle

Landestrost Castle (German: Schloss Landestrost) is a castle in the

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Hudson River Park

Hudson River Park is a waterside park on the North River (Hudson

Add to wishlist
I've been here
Visited
Kerry Park (Seattle)

Kerry Park is a Шаблон:Convert park on the south slope of Queen Anne

Add to wishlist
I've been here
Visited
Volunteer Park (Seattle)

Volunteer Park is a Шаблон:Convert park in the Capitol Hill neigh

Add to wishlist
I've been here
Visited
Holyrood Park

Holyrood Park (also called the Queen's Park or King's Park depending

Add to wishlist
I've been here
Visited
Gantry Plaza State Park

Gantry Plaza State Park is a state park on the East River in the

See all similar places