Цицернакаберд

Цицернакаберд (әрм. Ծիծեռնակաբերդ, тәржемәһе — «ҡарлуғас ҡәлғәһе») — Ереванда 1915 йылда әрмән геноциды ҡорбандарына бағышланған мемориаль комплекс. Шул уҡ атамалағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан.

Мемориал идеяһы һәм төҙөлөшө

Клмплекс төҙөүгә үҙәк һәм урындағы совет власы рөхсәт бирә. Ошо версияны Әрмәнстан милли архивы директоры Аматуни Вирабян яҡлай. Идеяның инициаторы Әрмәнстан коммунистар партияһы үҙәк комитетының беренсе секретары Яков Заробян була. 1964 йылда ул «Беренсе донъя һуғышында һәләк булған әрмәндәр иҫтәлегенә монумент» төҙөү тәҡдиме менән үҙәк власть органдарына мөрәжәғәт итә. Был мәсьәләлә һуңғыларын дәртләндереү маҡсатында Вирабян совет пропагандаһы йүнәлешендә әрмән диаспораһына (Спюрк) йоғонтонтоно нығытыуҙы күҙаллай. 1963—1964 йылдарҙа Спюрк әрмән геноцидының 50 йыллыҡ хәсрәтле юьилейын үткәрергә ныҡлы әҙерләнә.

1965 йылда, геноцидтың 50 йыллығына мемориал булдырыу идеяһы асыҡтан-асыҡ иғлан ителә. Төҙөлөш урыны тип Раздан йылғаһы тарлауығындағы Цицернакаберд убаһы һайлана. 1965 йылдың мартында конкурс иғлан ителә, унда 78 эш тәҡдим ителеп, шуларҙың 4-һе финалға сыға һәм архитекторҙар Артур Тарханян менән Сашур Калашяндың проекты һайлап алына.

Авторҙың уйы буйынса, ул «ғәйепһеҙ һәләк булғандар иҫтәлегенә месса ла, шул уҡ ваҡытта, беҙгә, иҫән ҡалғандарға васыят та; ул, милләтенә һәм диненә ҡарамаҫтан, бөтәһенә лә аңлайышлы; һәм, ниһайәт, әрмән геноциды тарихынан дәлилдәр һаҡланған үҙәк булырға тейеш».

Мемориаль комплексын төҙөү ике йылдан һуң нигеҙҙә тамамлана, айырым элементтары 1990 йыл уртаһына тиклем төҙөлә.

Мемориаль комплексы

44 метрлыҡ стела әрмән халыҡының тергеҙелеүгә ихтыярын кәүҙәләндерә. Стеланың нигеҙенән осона тиклем тәрән ярыҡ һуҙылып, уны ике өлөшкә бүлә. Мемориал әрмән халҡын бүлгеләүҙе символлаштыра. Халыҡтың аҙсылығы Әрмәнстанда йәшәй, күпселеге — диаспорала.

Стела эргәһендә 12 ҙур таш плитанан эшләнгән киҫелгән конус тора. Уның уртаһында 1,5 метр тәрәнлектә Мәңгелек ут яна. Плиталар әрмәндәр юҡ ителгән 12 провинцияны кәүҙәләндерә, тигән ҡараш йәшәй. Шулай уҡ уларҙы Севр килешеүенә ярашлы, Әрмәнстанға тапшырылырға тейеш булған виләйәттәр тип тә әйтәләр, әммә виләйәттәр һаны әҙерәк. Ҡайһы берҙә 12 һанын апостолдар менән бйләйҙәр. Әммә, Сашур Калашян, комплекс архитекторҙарының береһе, 12 һанын һайлауҙарын түбәндәгесә аңлата:

Калашян, постаменттың символизмын аңлатып, уның «ғәйепһеҙ һәләк булғандар иҫтәлегенә ҙур ҡәбер ташы. Ауыр юғалтыу бөгөн дә халыҡ хәтерендә һәм плита, уңалмаҫ яра булып, ярылған һәм ҡайғының ниндәй тәрән икәнлеген асып бирә».

Шунда уҡ, стела йәнәшәһендә 100 метрлыҡ матәм диуары бар. Унда геноцид ваҡытында депортацияланған әрмәндәр ңткән урындарҙың (ауыл ҡалаларҙың) атамалары яҙылған. 1996 йылдан башлап стеланың кире яғына әрмән геноцидына ҡаршы баш күтәргән сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең ҡәберҙәренән килтерелгән тупраҡлы урна ҡуйыла башлай. Улар араһында — Армин Вегнер, Хедвиг юль , Генри Моргентау, Франц Верфель, Йоханнес Лепсиус һәм виконт Джеймс Брайс.

Геноцид музейы

Комплекстың иң һуңғы төҙөлгән бинаһы булып 1995 йылда парктың икенсе осонда асылған Геноцид музейы һанала (архитекторҙары Сашур Калашян һәм Людмила Мкртчян). Музей тулыһынса тиерлек ер аҫтында урынлашҡан, дөйөм майҙаны 2000 кавдрат метр булған ике ҡаттан тора.

Унда Германия фотографтары эшләгән (шул иҫәптән Армин Вегнер) фотолар, шулай уҡ уларҙың мәҡәләләре бар. Музейынан алыҫ түгел аллеяһы бар, унда сит ил дәүләт эшмәкәрҙәре геноцид ҡорбандары иҫтәлегенә ағас ултырта.

2014 йылдың майында "Әрмәндәр геноциды музейы"н «Forbes» журналы тарафынан һәр кем күрергә тейешле 9 мемориаль музей исемлегенә индергән.

Музей менән танышҡан билдәле шәхестәр

Төрлө йылдарҙа әрмәндәр геноциды ҡорбандары мемориалында Рәсәй (Борис Ельцин, Владимир Путин, Дмитрий Медведев), Франция (Жак Ширак, Николя Саркози, Франсуа Олланд), Чехия, Украина, Польша, Греция, Грузия, Иран һәм башҡа илдәрҙең президенттары, АҠШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтон, Рим Папалары Иоанн Павел II (2001 йыл), Франциск (2016 йыл), Израилдең баш раввины Йона Мецгер, Рус православие сиркәүе патриархы Кирилл, шахмат буйынса донъя чемпионы Владимир Крамник, инглиз рок-йолдоҙо — Ян Гиллан, режиссерҙар Андрей Тарковский менән Эмир Кустурица, актерҙар Джордж Клуни менән Ален Делон, физика буйынса Нобель премияһы лауреаты Жорес Алферов, космонавт Алексей Леонов, йырсылар Монсеррат Кабалье һәм Мария Гулегина, пианист Евгений Кисин, поп-йондоҙ Шер, шансонье Шарль Азнавур, Нобелдең тыныслыҡ премияһы лауреаты Лейма Гбови, яҙыусы Пауло Коэльо һәм башҡалар була.

Һылтанмалар

Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
Gayané Aghababyan
9 August 2010
If not counting all the mini-hills in the park, it's a perfect place for jogging, especially in early mornings.
Ivars Brencis
13 March 2015
Beautiful views to Mt.Ararat.
Robert Karapetyan
23 February 2015
Good for jogging sometimes.
Grigor Khachatryan
24 August 2014
good for runing
Elena Podobryaeva
26 October 2014
Сейчас в парке очень красивая осень
Andrei Patsiomkin
17 September 2021
какой-то заброшенный.
Load more comments
foursquare.com
7.9/10
Vadim Patsev, Oleg and 533 more people have been here

Hotels nearby

See all hotels See all
The Alexander, a Luxury Collection Hotel, Yerevan

starting $390

Grand Hotel Yerevan

starting $160

North Avenue Hotel

starting $120

Aviatrans Hotel

starting $87

Ibis Yerevan Center

starting $86

Nor Yerevan

starting $52

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Haghtanak bridge

The Haghtanak bridge is above the Hrazdan river and is located in

Add to wishlist
I've been here
Visited
Зәңгәр мәсет (Ереван)

Зәңгәр мәсет (әрм. Կապույտ մզկիթ, Капуйт мзкит, әзерб. 

Add to wishlist
I've been here
Visited
Yerevan Ararat Wine Factory

Yerevan Ararat Wine Factory, officially known as Yerevan Ararat

Add to wishlist
I've been here
Visited
Yerevan History Museum

The Yerevan History Museum (Armenian: Երևանի Պատմո

Add to wishlist
I've been here
Visited
House-Museum of Aram Khachaturian

The Aram Khachaturian House-Museum (Armenian: Արամ Խաչ

Add to wishlist
I've been here
Visited
Республика майҙаны (Ереван)

Республика майҙаны (әрм. Հանրապետության հրապ

Add to wishlist
I've been here
Visited
А. А. Спендиаров исемендәге Әрмән опера һәм балет театры

А. А. Спендиаров исемендәге Әрмән академия опера һәм балет теа

Add to wishlist
I've been here
Visited
Әрмәнстандың Милли картиналар галереяһы

Әрмәнстандың Милли галереяһы (әрм. Հայաստանի Ազգային Պատկերասրա

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Азатлыҡ статуяһы

Азатлыҡ статуяһы (ингл. Statue of Liberty, Liberty Enlightening the W

Add to wishlist
I've been here
Visited
Monument to the Independence of Brazil

The Monument to the Independence of Brazil (Portuguese: Monumento à

Add to wishlist
I've been here
Visited
Statue of Janko Kráľ

Statue of Janko Kráľ is located in the middle of Sad Janka Kráľa (li

Add to wishlist
I've been here
Visited
Seven Magic Mountains

Ugo Rondinone (born 1964) is a New York-based, Swiss-born mixed-media

Add to wishlist
I've been here
Visited
Tower of the Sun

The Tower of the Sun (太陽の塔, Taiyō no Tō) is a building created b

See all similar places