Бачков монастыры (болг. Бачковски манастир, борон «Петрицонский») — Болгария Православие Сиркәүенең ставропигиаль ирҙәр монастыры, ҙурлығы буйынса Риль монастырынан һуң икенсе. Родоп тауҙары төбәгендә Чаи йылғаһының уң яҡ ярында, Софиянан 189 км һәм Асеновградтан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Үҙенең византия, грузин һәм болгар мәҙәниәте традицияларының ғәжәйеп ярашыуы менән данлыҡлы. Бачков монастыры — Болгарияла иң мөһим туристик үҙәк, Болгарияның йөҙ милли ҡаҙаныштары исемлегенә инә.
Успения Божья Матерь Бачков монастырына 1083 йылда византия императоры доместигы грузин сығышлы византия полководецы Григорий Бакуриани һәм уның туғаны Абазий тарафынан нигеҙ һалынған. Григорий Бакуриани монастырҙың типигын (уставын) грек, грузин һәм әрмән телдәрендә шәхсән яҙа, үҙенең грузин сығышы тураһында типиктың беренсе битендә билдәләп үтә һәм уның аҙағында грузин хәрефтәре менән ҡул ҡуя.
Монастырҙа тик иверия (грузин) монахтары ғына йәшәй, был уставта билдәләнгән. Ғибәҙәт ҡылыуҙар грузин телендә алып барылған. Шул ваҡытта был урын византия империяһы составына ингән.
Икенсе Болгар батшалығы ваҡытында монастырҙың һаҡланып ҡалған фрескаларының береһендә мәңгеләштерелгән батша Иоанн-Александр монастырҙы ҡурсалай, XI быуаттан монастырь эргәһендә мәктәп эшләй. Күрәһең, XIV быуатта монастырь ивериялы булып ҡалһа ла, монастырь туғанлығына грек һәм болгар монахтары инә башлай.
Болгарияны төрөктәр баҫып алғандан һуң Икенсе Болгар батшалығының һуңғы патриархы Евфимий Тырновский Бачков монастырына бикләнә, унда яҡынса 1403 йылда вафат була. Монастырь зинданында патриарх үҙенең уҡыусылары менән бергә китап һәм дини эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә.
Ошо ваҡыттан яйлап Болгар Сиркәүенең, шулай уҡ Бачков монастырының эллинизацияһы башлана, монастырь халҡы грек һәм болгар милләтенән булған монахтар менән тулыландырыла, игумен итеп грек йәки болгарҙарҙы ҡуя башлайҙар
1604 йылда монастырь үҙәгендә Изге Троица хөрмәтенә яңы ғибәҙәтхана төҙөлә
XIX быуаттың һуңғы сирегендә, грек-болгар сиркәү бәхәсе киҫкенләшеүе менән бәйле, ике яҡ араһында монастырға хужа булыр өсөн көсөргәнешле көрәш бара. Ул 1894 йылда, монастырь туғанлығы үтенесе буйынса, Изге. Болгар Православие Сиркәү Синоды монастырҙы үҙ ҡарамағына ала.
Төрөк ябырылыуҙарының тәүге тулҡынын кисергәндән һуң, монастырь ҙа башҡа дини учреждениелар яҙмышынан ҡотола алмай һәм XV быуатта талана, ә һуңыраҡ емерелә. Бачковтың рухи тормошоноң тергеҙелеүен XVI быуат менән бәйләйҙәр. 1604 йылда уникаль фрескалар тергеҙелә, улар беҙҙең көндәргә тиклем килеп етә.
Монастырҙа костёл урынлашҡан, уның стеналары квадрат һәм түңәрәк медальондарҙа изгеләрҙең һүрәттәре менән биҙәлгән. Һүрәттәр провинциаль византия сәнғәтенең бер тармағының стилендә башҡарылған. Төп монастырь ғибәҙәтханаһында грузин телендәге яҙыуҙар менән XI быуат Божья Матерь образы һаҡланған. Ҡаршы стена янында 1957 йылда вафат булған Экзарх Болгарский Стефан ята.
Монастырь барлыҡҡа килгәндән алып уның һаҡланып ҡалған өлөшө булып төрбә тора, ул хәҙерге монастырь ҡоролмаларынан 300 м алыҫлыҡта ята. 1604 йылда төҙөлгән Пресвятая Дева Мария соборы Богородицаның «Умиление» Мөғжизәле иконаһы урыны булып тора, ул күп һанлы ғибәҙәт ҡылыусыларҙы йәлеп итә. Урта быуат ҡоролмаларына шулай уҡ Изге Архангел сиркәүен индерергә була, уның цоколь ҡатын милли яңырыу дәүерендәге билдәле болгар рәссамы Зограф Захарий биҙәй. Монастырь музейы 9:00 алып 17:00 сәғәткә тиклем эшләй, һәм үҙенең китаптары, иконаларының бай тупланмаһы, Фридрих Барбаросса ҡылысы менән ғорурлана.