Беларусь Республикаһының Милли опера һәм балет театры

Беларусь Республикаһының Милли академия Ҙур опера һәм балет театры  (бел. Нацыянальны акадэмічны Вялікі тэатр оперы і балета Рэспублікі Беларусь) —  Беларусь Республикаһында Минск ҡалаһында урынлашҡан берҙән-бер опера театры һәм иң ҙур театр. 

Театр бинаһы  һуғышҡа тиклемге  совет  конструктивизмы өлгөһө булып тора (авторҙары — И. Г. Лангбард һәм Г. Лавров),  милли әһәмиәттәге  архитектура ҡомартҡыһы статусында.

Театрҙың  опера һәм  балет  труппалары, симфоник оркестры, хоры, Балалар музыкаль театр-студияһы,  «Белорусская Капелла» тигән ижади коллективы бар.

Театрҙа тамашалар башлыса төп нөсхә телендә, шулай уҡ  илдең   дәүләт телдәре булған  белорус һәм урыҫ телдәрендә бара. 

Тарихы

Белорус  ССР-ының Дәүләт опера һәм балет театры  Минскиҙа  1930—1933 йылдарҙа эшләгән Дәүләт опера һәм балет студияһы нигеҙендә  1933 йылдың 25 майында  «Кармен» операһы менән асыла. Ул саҡта театрҙың үҙ бинаһы булмай,  1938 йылға  тиклем уның бөтә спектаклдәре Белорус драма театры сәхнәһендә бара.

1934 йылда билдәле совет архитекторы И. Г. Лангбард  проекты буйынса Минск  опера театры бинаһы төҙөлә башлай.  1938 йылдың 10 мартында театр асыла.  

Тәүге йылдарҙа театр сәхнәһендә «Князь Игорь», «Евгений Онегин», «Пиковая дама» опералары, «Лебединое озеро» балеты һ. б. ҡуйыла.  

1939—1940 йылдарҙа  театр сәхнәһендә тәүге белорус милли опералары — Е. К. Тикоцкийҙың «Міхась Падгорны», А. В. Богатырёвтың «У пушчах Палесся», А. Е. Туренковтың «Кветка шчасця»һы  һәм беренсе милли балет — М. Е. Крошнерҙың «Салавей»ы ҡуйыла.  

Театрҙың беренсе эшмәкәрҙәре  — Илья Гитгарц (художество етәксеһе), Г. Н. Петров (дирижёр), О. М. Борисович (режиссёр), Л. В. Крамаревский (балетмейстер); йырсы солистар — Л. П. Александровская, Р. В. Млодек, С. Ю. Друкер, И. М. Болотин, М. И. Денисов; балет солистары — А. В. Николаева, Т. С. Узунова, Ю. В. Хераско, С. В. Дречин һәм башҡалар.

1941—1944 йылдарҙарғы немец оккупацияһы ваҡытында  театр бинаһы зарарлана — Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк уға авиабомба төшә һәм тамаша залын емерә, оккупацион властар ярым емерек бинаны  ат һарайына әйләндерә, ә театрҙың интерьерын һәм йыһаздарын  Германияға талап алып китә. Был ваҡытта театр коллективы Горькийҙа була,  50 кеше урындағы опера театрында эшләй; һуңынан Ковров ҡалаһына күсәләр.

Ҡала совет ғәскәрҙәре тарафынан азат ителгәс (1944), театр ентекләп реконструкциялана һәм ҙурайтып төҙөлә, атап әйткәндә, тамаша залында  ярус балкондары барлыҡҡа килә.  Реконструкция өс йыл бара һәм 1948 йылда тамамлана. Театр тирәләй Лангбард проекты буйынса парк ҡорола. Минск азат ителгәс тә әйләнеп ҡайтҡан театр коллективы эшмәкәрлеген яңырта, тәүҙә тамашаларын Округ Офицерҙар йортонда ҡуя.

1947 йылда театрҙың реконструкцияланған бинаһы иң яҡшы милли операларҙың береһе — Д. А. Лукастың  «Кастусь Каліноўскі» операһы менән асыла.  Уның режиссёры Б. А. Мордвинов тағы Тикоцкийҙың «Алеся»һын (1947), шулай уҡ «Пиковая дама», «Риголетто» (икеһе лә 1948), «Князь Игорь», «Проданная невеста» (икеһе лә 1949), «Иван Сусанин» (1950), «Тихий Дон» (1951) операларын,  В. А. Золотарёвтың «Князь-озеро», Глиэрҙың «Красный цветок» балеттарын ҡуя. Һуғышҡа тиклемге репертуар   1949 йылға ғына тергеҙелә.  1940-сы йылдар аҙағы—1950-се йылдарҙа   белорус  опера театрының алтын фондына ингән постановкалар — В. А. Золотарёвтың «Князь-озеро» (1949), Е. К. Тикоцкийҙың «Дзяўчына з Палесся»  (1953) балеттары, классик репертуарҙан «Борис Годунов», «Садко», «Иван Сусанин» (1950), «Мазепа» опералары һ.б. ҡуйыла. 1955 йылда балалар өсөн беренсе  опера спектакле «Марынка» ҡуйыла.

1967 йылда тағы реставрация һәм төҙөлөш эштәре башҡарыла, бинаға торҡа рәүешле ҡыйыҡ ҡуйыла.  1978 йылда йәнә бер реконструкция үтә.

Советтар Союзында театрҙың иң сағыу һәм ижади эҙләнеүҙәргә асыҡ опера коллективы тигән даны була, шул сәбәпле 1940 йылда театрға — «Ҙур»  тигән дәрәжә менән Ленин ордены, ә  1964 йылда  «академик»[4] дрәжәһе бирелә.

Совет осоронда Белорус ССР-ының Дәүләт Академия Ҙур опера һәм балет театрында мәшһүр театр эшмәкәрҙәре эшләй. Дирижёрҙар: Онисим Брон, Владимир Пирадов, Лев Любимов, Татьяна Коломийцева, Ярослав Вощак, Владимир Мошенский, Геннадий Проваторов, Александр Анисимов; режиссёрҙар: Олег Моралев, Дмитрий Смолич, Юрий Юженцев, Семён Штейн, Вячеслав Цюпа, Маргарита Изворска-Елизарьева; рәссамдар: Сергей Николаев, Евгений Чемодуров, Евгений Лысик, Эрнст Гейдебрехт, Евгений Ждан, Вячеслав Окунев; опера солистары: Николай Ворвулев, Зиновий Бабий, Нинель Ткаченко, Александр Дедик, Людмила Шемчук, Игорь Сорокин, Мария Гулегина, Вячеслав Полозов.

Театр   СССР буйлап гастролдәрҙә йөрөй, Мәскәүҙең Ҙур театр сәхнәһендә лә йыш сығыш яһай.

1989 йылда   БССР Опера театрында  шедеврға әйләнгән милли  опера — «Дикая охота короля Стаха»  (В. С. Короткевич әҫәре буйынса) ҡуйыла, ул  Белоруссияның Дәүләт премияһына лайыҡ була.

1990-сы йылдарҙа театр репертуары классика шедеврҙары менән байый, милли материал да иғтибарһыҙ ҡалмай, ижади эҙләнеүҙәр дауам итә.

1996 йылда  театр ике үҙ аллы өлөшкә — опера һәм балет театрына бүленә.

1996 йылда Мдивани-Елизарьевтың  княгиня Рогнеда яҙмышына арналған «Страсці» («Рагнеда») балеты Беларусь Республикаһының Дәүләт премияһына,  ЮНЕСКО эгидаһы аҫтындағы «Бенуа де ля данс» халыҡ-ара бейеү ассоциацияһының премияһына лайыҡ була.

2006 йылда тағы йүнәтеү  эштәре башлана һәм ике йыл бара. 2009 йылда капиталь реконструкциянан һуң труппалар ҡабат Милли  академия Ҙур опера һәм балет театры итеп берләштерелә.

Һуңғы 15 йылда (2010 йыл башындағы мәғлүмәттәр)  театр коллективы донъяның 30-ҙан ашыу илендә гастролдә була.

Етәкселеге

Директорҙары

  • Сергей Кортес (1996—2002) — Опера театрының директоры-художество етәксеһе
  • Андрей Лаптёнок (2002—?) — Опера театрының директоры
  • Валерий Гедройц (?—2009) — Опера театрының директоры
  • Валентин Елизарьев (1996—2009) — Балет театрының директоры-художество етәксеһе
  • Владимир Гридюшко (2009 йылдан) — берләштерелгән Опера һәм балет театрының директоры.

Художество етәкселәре, баш режиссёрҙары

  • Вячеслав Цюпа (1987—1992) — Опера һәм балет театрының  баш режиссёры
  • Сергей Кортес (1991—2002) — башта опера труппаһының художество етәксеһе,  1996 йылдан  — Опера театрының  художество етәксеһе-директоры
  • Маргарита Изворска-Елизарьева (2002—2009) — Опера труппаһының художество етәксеһе
  • Валентин Елизарьев (1996—2009) — Балет театрының художество етәксеһе-директоры
  • Михаил Панджавидзе (2010 йылдан) — берләштерелгән Опера һәм балет театрының баш режиссёры
  • Юрий Троян (2009 йылдан) — берләштерелгән Опера һәм балет театрының балет художество етәксеһе  

Баш дирижёрҙары

  • 1933—1936 — Илья Гитгарц
  • 1937—1938 — Евгений Акулов
  • 1938—1941 — Натан Грубин
  • 1944—1948 — Онисим Брон
  • 1948—1950 — Владимир Пирадов
  • 1951—1964 — Лев Любимов
  • 1966—1968 — Газис Дугашев
  • 1969—1972 — Кирилл Тихонов
  • 1972—1980 — Ярослав Вощак
  • 1980—1984 — Александр Анисимов
  • 1984—1989 — Геннадий Проваторов
  • 1989—2007 — Александр Анисимов
  • 2007 йылдан — Виктор Плоскина

Труппа

2017 йылдың ноябренә труппа составында:

  • Виктор Плоскина — Украинаның атҡаҙанған артисы
  • Николай Колядко — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Андрей Галанов
  • Андрей Иванов
  • Иван Костяхин
  • Олег Лесун

Режиссёрҙар  

  • Галина Галковская
  • Виктор Скоробогатов — Беларусь Республикаһының  атҡаҙанған артисы, Беларусь Республикаһы Дәүләт премияһы лауреаты 
  • Олег Мельников — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған  артисы

Опера артистары

  • Наталья Акинина, меццо-сопрано — халыҡ-ара конкурс лауреаты  
  • Елена Бунделева, сопрано — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы  
  • Андрей Валентий, бас — халыҡ-ара конкурс лауреаты  
  • Оксана Волкова, меццо-сопрано — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған  артисы  
  • Татьяна Гаврилова, сопрано — халыҡ-ара конкурстар лауреаты  
  • Тамара Глаголева, сопрано — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы   
  • Екатерина Головлева, сопрано — халыҡ-ара конкурс лауреаты  
  • Юрий Городецкий, тенор — халыҡ-ара конкурстар лауреаты
  • Владимир Громов, баритон — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған  артисы
  • Александр Кеда, бас — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Василий Ковальчук, бас — Беларусь халыҡ артисы
  • Эдуард Мартынюк, тенор — халыҡ-ара конкурс лауреаты
  • Олег Мельников — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған  артисы
  • Анастасия Москвина, сопрано — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы  
  • Владимир Петров, баритон — Беларусь  халыҡ артисы
  • Ярослав Петров, бас — Беларусь халыҡ артисы
  • Илья Сильчуков, баритон — халыҡ-ара конкурстар лауреаты
  • Елена Сало, меццо-сопрано — халыҡ-ара конкурс лауреаты
  • Татьяна Третьяк, сопрано — халыҡ-ара конкурстар дипломанты
  • Станислав Трифонов, баритон — халыҡ-ара конкурстар лауреаты
  • Илья Мельник, баритон —халыҡ-ара конкурс лауреаты
  • Сергей Франковский, тенор —  Беларусь халыҡ артисы
  • Нина Шарубина, сопрано — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Елена Шведова, сопрано — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Андрей Морозов, баритон — халыҡ-ара конкурстар лауреаты

Опера труппаһының мөдире — Нина Козлова, Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы 

Опера концертмейстерҙары

  • Лариса Толкачева — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Георгий Карант — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы

Балетмейстерҙар

  • Ольга Костель — халыҡ-ара конкурстар лауреаты
  • Александра Тихомирова
  • Юрий Троян — Беларусь халыҡ артисы, театр балеты художество етәксеһе

Балет артистары  

  • Егор Азаркевич — төп сәхнә оҫтаһы
  • Игорь Артамонов — Беларусь халыҡ артисы
  • Марина Вежновец — төп сәхнә оҫтаһы, Беларусь Республикаһының атҡаҙанған  артисы
  • Ольга Гайко — Беларусь халыҡ артисы
  • Константин Героник — халыҡ-ара конкурстар лауреаты
  • Ирина Еромкина — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Денис Климук — төп сәхнә оҫтаһы 
  • Юрий Ковалев — төп сәхнә оҫтаһы
  • Антон Кравченко — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған  артисы
  • Людмила Кудрявцева —  Беларусь халыҡ артисы
  • Екатерина Олейник — халыҡ-ара конкурстар лауреаты
  • Игорь Оношко — халыҡ-ара конкурс лауреаты
  • Анна Фокина — төп сәхнә оҫтаһы
  • Людмила Хитрова — төп сәхнә оҫтаһы

Балет труппаһы мөдире —  Татьяна Шеметовец, Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы

Педагог-репетиторҙар (балет)

  • Людмила Бржозовская —  Беларусь халыҡ артисы
  • Татьяна Ершова — Беларусь халыҡ артисы
  • Александр Мартынов — Беларусь Республикаһының атҡанҙанған сәнғәт эшмәкәре

Балет концертмейстерҙары  

  • Людмила Семёнова — Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Ольга Селочник
  • Екатерина Слободницкая
  • Андрей Раранский

Хормейстерҙар

  • Нина Ломанович — Беларусиь халыҡ артисы, баш хормейстер
  • Сергей Агранович

Рәссамдар

  • Александр Костюченко — баш рәссам
  • Екатерина Булгакова — костюмдар буйынса рәссам

Әҙәбиәт

  • Мушинская Т. М. Валентин Елизарьев. — Мн., 2003.
  • Мушинская Т. М. Гармония дуэта. — Мн., 1987.
  • Смольский Б. С. Белорусский государственный ордена Ленина Большой театр оперы и балета. — Мн., 1963.
  • Смольский Б. С. Белорусский музыкальный театр. — Мн., 1963.
  • Чурко Ю. М. Белорусский балет. — Минск, 1966.

Һылтанмалар

Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
polly234
12 November 2012
tickets are usually sold out for 2 months ahead, but you can come on the day of the show and buy a 2€ no-seat ticket. that means you'll have to stand or sit on the stairs, but there may be free seats
Alpaslan Ertüngealp
3 January 2015
Food at the bar is good and very affordable. If you do jot arrive for opening of the buffet, you may have to wait in the line for long.
Анна Кучеренко
Периодически ходим и на оперу, и на балет, практически всегда восторг. Особенно понравились "Щелкунчик" и "Летучий голландец ". Рекомендую брать места поближе к сцене и не забывать о шампанском!
Irina Divakova
19 October 2014
После ремонта театр действительно поражает. Сохранив все самое лучшее, добавились яркие современные декорации и костюмы. И да, оперу теперь можно читать! Прямо как в Вене. Из минусов - туалет.
Cenker Köse
28 September 2016
Minsk'i yürüyerek keşfediyorsanız, ışık ve önündeki fıskiyenin uyumuyla gün batımına yakın görmeniz gereken bir yer. Zaten yürüyüş turunun son noktası gibi bir konumda olduğu için dediğim zaman gelin.
Юлия Сазонова
17 September 2017
Дешевые билеты, красивый зал,вкусная еда в буфете. Минус-слышно суфлеров на опере волшебная флейта 14/09/17, ещё ниразу ни в одном театре разных стран не видела что бы главный актёр забыл слова. Позор
Load more comments
foursquare.com
8.6/10
Alexander Kurilo, Андрей Гусаров and 34,982 more people have been here
Map
плошча Парыжскай Камуны 1, Мінск, Беларусь Get directions
Thu 9:00 AM–11:00 AM
Fri 9:00 AM–11:00 AM
Sat 4:00 PM–10:00 PM
Sun 5:00 PM–9:00 PM
Mon-Tue 9:00 AM–11:00 AM

National Academic Bolshoi Opera And Ballet Theatre on Foursquare

Беларусь Республикаһының Милли опера һәм балет театры on Facebook

Hotels nearby

See all hotels See all
President Hotel

starting $132

Europe Hotel

starting $162

Buta Hotel

starting $0

Victoria Hotel Monastyrski Minsk

starting $75

Monastyrski Hotel

starting $102

Garni Hotel

starting $66

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Остров слёз

«Остров слез» («Остров Мужества и Скорби») (бел. Выспа Мужнас

Add to wishlist
I've been here
Visited
Кафедральный собор Сошествия Святого Духа (Минск)

Кафедральный собор Сошествия Святого Духа — главный храм белорусского

Add to wishlist
I've been here
Visited
St. Joseph Church, Minsk

St. Joseph Church is a former Roman Catholic church in Minsk, Belarus.

Add to wishlist
I've been here
Visited
Музей кота

Музей кота is a tourist attraction, one of the Музейҙар

Add to wishlist
I've been here
Visited
Palace of the Republic (Minsk)

The Palace of the Republic (Belarusian: Дворец Респу

Add to wishlist
I've been here
Visited
Беларускі дзяржаўны цырк

白俄羅斯國家馬戲團(白俄羅斯語:-{Белару́скі дзяржа́ўны цырк}-)是白俄羅斯的國家馬戲團。1884年,白俄羅斯有

Add to wishlist
I've been here
Visited
Азатлыҡ майҙаны (Минск)

Азатлыҡ майҙаны (бел. Плошча Свабоды) — Минсктың үҙ

Add to wishlist
I've been here
Visited
Victory Square, Minsk

Victory Square (Belarusian: Пло́шча Перамо́гі, Russian: Пло́ща

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Pantages Theatre (Hollywood)

The Hollywood Pantages Theatre, formerly known as RKO Pantages

Add to wishlist
I've been here
Visited
Gershwin Theatre

The Gershwin Theatre is a Broadway theatre located at 222 West 51st

Add to wishlist
I've been here
Visited
Royal National Theatre

The Royal National Theatre (generally known as the National Theatre)

Add to wishlist
I've been here
Visited
Theatro da Paz

The Theatro Nossa Senhora da Paz theater, or simply Theatro da Paz

Add to wishlist
I've been here
Visited
Teatro Guaíra

The Teatro Guaíra Cultural Centre is a state-run cultural

See all similar places