Эребуни

Эребуни́ (Ирпуни́, Ирепуни́, Эревуни, Эревани урартурарт URUer-bu-ú-ni, әрм.әрм. Էրեբունի) — Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереван ситендәге Арин-Берд убаһында урынлашҡан боронғо Урарту дәүләтенең баш ҡалаһы. Эребуниҙы Урартуның батшаһы Аргишти I беҙҙең эраға тиклем 782 йылда урартуларҙы Арарат уйһыулығында төпләндереү өсөн терәк пункты сифатында төҙөй. Эребуни ҡалаһы ерҙәре хәҙерге Ереван уртаһында урынлашҡан, шулай уҡ әрмән телендә Эребуни һәм Ереван атамалары яҡынса бер төрлө мәғәнәләге һүҙҙәр, йәғни «атайҙың йәшәгән урыны» тигән мәғәнәне аңлата. Шуға ла беҙҙең эраға тиклемге 782 йылда Ереванға нигеҙ һалынған, тип иҫәпләнелә. Әммә беҙҙең эраға тиклем IV быуаттан беҙҙең эраның III быуатына тиклем Ереван урынында ниндәй ҙә булһа тораҡ пунктының булыуын раҫлаған мәғлүмәттәр юҡ. Ҡала беҙҙең эраның III быуатында ғына Эребуниҙан төньяҡҡа табан 2 километр алыҫлыҡта «Эреван» атамаһы менән ҡайтанан төҙөлә башлай. «Forbes» журналы был тораҡ пунктын «донъялағы иң боронғо 9 ҡәлғә» исемлегенә индергән.

Өйрәнеү тарихы

Арин-Берд убаһы үҙенә ғалимдар иғтибарын беренсе тапҡыр1894 йылда йәлеп итә. Урыҫ ғалимы А. А. Ивановский Чолмакчи (хәҙерге ваҡытта Еревандың Иҫке Норк районы) ауылында йәшәгән бер кешенән урарту шына яҙыуы төшөрөлгән ташты һатып ала. Һатыусы Папак Тер-Аветисов был ташты , 1879 йылда Арин-Берд убаһында табып алыуы хаҡында белдерә. Тиҙҙән М. В. Никольский[./Эребуни#cite_note-5 [5]]. таштағы һүрәтте һәм яҙыуҙың яҡынса тәржемәһен баҫтырып сығара. Ташта, ошо урында Урарту батшаһы Аргишти I «10100 капи һыйҙырышлы» иген һаҡлағыс төҙөнө, тип яҙылған була. Әммә убала археологик ҡаҙылма эштәре бик оҙаҡ йылдар буйы алып барылмай. Тик 1947 йылда ғына Ереванда Кармир-Блурҙы ҡаҙып сығарыу менән шөғөлләнгән Б. Б. Пиотровский етәкселегендәге археология экспедицияһы убала тикшеренеү эштәрен үткәрә. Ошо уҡ археология экспедицияһы 1950 йылда систематик рәүештә Арин-Берд убаһында ла археологик ҡаҙылма эштәрен алып барыу менән шөғөлләнә..

Арин-Берд емереклектәрен Урартуның Эребуниһына тиңләү

1950 йылдың 25 октябрендә тикшеренеү эштәрен алып барған ваҡытта әрмән ғалимы К. Л. Оганесян шына яҙыуы менән ҡапланған ике базальт ташын таба. Таштарҙың береһендә Урарту батшаһы Сардури Икенсенең иген һаҡлағыс төҙөүе, ә икенсеһе Эребуни ҡәлғәһен Урарту батшаһы Аргишти Беренсенең төҙөүе тураһында хәбәр итә. Ошонан һуң Арин-Берд убаһы аҫтында боронғо Эребуни ҡалаһы емереклектәре ятырға тейеш, тигән фараз барлыҡҡа килә, һәм 1952 йылдан убала ике археологик экспедиция: Әрмен ССР-ы Фәндәр Академияһының Археология һәм этнография институты һәм Пушкин исемендәге Дәүләт Һынлы сәнғәт музейы Б. Б. Пиотровскийҙың дөйөм етәкселегендә археологик ҡаҙылма эштәрен берлектә дауам итә. Күршеләге Тейшебаини ҡаласығында алып барылған ҡаҙылма эштәре барышында «Эребуни» яҙыуы булған бик күп әйбер килеп сыҡҡанға күрә, бер ни тиклем ваҡыт Эребуниҙың Арин-Берд убаһында урынлашыуы шик тыуҙыра. Бәлки, Оганесян 1950 йылда тапҡан таштаҡта убаға осраҡлы рәүештә генә барып эләккәндер, тигән фекер ҙә барлыҡҡа килә. Һигеҙ йыл үткәс, 1958 йылда, бындай шик тотошо менән юҡҡа сыға, һәм тәүге фараз раҫлана: археологик ҡаҙыныу эштәре барышында убалағы боронғо ҡәлғә диуарына барып еткәс, уға һалынған ташҡа Аргишти Беренсенең ҡәлғәғә нигеҙ һалыуы тураһындағы яҙыулы таш килеп сыға. Шулай итеп, 1958 йылда Эребуниҙың Арин-Берд убаһында урынлашыуы тураһындағы икеләнеүҙәргә нөктә ҡуйыла..

Эребуни ҡоролмаларын табыу тураһында Урарту дәүләте батшаһы Аргишти I яҙып ҡалдырған шына яҙыуы.
1950 йылда табылған ҡомартҡы 1958 йыл табылдыҡтары («Эребуни музейында» һаҡлана, Ереван)
Яҙманың тәржемәһе: Халди Аллаһы ярҙамы менән Менуа улы Аргишти был ҡеүәтле ҡәлғәне төҙөй; Б. Б. Пиотровского на основании публикаций и Оганесян К. Л. Арин-Берд (Ганли-тапа) — урартская крепость города Ирпуни // Известия академии наук Армянской ССР. — Ереван, 1951. — № 8.</ref>.

Археологик ҡаҙыныуҙарҙың башҡа һөҙөмтәләре

1950 йылда башланған археологик ҡаҙыныуҙар бик күп кенә табыштарҙы табыуға килтерә һәм Урарту дәүләтен өйрәнеүгә тос өлөш индерә. Убала дөйөм алғанда Урарту батшалары Аргишти I, Сардури II һәм Русы Өсөнсөнөң 23 шына яҙыуы табыла. Эребуни убаһында матди мәҙәниәт әйберҙәре әллә ни күп булмай, быны ғалимдар түбәндәгесә аңлата: беҙҙең эраға тиклем VI быуатта урартулар Эребунины һуғышһыҙ-ниһеҙ ҡалдырып һәм ҡиммәтле бөтә нимәләрен алып, күршеләге Тейшебаиниға күсенә. Бынан тыш Эребуниҙың төп төҙөлөштөре убаның көнсығышында урынлашҡан була, һәм Ереван ситендә барлыҡҡа килгән Нор-Ареш һәм Вардашен ҡасабалары төҙөлгөн мәлдә боронғо ҡоролмалар юҡҡа сығарыла. Тик 1952 йылда ғына был зона ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә. Боронғо ҡәлғәлә археологик ҡаҙыныуҙар 1958 йылға тиклем алып барыла, ҡала кварталдарында ҡаҙыныу эштәре 1968 йылда башлана. Хәҙерге ваҡытта ике ҡасаба һәм Арин-Берд убаһы Еревандың бер өлөшөнә әйләнгән. Арин-Берд убаһында «Эребуни» музейы эшләй,.

Эребуни тарихы

Ҡалаға нигеҙ һалына (беҙҙең эраға тиклем 782 йыл)

Аргишти Беренсенең шына яҙмаларынан һәм Урарту — Тушпе баш ҡалаһында һаҡланған уның йылъяҙмаһынан билдәле булыуынса, Эребуниға беҙҙең эраға тиклем 782 йылда нигеҙ һалынған. Был осорҙа Урартуның сәскә атҡан ваҡыты була, һәм ул Алғы Азияла иң ҡеүәтле дәүләт булараҡ таныла. Аргишти I үҙ дәүләтенең сиктәрен киңәйтеү һәм иҡтисади көсөн нығытыу менән шөғөлләнә. Арарат уйһыулығы яһалма һуғарыу ярҙамында ауыл хужалығын алып барыу өсөн бик уңайлы урын була, шуға ла урартулар уны баҫып алырға тырыша. Шул маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн Эребуни ҡәлғәһе терәк пункты булараҡ төҙөлә.

Аргишти Беренсенең «Хорхор йылъяҙмаһынан» өҙөк, унда Эребуниҙың нисек төҙөлөүе хаҡында яҙыла.
Йылъяҙма XIXбыуат аҙағында Ван ҡаяһында, Тушпела табыла. Яҙыу, Беренсе донъя һуғышы барышында пушка йәҙрәһе тейеп зыян күргән.
Өҙөктөң тәржемәһе: Халди Аллаһының мәрхәмәтендә мин Хати иленә яуға сыҡтым… … … Халди Аллаһы ҡушыуы буйынса мин — Аргишти, Менуа улы, түбәндәгене бәйән итәм: Ирпуни ҡалаһын мин Биаинили иленең ҡеүәтен арттырыу һәм беҙгә дошман илде буйһондороу өсөн төҙөнөм. Хате һәм Цупани илдәренән 6 мең 600 яугирҙы унда килтереп төпләндерҙем.

Эребуниҙың этник составы һәм дине

Аргишти Беренсенең йылъяҙмаһында Эребуниға төпләндереү өсөн үрге Ефраттағы Мелитендан, Хати иленән 6600 әсирҙең алып ҡайтылыуы хаҡында яҙыла . Моғайын, был халыҡтарҙар этник яҡтан хәҙерге әрмәндәргә яҡын торғандыр. Бынан тыш ҡәлғәләге ҡорамдарҙың береһендә («Суси»ғибәҙәтханаһы тип атала) Аргишти Беренсенең яҙмаһында «Иварша» Аллаһы атала, әммә был атама артабан урарту яҙмаларында бөтөнләй осрамай.

«Суси» ғибәҙәтханаһына ингән урындағы шына яҙыуы
1956 йылда табыла.
Яҙманың тәржемәһе: Аргишти, Менуа улы, шуны әйтәм: был ерҙәр буш ине, унда ҡала төҙөнөм. Аргишти, ҡеүәтле батша, бөйөк батша, Биайниль иле, Тушпа ҡалаһы хакимы.

Ҡәлғәлә шулай уҡ, Эребуниға нигеҙ һалынған осорҙан алып, Халди Аллаһы ғибәҙәтханаһы ла була, ул «Суси» ғибәҙәтханаһынан ҙурыраҡ була һәм Эребуниҙың төп ғибәҙәтханаһы булып тора.

Эребуни ғибәҙәтханаһы
Урартуның «Суси» ғибәҙәтханаһының нигеҙе һәм (алғы планда) унан һуңғы фарсыларҙың  «Ут ғибәҙәтханаһы». «Суси» ғибәҙәтханаһы ишегенең ике яғында ла Урарту батшаһы Аргишти Беренсенең шына яҙыуҙары һаҡланған. Ғибәҙәтхана диуарын тергеҙеү, ул элементтар менән еңеләйтелә.

Эребуниҙың сәскә атҡан осоро (782—735 йыл б . э. т.)

Эребуни ҡалаһын төҙөү үҙ маҡсатына өлгәшә: урартулар Арарат уйһыулығында ныҡлап төпләнә. Беҙҙең эраға тиклем 776 йылда Аргишти I Аргиштихинили ҡалаһына нигеҙ һала, ул — хәҙерге Армавирҙан бик үк йыраҡ булмаған ярайһы уҡ ҙур ғына ҡала. Аргиштихинили ҡалаһының ҡоролошо был ҡаланың хәрби мәсьәләләрҙе түгел, ә, нигеҙҙә, хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү менән шөғөлләнеүен күрһәтә. Аргишти Беренсе осоронда ҡаҙылған каналдар буйлап төрлө үҙемлектәргә һибеү өсөн һыу бирелә. Шуға ла беҙҙең эраға тиклем 782 йылдан 735 йылға тиклем, Аргишти Беренсе һәм уның улы Сардури IИкенсе батшалыҡ иткән осорҙа Эребуниҙа бер нисә эре иген һаҡлағыс төҙөлә. Күршеләге Аргиштихинилила иген һаҡлағыстар үҙ урындарын ала. Шуға ла Эребуни төбәктә көслө батша булып таныла.

Эребуни иген һаҡлағыстары төҙөлөшө хаҡында шына яҙыу өлгөлөре төҙөү
Был яҙыуҙар 1967-1968 йылдарҙа археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында табыла «Эребуи» музейында һаҡлана.Ереван.
Яҙманың тәржемәһе: Аргишти, Менуа улы, был иген һаҡлағысты тултыра; бында 10 мең 100 капи иген һыя. Яҙманың тәржемәһе: Аргишти, Менуа улы, был иген һаҡлағысты тултыра; бында 10 мең 100 капи иген һыя.
Эребуниҙа иген һаҡлағыстар төҙөлөшө хаҡында Урарту батшаһы  Русы Өсөнсөнөң шына яҙмаһы
1968 йылда Арин-Берд убаһында табыла. Ереванда «Эребуни» музейында һаҡлана, Әрмәнстан.
Яҙманың тәржемәһе: … Руса, Эрминаның улы, был иген һаҡлағысты иген менән тултырҙы. Бында 6848 капи иген һаҡлана.
Табылған әйберҙәр: Әһәмәниҙәр дәүеренең көмөш изделиелары
Ҡомартҡылар 1968 йылда Арин-Берд убаһында табыла. Ереванда «Эребуни» музейында һаҡлана, Әрмәнстан.
Әһәмәниҙәр дәүеренең көмөш ритондарында көнсығыш элементтары, боронғо грек һәм урарту сәнғәте элементтары ла бар.

Ҡаланың ҡоролошо

Эребуни ҡалаһы Арин-Берд убаһы башында урынлашҡан цитаделдән һәм уба итәгендә урын алған ҡала кварталдарынан тора. Ҡала биләмәһенең дөйөм майҙаны 200 га.тәшкил итә. Ғалимдар фаразлауынса, Эребуни хәрби-стратегик күҙлектән сығып урынлаштырылған ҡәлғә, сөнки Арин-Берд убаһынан Арарат уйһыулығы ла, шулай уҡ төбәк аша үтеүсе башҡа юлдар ҙа асыҡ күренеп ята..

Ҡәлғәнең ҡоролошо

Эребуни ҡәлғәһе (цитадель) өсмөйөш формаһында була һәм 65 метр бейеклегендәге Арин-Берд убаһының башында урынлаша, бөтәһе 8 гектар ерҙе биләй. Ҡәлғәнең нигеҙе базальт таштарҙан һалына. .

Эребуни ҡәлғәһенең диуарҙары
Тышҡы диуар нигеҙе алға сығып торған контрфорстар менән. Көньяҡ диуар буйлатып һалынған таштар. Диуар структураһы: нигеҙе таш, артабан өҫтәрәк яндырылмаған кирбестән һалынған диуар. (Үткән йөҙйыллыҡтар барышында кирбес стеналар балсыҡтан яһалғанға оҡшап ҡалған, ҡайһы бер урындарҙа ғына боронғо кибес стане барлығы күренә.)
Эребуни ҡәлғәһенең архитектура элементтары
Эске бина ишеге. Археологик ҡаҙыныуҙар материалдары буйынса реконструкция. Эске бинаның ағас бүрәнә һәм ҡамыш менән ябылған түбәһе. Археологик ҡаҙыныуҙар материалдары буйынса реконструкция. Хужалыҡ биналарына табан һалынған таш баҫҡыс.

Ҡаланы һыу менән тәьмин итеү

Урарту ҡәлғәләренең башҡаларындағы кеүек үк, Эребуни ҡәлғәһендә Һыу менән тәьмин итеү һәм тотонолған һыуҙы ағыҙыу мәсьәләһе ентекләп уйлап хәл ителгән. Ҡәлғәлә ер аҫтынан алынған һыу ер аҫты һыу үткәргесе аша үҙенән-үҙе ағып ҡулланыусыларға килә. Һыу үткәргес торбаларының тышҡы диаметры 40 см, ә эскеһе 10 см тәшкил итә, таштар араһындағы ярыҡтар балсыҡ менән һылана. Моғайын, һыу Эребуниҙан 7 километрҙа ятҡан Гарний тауҙарынан алынғандыр.

Һылтанмалар

Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
Chi
4 May 2019
Love it here, the artefacts an the stone carvings is somehow similar to Atlantis the lost empire. It’s an animated film I watched when I was a kid. Kinda remembered it today.
Cindy Casey
13 May 2014
Don't miss the model of the site on the second floor
Катерина 3acaqa
Отсюда ТАКОЙ вид на город!!! Дух захватывает! И по развалинам интересно полазить. Обязательно тут нужно побывать.
Fedor Muhosranskiy
6 May 2022
Вид на юго-восток города прекрасный, на стены из туфа можно залипать часами, почему то не принимали карты Мир к оплате за входной билет
V. K.
31 October 2018
Берите экскурсию с гидом и получите полную картину истории Армении.
Zinnaida Makarova
12 February 2019
Руины. Большая площадь руин. Открывается хороший вид на город.
Load more comments
foursquare.com

Hotels nearby

See all hotels See all
The Alexander, a Luxury Collection Hotel, Yerevan

starting $390

Grand Hotel Yerevan

starting $160

North Avenue Hotel

starting $120

Aviatrans Hotel

starting $87

Ibis Yerevan Center

starting $86

Nor Yerevan

starting $52

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Эребуни (музей)

«Эребуни» музейы  — Еревандың тарихи музейҙарының береһе. Арин-Берд ҡ

Add to wishlist
I've been here
Visited
Yerevan TV Tower

Yerevan TV Tower is a 311.7-metre high lattice tower on Nork Hill in

Add to wishlist
I've been here
Visited
ARF History Museum

The Armenian Revolutionary Federation History Museum is a museum in

Add to wishlist
I've been here
Visited
Республика майҙаны (Ереван)

Республика майҙаны (әрм. Հանրապետության հրապ

Add to wishlist
I've been here
Visited
Национальный исторический музей Армении

Національний історичний музей Вірменії (вірм. Հայաստանի

Add to wishlist
I've been here
Visited
Әрмәнстандың Милли картиналар галереяһы

Әрмәнстандың Милли галереяһы (әрм. Հայաստանի Ազգային Պատկերասրա

Add to wishlist
I've been here
Visited
Yerevan History Museum

The Yerevan History Museum (Armenian: Երևանի Պատմո

Add to wishlist
I've been here
Visited
Yerevan Ararat Wine Factory

Yerevan Ararat Wine Factory, officially known as Yerevan Ararat

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Rokantiškės Castle

Rokantiškės Castle (Lithuanian: Rokantiškių pilis) ruins are in Nau

Add to wishlist
I've been here
Visited
Castle Tioram

Castle Tioram (pronounced 'Chee-rum' from Scottish Gaelic 'Caisteal

Add to wishlist
I've been here
Visited
Baltadvaris Castle

Baltadvaris Castle (Lithuanian: Baltadvario pilis) was a fortified

Add to wishlist
I've been here
Visited
Machu Picchu

Machu Picchu (Quechua: Machu Pikchu, 'Old Peak', pronounced ]) is a

Add to wishlist
I've been here
Visited
Roman theatre of Philippopolis

The Roman theatre of Philippopolis (Latin: Theatrum Trimontense;

See all similar places