Царевец — Болгарияның төньяғындағы Бөйөк Тырново ҡалаһындағы урта быуат ҡәлғәһе.
Царевец һәм Трапезица убаларында беренсе нығытмаларҙы римдәр төҙөй. Хөҙерге ҡәлғәнән алда төҙөлгәне V быуатта, византиялылар арҡаһында барлыҡҡа килгән. VII быуатта уны славяндар емерә. Болгарҙар яңы ҡәлғәне Икенсе Болгар батшалығы ваҡытында, ҡала уның баш ҡалалһы булғас төҙөй. Ул оҙаҡ ваҡыттар еңелмәҫ булып ҡала, әммә 1393 йылда, өс ай осадала тотҡандан һуң уны төрөк ғәскәрҙәре буйһондора, улар ҡаланы һәм нығытмаларҙы емерә. Ҡәлғә емереклектәре бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлана һәм урындағы әһәмиәттәге иҫтәлекле урын булып тора.
Ҡәлғә Царевецтың Янтра йылғаһы урап аҡҡан 206 метрлыҡ ҡаялы убаһында урынлашҡан. б метрлыҡ болгар ҡәлғәһе стеналары боронғо Византия ҡоролмалары өҫтөнә күтәрелгән. Ҡәлғә территорияһында батша палаталары һәм Болгария сиркәүе патриархының һарайы булған. Ҡәлғә туристарҙы ылыҡтырған һәм мәҙәни саралар үткәреү урыны булып тора.