Категория: 1955 йылда нигеҙләнгән тораҡ пункттар
Байҡоңыр (Байконур; ҡаҙ. Байқоңыр, рус. Байконур; ҡаҙаҡса: «бай» — бай, «ҡоңыр» — үҙән) — Ҡаҙағстанда урынлашҡан ҡала. Байконур космодромының административ һәм тораҡ үҙәге. Ҡала һәм космодром бергә Рәсәй Ҡаҙағстандан 2050 йылға тиклем ҡуртымға алған «Байконур» комплексын барлыҡҡа килтерә.
|
Халҡы — 73 127 кеше (2014 йылдың 1 ғинуарына). 2011 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡалала теркәлгән Ҡаҙағстан граждандары һаны 37,1 мең кеше иҫәпләнә.