Азатлыҡ майҙаны (Минск)

Азатлыҡ майҙаны (бел. Плошча Свабоды) — Минсктың үҙәк майҙандарының береһе, Беларусь. Свислочь йылғаһының ҡалҡыу ярында урынлашҡан.

Исеме

XVII быуатта майҙан Баҙар, ҡайһы берҙә Яңы баҙар тип атала. XVIII быуатта майҙан Юғары баҙар исемен ала, XIX быуатта — Юғары майҙан, ҡайһы берҙә Үрге баҙар тип атайҙар .

1860-сы йылдарҙа Юғары баҙар яңы исем ала — Собор майҙаны. Тәүге тапҡыр был исем документтарҙа 1866 йылдан башлап күренә башлай. Әммә 1870—1880 йылдар дауамында иҫке исеме лә ҡулланыуын дауам итә.

1917 йылда майҙан Азатлыҡ майҙаны тип үҙгәртелә.

Тарихы

XVI быуат башында ҡаланың административ, сауҙа һәм мәҙәни үҙәге булараҡ барлыҡҡа килә.

1884—1886 йылдарҙа майҙандың үҙәгендә Никитин циркы исеме аҫтында билдәле булған Минск циркының беренсе ағас бинаһы урынлаша, цирк артистарының сығышы һәм театр тамашалары шунда үтә.

1906 йылдың 27 ғинуарында Собор майҙанында революционерҙар И. Пулихов һәм И. Измайлович Минск губернаторы П. Г. Курловҡа һәм полицмейстер Д. Д. Норовҡа уңышһыҙ һөжүм итәләр.

1901 йылдың ғинуарында майҙандың үҙәгендә Минск халҡының ирекле иғәнәһенә төҙөлгән император Александр II һәйкәле асыла. 1915 йылдың сентябрендә, ҡалаға немец ғәскәрҙәре яҡынайғас, бюст постаменттан алына һәм эвакуациялана. Уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 1917 йылдағы революциянан һуң Александр II һәйкәле урынына Минск скульпторы һәм архитекторы О. Краснопольский проекты буйынса «Һалдат-революционер» һәйкәле ҡуйыла. 1918 йылдың февралендә немец оккупацияһы ваҡытында скульптура емерелә. 1921 йылдың 1 майында һәйкәл урынында Минск Советы исемендәге обелиск барлыҡҡа килә. Ҡоролма, моғайын, сифатһыҙ материалдан эшләнгән булғандыр, һуңынан һүтеп алына. 1927 йылда был урында скульптор Абрам Бразер эшләгән Гирш Леккерт һәйкәле ҡуйыла, әммә һуңғараҡ, 1937 йылда, «оло террор» таҙартыу тулҡынында һүтеп алына. 1939 йылда бында фонтан төҙөлә, хәҙерге көнгә тиклем уның фрагменттары һаҡланған.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында майҙан ныҡ емерелә. 50-се йылдар башында ҡаланың үҙәк өлөшөн ҡайтанан планлаштырғанда биналарҙың бер өлөшө һүтеп алына. Майҙан үҙәк майҙан әһәмиәтен юғалта. Яңы үҙәк Бойондороҡһоҙлоҡ проспекты буйынса көнъяҡтараҡ формалаша .

Ансамбль

Майҙанда емерелгәнгә тиклемге күренешендә 2004 йылда тергеҙелгән ҡала ратушаһы тора. Ратуша 1582 йылда төҙөлгән була, артабан бер нисә тапҡыр яңынан төҙөлә һәм 1857 йылда һүтелә. Башҡа иҫтәлекле урын — Пресвятая Дева Мария архикафедраль костёлы (XVIII быуат башы). Эргәлә бернардинсылар монастыры, Каруанһарай, Пшездецкийҙарҙың элекке усадьбаһы һәм сауҙа рәттәре урынлашҡан.

Әҙәбиәт

  • Денисов В. Н.Площадь Свободы в Минске — Мн.: Полымя, 1985. — 79 б.
  • Чарняŭская Т. И., Петросова Е. И.Памятники архитектуры Минска XVII-начала XX в — Наука и техника, 1984. — 150 б.
  • Аникин В. И. Ансамбль Центральной площади и площади Свободы в Минске // Строительство и архитектура Белоруссии. — 1976. — № 4.

Һылтанмалар

Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
Oleg Zharkovsky
6 September 2014
Тут хорошо. Исторический и тусовочный центр города: бары, кафе, скульптуры и архитектурные памятники в большом количестве. Ну, и вообще, должно же быть в стране хотя бы место с таким названием!
Illia Davydulin
2 September 2015
Сердце Минска. Колокол. Церковь. Старинная архитектура. Сохранены традиции старинной культуры. Проводятся массовые гуляния. Очень уютное место для прогулок как днем так и вечером.
Alexandra Timokhina
10 March 2012
Старейшее место в городе. Очень светлое по энергетике (два храма - православный и католический , каждый день звонят колокола. Сквер. Ратуша. Рядом набережная Свислочи и Троецкое. Кафешки, кино. :)
Ирина Зубенко
13 August 2016
Место с незабываемой атмосферой. Ратуша, церкви, кафе, бары, сквер, озеро где можно покататься на катамаранах и посмотреть на уток.
strangezu
25 August 2015
Отличное место для отдыха, для любителей интернета имеется платная точка wi-fi от Белтелекома. В центре стоит стеклянная пирамидка, на месте которой раньше был фонтан 'мальчик с веслом'
Artemiy (Wellwod) Nikitenko
Очень уютное место, много мероприятий проводится именно тут. Рядом бутики, костёл, собор и Ратуша. Сердце Минска.
Load more comments
foursquare.com
7.3/10
12,562 people have been here
Sun 1:00 PM–10:00 PM
Mon 3:00 PM–10:00 PM
Tue-Wed 2:00 PM–10:00 PM
Thu 3:00 PM–11:00 PM
Fri 1:00 PM–11:00 PM

Independence Square on Foursquare

Hotels nearby

See all hotels See all
President Hotel

starting $132

Europe Hotel

starting $162

Buta Hotel

starting $0

Victoria Hotel Monastyrski Minsk

starting $75

Monastyrski Hotel

starting $102

Garni Hotel

starting $66

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Музей кота

Музей кота is a tourist attraction, one of the Музейҙар

Add to wishlist
I've been here
Visited
Пресвятая Дева Мария соборы (Минск)

Пресвятая Дева Мария архикафедраль соборы (бел. Архікафедральны к

Add to wishlist
I've been here
Visited
St. Joseph Church, Minsk

St. Joseph Church is a former Roman Catholic church in Minsk, Belarus.

Add to wishlist
I've been here
Visited
Кафедральный собор Сошествия Святого Духа (Минск)

Кафедральный собор Сошествия Святого Духа — главный храм белорусского

Add to wishlist
I've been here
Visited
Palace of the Republic (Minsk)

The Palace of the Republic (Belarusian: Дворец Респу

Add to wishlist
I've been here
Visited
Октябрьская площадь

Октябрьская площадь is a tourist attraction, one of the Town squares

Add to wishlist
I've been here
Visited
Yanka Kupala National Academic Theatre

National academic theatre of Yanka Kupala (Belarusian:

Add to wishlist
I've been here
Visited
Belarusian National Arts Museum

The National Art Museum of the Republic of Belarus (Belarusian:

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Ҡыҙыл майҙан

Ҡыҙыл майҙан (урыҫ. Красная площадь) — Мәскәүҙең төп майҙаны, ҡал

Add to wishlist
I've been here
Visited
Grand Place

The Grote Markt (·) (Dutch) or Grand Place (French) is the central

Add to wishlist
I've been here
Visited
Plaza de España, Seville

The Plaza de España ('Spain Square', in English) is a plaza in the

Add to wishlist
I've been here
Visited
Piazza del Duomo, Milan

Piazza del Duomo ('Cathedral Square') is the main piazza (city square)

Add to wishlist
I've been here
Visited
Татыулыҡ майҙаны

Татыулыҡ майҙаны (франц. Concorde de la Place) — Парижда үҙәк майҙ

See all similar places