Бөйөк Ҡытай стенаһы () — мөһим архитектура ҡомартҡыһы. Төньяҡ Ҡытай буйлап (тармаҡтарын иҫәпкә алып) 8 851,1 км оҙонлоҡтағы стена.
Стенаның беренсе өлөшөн төҙөү хунну күсмә халҡының һөжүменән һаҡланыу өсөн, император Цинь Ши-хуанди (Цинь династияһынан) хакимлыҡ иткән дәүерҙә б.э.т. 475—221 йылдарҙа төҙөлә. Төҙөлөштә халыҡтың биштән бер өлөшө, йәғни миллиондан ашыу кеше ҡатнаша. Стена 8 мең 851 км 800 м оҙонлоҡта төҙөлә.
Стена Ҡытайҙың иң төньяҡ сиген билдәләй һәм ватандаштарҙы ҡырағай ҡәбиләләргә ҡушылыуҙан һаҡлай. Стена Ҡытай цивилизацияһының сиктәрен билдәләй, яңы яулап алынған ерҙәрҙә берҙәм империя төҙөүгә булышлыҡ итә.
Хань династияһы хакимлыҡ иткән осорҙа (б.э.т. 206 — б.э. 220 йылдар) стена көнбайыш Дуньхуанға тиклем киңәйтелә. Сауҙа ҡарауандарын күсмә халыҡ һөжүменән һаҡлау өсөн сүллек эсендә ҡарауыл башнялары төҙөлә.
Стенаның беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған өлөшө башлыса Мин династияһы (1368—1644 йылдар) дәүерендә төҙөлә. Был дәүерҙә төҙөлөш материалдары башлыса кирбес һәм таш була. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә стена көнсығыштан көнбайышҡа тиклем, Бохай ҡултығынан Һары диңгеҙгә тиклем йәйелә.
Цин династияһы (1644—1911 йылдар) дәүерендә стенаға ихтибар күрһәтмәү арҡаһында өс быуат эсендә стена емерелеп бөтә. Тик беләкәй генә Пекин —Бадалин өлөшө «башҡала ҡапҡаһы» булараҡ һаҡланып ҡала. 1899 йылда Америка гәзиттәре стена емереләсәк, уның урынына шоссе юл төҙөләсәк тигән хәбәр тарата.
1984 йылда Дэн Сяопин башланғысы менән Бөйөк Ҡытый стенаһын реставрациялау программаһы ғәмәлгә ашырыла. Был программа Ҡытай, сит ил компаниялары, шәхси кешеләр тарайынан финанслана.