Банск-Бистрица ҡалаһы замогы (словак. Mestský hrad v Banskej Bystrici) — Словакия дәүләтенең Банска-Бистрица ҡалаһының үҙәгендәге замок-ҡәлғәһе. Хәҙерге көндә Совакияның Банска-Бистрица ҡалаһы замок-ҡәлғәһе — Словакия милли мәҙәниәте ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән һарай булып иҫәпләнә. Банска-Бистрица замок-ҡәлғәһендә ҡаланың бер нисә музейы ғәмәлдә тора.
Банска- Бистрица ҡалаһының үҙәге:
Словакия дәүләтенең Банска-Бистрица ҡалаһының замок-ҡәлғәһе XV быуатта Изге Мария костелы әйләнәһендә барлыҡҡа килгән. Изге Мария костелы ҡәлғәһе тирәләй бастионлы нығытмалар һәм яңы төҙөлөш ҡаралтылары барлыҡҡа килгән. Хәҙерге көндә Словакияның Банска-Бистрица замок-ҡәлғәһе ареалында ҡаланың бер нисә музейҙары эшләп тора, шул иҫәптән бында: