Бутово полигоны

Бутово полигоны — Мәскәү өлкәһенең Ленин районы Дрожжино ауылы эргәһендәге Сталин репрессиялары ҡорбандарын язалау һәм ерләү урындарының береһе булараҡ билдәле ыҙандың тарихи атамаһы. Бында, архив-тикшереү документтарына ярашлы, 1930—1950 йылдарҙа тиҫтәләрсә мең кеше атып үлтерелгән. 1937 йылдың авгусынан 1938 йылдың октябренә тиклем атып үлтерелгән 20 мең 761 кешенең исеме билдәле.

Мәскәү һәм бөтә Русь патриархы Алексий II Бутово полигонын «Урыҫ Голгофаһы» тип атаны. Полигонда ерләнгән араһында — яҡынса 1000 рухани: Урыҫ сиркәүенең (православие һәм төрлө юрисдикцияға ҡараған правосланыйҙар) һәм башҡа конфессияларҙың вәкилдәре.

Мәскәү өлкәһе Хөкүмәтенең 2001 йылдың 9 авгусындағы ҡарарына ярашлы, Бутово полигоны урындағы тарих һәм мәҙәниәт әһәмиәтендәге һәйкәл тип иғлан ителде.

Бутово полигонында атыуға тарттырылғандарҙың күпселеге судтан тыш органдар тарафынан — Мәскәү өлкәһе буйынса СССР НКВД Идаралығының тройкаһы һәм СССР НКВДның махсус комиссияһы һәм СССР-ҙың прокуроры — хөкөм ителгән.

Бутово полигонынан бик алыҫ түгел ике элекке махсус объект урынлашҡан: Коммунарка полигоны (Генрих Ягоданың элекке дачаһы, һуңынан — халыҡты күпләп язалау урыны) һәм Суханов махсус режимлы төрмә (Екатеринин ир-ат монастыры территорияһында).

Тарихы

XIX быуаттың аҙағында Бутово полигоны урынында Космодамианский-Дрожжин имениеһы (изге Косма һәм Дамиан хөрмәтенә исемләнгән) булған. Беренсе тапҡыр Дрожжино ауылы 1568 йылда телгә алына, ул ваҡытта бында земство баяры Федор Михайлович Дрожжиндың усадьбаһы була (Иван Грозный батшаның бойороғо буйынса язалана). 1889 йылда имениеның хужаһы Н. М. Соловьев йылҡы заводына нигеҙ һала, урман буйында тамашасылар өсөн трибуналар менән ипподром төҙөй. Октябрь революцияһынан һуң Бутов имениеһы хужаһы И. И. Зимин дәүләткә бөтә мөлкәтен тапшыра ла ғаиләһе менән сит илгә китә. Йылҡы заводы аттарҙы Ҡыҙыл армия өсөн әҙерләй.

1920 йылдарҙа Бутовола (Мәскәү) ОГПУ-ның ауыл хужалыҡ колонияһы ойошторола. 1934 йылда, уның 2 км²-лыҡ территорияһы штакетник менән уратыла; унда НКВД-ның атыу полигоны булдырыла, ә территорияһы тәүлек әйләнәһенә ҡораллы һаҡ аҫтына алына. Бынан алыҫ булмаған ерҙә, «Коммунарка» совхозы янында, башҡа махсус объект урынлаша — «Коммунарка» полигоны.

1937 йылдың 31 июлендәге НКВД-ның 00447-се һанлы «Элекке кулактарҙы, енәйәтселәрҙе һәм башҡа советтарға ҡаршы элементтарҙы репрессиялау буйынса операция тураһында» ғы указын баҫып сығара. Бынан һуң Мәскәүҙә сәйәси репрессиялар барышында бик күп үлем хөкөмө ҡарарҙары сығарыла һәм бойомға ашырыла. Мәскәү зыяраттары был тиклем ҡәберлектәрҙе һыйҙыра алмай. Шул саҡта 1937 йылдың уртаһында НКВД-ға яңы ике махсус объект бирелә — Коммунарка һәм Бутово. «Коммунарка» объектына башлыса партия етәкселеге һәм совет номенклатураһы вәкилдәре, РККА офицерҙары, НКВД хеҙмәткәрҙәре эләгә, ә объект «Бутово» объектында эшселәр, крәҫтиәндәр, священниктар, кулактар, енәйәтселәр, элекке аҡгвардиясылар һәм башҡа «советтарға ҡаршы элементтар» атып үлтерелә. Иң күп кеше 1938 йылдың 28 февралендә атып үлтерелә — 562 кеше. 1938 йылдың февралендә атыуҙарҙың иң бейек нөктәһе булыуы ВКП(б-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы Мәскәү өлкәһе өсөн 31 ғиуарҙа раҫлаған 4000-меңлек өҫтөлмә квота менән бәйле була.

Атыуға хөкөм ителгәндәрҙе Мәскәү төрмәләренән «ИКМӘК» тип яҙылған машиналарҙа ташығандар. Полигонда уларҙы оҙон баракка индергәндәр, бында төрмә документтары буйынса кешеләрҙең исемлеген дөрөҫләгәндәр. Исемлекте тикшергәндән һуң ғына үлем хөкөмөн иғлан иткәндәр. Атыу ҡояш сыҡҡандан һуң үткәрелгән, хөкөм ителгән кешене пистолеттан соңҡаһына атып үлтергәндәр. Атып үлтерелгәндәрҙе 13 соҡорҙа күмгәндәр, соҡорҙарҙың дөйөм оҙонлоғо 900 метр тәшкил иткән. Һәр соҡорҙоң киңлеге — 4 — 5 метр, ә тәрәнлеге 4 метр тирәһе булған.

Мәрхүмдәрҙе бер ниндәй йыназаһыҙ ерләгәндәр, ерләү тураһында туғандарын иҫкәртеү ҡарамалған була. Атып үлтерелгәдәрҙең туғандары атылыу датаһы менән танытмаларҙы 1989 йыдан ғына ала башлайҙар.

Полигонды артабан ҡулланыу

1938 йылдан һуң, Бутовола массауи атып үлтереүҙәр туҡтатылғас, полигон Мәскәү төрмәләрендә атылғандарҙы ерләү өсөн ҡулланыла. Ерләү соҡорҙарынан 100 метр алыҫлыҫта урынлашҡан комендатура бинаһы НКВД офицерҙары өсөн ял итеү йортона әүерелдерелә. Бында бер нисә тапҡыр Лаврентий Берия ла килә.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Бутово полигоны районында немец хәрби әсирҙәре лагеры була. Уларҙы Варшава шоссеһы төҙөлөшөнә ҡыуып алып киләләр, эшләй алмағандарҙы атҡандар һәм соҡорға ташлағандар.

Полигонды тикшереү һәм ҡорбандар иҫтәлеген мәңгеләштереү

1992 йылдан алып сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса Мәскәү йәмғиәт төркөмө (М. Б. Миндлин төркөмө) ФСК-ФСБ хеҙмәткәрҙәре ярҙамында Бутово полигонында атылғандарҙың делоларын архивта тикшереү эшен башланы, бер үк ваҡытта мәғлүмәттәр туплана һәм буласаҡ Хәтер китабы" өсөн ҡыҫҡаса биографик белешмәләр төҙөлә.

1993 йылдың яҙында һәләк булғандарҙың туғандары беренсе тапҡыр полигонды килеп күрәләр, шул уҡ йылдың көҙөндә уның көньяҡ өлөшөндә гранит мемориаль плита ҡуйыла.

Бутово полигоны 1995 йылға тиклем дәүләт именлеге ғәскәрҙәре һағы аҫтында була. Һуңынан уны Урыҫ православие сиркәүгә тапшыралар һәм шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә килеп күреү өсөн асалар. Бер ҡәберлектә тәре урынлаштырыла (нәҡ Бутовола Урыҫ православие сиркәүе руханиҙары бик күп атылған һәм ерләнгән).

2001 йылда полигон төбәк әһәмиәтендәге тарих һәйкәле тип иғлан ителә.

1995—1996 йылдарҙа полигон территорияһында төҙөлгән һәм 1996 йылдың 11 декабрендә изгеләштерелгән ағастан эшләнгән храм бәләкәй булыуы сәбәпле, 2004 йылдың 15 майында сатыр формаһындағы боронғо урыҫ храмдары стилендә төҙөлгән Рәсәй Новомучениктары һәм исповедниктары храмына нигеҙ һалына. Бөйөк изгеләндереү 2007 йылдың 19 майында үткәрелә . Храм диуарҙарының периметры буйлап 51 икона эленгән (атыу көндәренең һаны). Храм притворында 1997 йылда табылған һәләк булғандарҙың әйберҙәре (аяҡ кейеме, кейем ҡалдыҡтары, төйөнсөктәр, гильзалар һәм башҡалар) ҡуйылған экспозиция урынлашҡан. Шулай уҡ экспозицияла полигонда үлтерелгән кешеләрҙең шәхси әйберҙәре күрһәтелгән.

2006 йылда полигонда ер рекультивацияһы үткәрелә, бынан тыш һәр ерләү соҡороноң теүәл сиктәре билдәләнә.

2007 йылдың 30 октябрендә, Золом ҡорбандары иҫтәлеге көнөндә, Бутово полигонына Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Мәскәү һәм бөтә Русь Патриархы Алексий II килеп китте.

Ҡорбандар һаны

Мәскәү хөкүмәтенең ведомство-ара даими комиссияһы Бутово полигонындағы 1937 йылдың 8 авгусынан 1938 йылдың 19 октябренә тиклем язаларҙың сәбәптәрен асыҡланы. Күрһәтелгән осор эсендә барыһы 20 765 кеше атып үлтерелә, өс мең кешенең исем-шәрифе билдәләнде, шул иҫәптән енәйәт һәм төрлө статьялар буйынса хөкөм ителгән 5 595 кеше (27 %) бөгөнгө көнгә тиклем аҡланмаған. 2003 йылдың октябренә тиклем 15 166 кеше аҡланған (73 %).

Бутовола Урыҫ православие сиркәүенең 374 дини әһелдәре, метрополит Серафимдан (Чичагов) алып тиҫтәләгән диакондарға, пономарҙәргә һәм тасуири уҡый белеүселәргә тиклем.

Полигон территорияһындағы мемориаль комплекс

1997 йылдың 11 декабренән алып Дрожжино ауылының хакимиәте бинаһына ингән урында Мәскәү патриархаты клириктары аят уҡый.

Бутово полигоны территорияһында Урыҫ православие сиркәүенең 935 атып үлтерелгән дини әһелдәренең һәм башҡа ағзаларҙың исемдәре менән стендтар ҡуйылған.

Стендтар һәм башҡа ҡоролмалар (иҫтәлекле таштар һәм башҡалар) килеүселәргә тулы мәғлүмәт бирә алмай, мәҫәлән, аҡланғандарҙың һанын, язаланғандарҙың милли, енес, йәше буйынса составын.

Комплекс шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә асыҡ була. Экскурсиялар экскурсовод менән алдан килешеү буйынса үткәрелә.

Бутово полигонында үлтерелгән билдәле шәхестәр

  • Бройде, Соломон Оскарович (1892—1938) — урыҫ совет яҙыусыһы һәм публицист.
  • Амбарцумов Владимир Амбарцумович (1892—1937) — Урыҫ православие сиркәүенең дин әһеле, уйлап табыусы.
  • Ауслендер Сергей Абрамович (1886—1937) — «көмөш быуат» яҙыусыһы.
  • Гельма Ганс (1903—1938) — совет һәм немец физигы.
  • Делекторский Никита Петрович (1876-1937) — Түбәнге Тагил, Орехов-Зуев епископы (Урыҫ православие сиркәүе).
  • Джунковский Владимир Федорович (1865—1938) — Мәскәү ҡалаһының элекке башлығы.
  • Древина Александр Давыдович (1889—1938) — рәссам
  • Головин Федор Александрович (1867—1937) — II саҡырылыш Рәсәй империяһы дәүләт думаһының рәйесе.
  • Фридеш Карикаш (1892—1938) — венгр яҙыусыһы һәм сәйәсмәне.
  • Клуцис Густав Густавович (1895—1938) — рәссам-авангардист.
  • Лейкий Карловна Мария (1887—1938) — актриса.
  • Олсуфьев Юрий Александрович (1887—1938) — реставратор һәм сәнғәт белгесе.
  • Проферансов Владимир Александрович (1874—1937) — Урыҫ православие сиркәүҙәрендә дини әһеле, протоиерей, 2000 йылда Урыҫ православие сиркәүенең изгеләр рәтенә индерелгән.
  • Семашкевич Роман Матвеевич (1900—1937) — рәссам.
  • Серафим (Чичагов) (1856—1937) — Урыҫ православие сиркәүенең епископы, Санкт-Петербург митрополиты.
  • Трубачев Зосима Васильевич (1893—1938) — Урыҫ православие сиркәүенең протоиерейы, 2000 йылда изгеләр рәтенә индерелгән.
  • Загробный Иван Петрович (1876—1938) — дин әһеле.
  • Ченыкаев Николай Сергеевич (1878—1938) — Калуганың элекке губернаторы (1915—1917).
  • Ягодин Василий Александрович (1870—1937) — Урыҫ православие сиркәүенең протоиерейы, 2000 йылда изгеләр рәтенә индерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Большой террор
  • Бутовский крест
  • ГУЛаг
  • День памяти жертв политических репрессий
  • Коммунарка (атыу полигоны)
  • Собор святых новомучеников и исповедников российских
  • Сталинские репрессии

Әҙәбиәт

  • Бакиров Э. А., Шанцев В. П. Бутовский полигон, 1937—1938 : Книга памяти жертв политических репрессий / Постоянная межведомственная комиссия правительства Москвы по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий; Московский Антифашистский центр. Выпуск первый. — Москва: Институт экспериментальной социологии, 1997. — 364 с. — ISBN 5-87637-005-3. — ISBN 978-5-87637-005-1.
  • Бакиров Э. А. Бутовский полигон, 1937—1938 : Книга памяти жертв политических репрессий / Постоянная межведомственная комиссия правительства Москвы по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий; Московский Антифашистский центр. Выпуск второй. — Москва: Панорама, 1998. — 362 с. — ISBN 5-85895-052-3.
  • Бутовский полигон, 1937—1938 : Книга памяти жертв политических репрессий. Выпуск 3. — М.: Альзо, 1999. — 360 с. — ISBN 5-93547-001-2. — С. 6-16 : Каледа Кирилл, свящ., Алексеев С. Н., Разумова А. Я., Головкова Л. А. Исследования последних лет на Бутовском полигоне.
  • Бакиров Э. А., Шанцев В. П. Бутовский полигон, 1937—1938 : книга памяти жертв политических репрессий / Постоянная межведомственная комиссия правительства Москвы по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий. Выпуск 4. — Москва: Альзо, 2000. — 362 с. — Список сокращений: С. 360—362. — ISBN 5-93547-003-9.
  • Бакиров Э. А., Шанцев В. П. Бутовский полигон, 1937—1938 : книга памяти жертв политических репрессий / Постоянная межведомственная комиссия правительства Москвы по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий. Выпуск 5. — Москва: Изд-во ООО «Панорама», 2001. — 360 с. : ил. — Список сокращений: С.358-360. — ISBN 5-93547-004-7.
  • Бакиров Э. А., Шанцев В. П. Бутовский полигон, 1937—1938 : книга памяти жертв политических репрессий / Постоянная межведомственная комиссия правительства Москвы по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий. Выпуск 6. — Москва: Изд-во ООО «Панорама», 2002. — 320 с. — ISBN 5-93547-004-7.
  • Бутовский полигон, 1937—1938 : книга памяти жертв политических репрессий / Постоянная межведомственная комиссия правительства Москвы по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий. Выпуск 7. — Москва: Альзо, 2003. — 367 с. : ил. — Указатель имён по семи томам книги памяти «Бутовский полигон»: С. 145—299. — ISBN 5-93547-006-3. — ISBN 978-5-93547-006-7.
  • Любимова К. Ф. Бутовский полигон, 1937—1938 : книга памяти жертв политических репрессий / Постоянная межведомственная комиссия правительства Москвы по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий. Выпуск 8. — Москва: Альзо, 2003. — 395 с. — ISBN 5-93547-007-1. ISBN 978-5-93547-007-4.
  • Головкова Л. А. Бутовский полигон // Православная энциклопедия. — М. : Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2003. — Т. VI. — С. 393—396. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 5-89572-010-2.
  • Д. Н. Никитин, П. С. Павлинов Бу́товский полиго́н // Большая российская энциклопедия. 2016

Һылтанмалар

Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
Mikhail M
13 December 2016
Фото расстрелянных людей, жертвам от 13-80 лет, о судьбах некоторых жертв есть небольшие очерки, документально подтверждены захоронения 22 тыс.человек, по данным учёных тут покоится около 200 тыс.ч.
Alevtina Alenky
20 October 2014
Люди здесь другие, атмосфера располагает к покаянию
Alevtina Alenky
20 October 2014
Место историческое, заставляет изменить себя навсегда
Anna
7 July 2012
Место памяти жертв сталинских ПОЛИТИЧЕСКИХ репрессий
Олег Камнев
3 June 2012
Место памяти жертвам религиозных репрессий коммунистов.
Load more comments
foursquare.com
6.1/10
Nadya Popova and 1,518 more people have been here
Map
Кооперативная ул., 237, Бутово 4-й Уч. Днт, Московская обл., Россия, 142720 Get directions
Sat 8:00 AM–10:00 PM
Sun 10:00 AM–9:00 PM
Mon 11:00 AM–5:00 PM
Tue 7:00 AM–8:00 AM
Wed 8:00 AM–11:00 AM
Thu 10:00 AM–3:00 PM

Бутовский полигон on Foursquare

Бутово полигоны on Facebook

Hotels nearby

See all hotels See all
Inndays Venevskaya

starting $0

Inndays Plavskiy

starting $0

Rushotel

starting $43

Home&Haus

starting $48

Hotel Eklips

starting $0

Dvoriki Hotel

starting $32

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Суханово (садиба)

Суханово-садово-парковий ансамбль кінця 18-початку 19 століть в

Add to wishlist
I've been here
Visited
Znamenskoye-Sadki

Znamenskoye-Sadki is one of the oldest country estates of Moscow.

Add to wishlist
I've been here
Visited
Остафьево (усадьба)

Остафьево — обращённая в музей подмосковная усадьба князя

Add to wishlist
I've been here
Visited
Покровский парк

Покровский парк:

Add to wishlist
I've been here
Visited
Muromtsev Dacha

The Muromtsev Dacha (Russian: Да́ча Му́ромцева) is a wooden dacha b

Add to wishlist
I've been here
Visited
Bitsa Park

Bitsevski Park (Russian: Битцевский парк) is one of the largest natur

Add to wishlist
I've been here
Visited
Uzkoye

Uzkoe (Russian: Узкое) is a historic estate in the southwestern part

Add to wishlist
I've been here
Visited
Tsaritsino park

Tsaritsino museum and reserve in Moscow (near Tsaritsino metro station

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Choeung Ek

Choeung Ek (ជើងឯក;cəəŋ aek), the site of a former orchard and Chinese

Add to wishlist
I've been here
Visited
The Killing Fields

The Killing Fields were a number of sites in Cambodia where large

Add to wishlist
I've been here
Visited
Babi Yar

Babi Yar (Ukrainian: Бабин Яр) is a ravine outside the Ukrain

Add to wishlist
I've been here
Visited
Курапат

Курапат (бел. Курапаты) — Минскиҙың төньяҡ-көнсығыш сигендәге урм

Add to wishlist
I've been here
Visited
Bykivnia Graves

The Bykivnia Graves is a National Historic Memorial

See all similar places