Ареопаг (бор. грек. Ἄρειος πάγος, һүҙмә-һүҙ — «Арес убаһы») — Афиналағы тарихи урын (уба) һәм Боронғо Грецияның власть органы. Йыйындар тап ошо убала үткән
Апостол Павелдың Афина халҡына вәғәз һөйләгән урын (Деян. 17:19-34).
Атамаһын Акрополь эргәһендәге Арес уюаһында үткән ултырыштар урыны буйынса ала. Риүәйәттәр буйынса, был убала Посейдондың улын үлтергән өсөн Аресты хөкөм итәләр. Эсхил икенсе версия тәҡдим итә, уға ярашлы, ҡалҡыулыҡ Афинаны баҫып алған ваҡытта шунда лагерь ҡорған амазонкалар хөрмәтенә атала.
Ҡәбилә ҡоролошо дәүерендә аҡһаҡалдар ҡоро булараҡ барлыҡҡа килгән. Ареопаг билдәләгән һәм һайлаған кандидаттарҙан — элекке архонттарҙан булған ғүмерлек ағзаларҙан торған. Киң сәйәси, суд, күҙәтеү һәм дини власҡа эйә булған. Уға 9 архонт инә. Ареопаг аристократияның, һуңыраҡ — олигархияның терәге була. Уның төп функциялары — закондарҙың үтәлешен күҙәтеү һәм кеше үлтереүгә бәйле судтар.
Афина демократияһы үҫешеү менән ареопагтың власы сикләнә башлай. Эфиальт (беҙҙең эраға тиклем 462 йыл) реформаһы ареопагтың сәйәси власының һиҙелерлек өлөшөн бөтөрә, әммә ҡануниәтте күҙәтеү һәм ҡайһы бер енәйәт һәм дини енәйәттәр буйынса суд үткәреү хоҡуғын ҡалдыра. Антик Афина һуңына тиклем абруйлы власть һәм суд органы булып ҡала.
Эсхилдың «Эвменида» трагедияһында ареопагты ойоштороусы булып Афина тора.