Алёша (һәйкәл, Пловдив)

«Алеша» — совет һалдаты-азат итеүсегәболгар ҡалаһы Пловдивтағы Бунарджик ҡалҡыулығында һәйкәл («Азат итеүселәр ҡалҡыулығы»).

Тасуирлама

Һәйкәл 11,5 метр бейеклектә көнсығышҡа ҡарап торған совет һалдатының тимер-бетон скульптураһынан ғибәрәт. Уның ҡулында — ергә йүнәлгән ППШ.

Скульпторҙары: Вәсил Радославов, Любомир Далчев, Тодор Босилков һәм Александр Ковачев; архитекторы Н. Марангозов һ.б. Һәйкәл 1954 йылда ҡуйылған, 1957 йылдың 5 ноябрендә асылған.

Скульптура 6 метрлыҡ постаментҡа ҡуйылған, сиенит һәм гранит менән көпләнгән. Постамент «Совет армияһы дошманды туҡмай» (авторы Георгий Коц) һәм «Халыҡ совет яугирҙарын ҡаршы ала» (авторы Александр Занков) барельефтары менән биҙәлгән.

Ҙур майҙанда торған монумент янына, йөҙ баҫманан торған баҫҡыс алып бара (авторҙары — Борис Марков, Николай Марангозов, Петр Цветков). Һәйкәлде ҡаланың теләһә ниндәй нөктәһенән дә күрергә мөмкин.

Төҙөлөү тарихы

Пловдив халҡының совет яугирҙәре-азат итеүселәр хөрмәтенә монумент төҙөү идеяһы 1948 йылда уҡ тыуған була. Башланғыс тулыһынса, «аҫтан», халыҡтан сыға, бер ниндәй ҙә «өҫтән» тәҡдимдәр булмай. 1948 йылдың 9 майында совет һалдаттарына һәйкәл төҙөү буйынса Дөйөм ҡала инициативалы комитет булдырыла, уның составына йәмәғәт эшмәкәрҙәре, архитекторҙар, рәссамдар, яҙыусы һәм уҡытыусылар инә. Уны Пловдив хәрби гарнизоны начальнигы, генерал Асен Греков етәкләй. Шул уҡ көндә һәйкәлдең символик нигеҙе һалына.

Бер йылдан һәйкәл проектына конкурс иғлан ителә, унда ун ижади коллектив ҡатнаша. Комиссия ике вариантта туҡтап ҡала: «Ҡыҙыл батыр» һәм «Еңеү», уларҙың авторҙарына эшләп бөтөрүгә бер йыл ваҡыт бирелә. 1950 йылда комиссия Вәсил Радославов етәкселегендәге ижади коллективтың «Ҡыҙыл батыр» проектын һайлай. Буласаҡ һәйкәлдең урынында макетты төҙөү менән ҡайһы бер етешһеҙлектәр асыҡлана. Авторҙарҙың ниәте буйынса монумент өс элементтан торорға тейеш була, әммә күк йөҙө фонында улар ҡушыла, һәм композиция үҙенең матурлығын юғалта. Шуға күрә тик яугирҙе генә ҡалдырырға ҡарар ителә. 1950 йылдың июнендә был вариант раҫлана.

Һәйкәл прототиптары

Һәйкәлдең прототибы булып 3-сө Украин фронтының рота рядовойы Скурлатов Алексей Иванович тора, ул элекке 922-се уҡсылар полкының 10-сы айырым саңғы батальоны уҡсыһы, ҡаты яраланғандан һуң элемтәсе булып күскән. 1944 йылда ул Пловдив-София телефон линияһын тергеҙгән. Пловдивта Алексей Иванович телефон станцияһы эшсеһе болгар Ҡаршылыҡ күрһәтеүҙең ҡатнашыусыһы Методи Витанов менән дуҫлаша. Методи Витанов скульптор Вәсил Родославовҡа Алексейҙың фотоһүрәтен бирә, һәм скульптор был һүрәткә нигеҙләнеп, һәйкәл булдыра.

Һәйкәл һүтергә маташыуҙар

Совет оккупацияһы символы кеүек һәйкәлде беренсе тапҡыр һүтергә маташыу пловдив община советы тарафынан 1989 йылда була. Әммә Пловдив халҡы һәйкәлде яҡлау саралары ойоштора, шул иҫәптән «Алеша» һәйкәле янында тәүлек әйләнәһенә дежур ҡуйыла; урындағы ҡатын-ҡыҙҙар «рус һалдатының» муйынына аҡ һәм ҡыҙыл ептәрҙән үрелгән ғәйәт ҙур мартеница (бетеү) — һаулыҡ һәм оҙон ғүмер символын таға

Киләһе маташыу 1993 йылда була, Пловдив ҡалаһының мэры һәйкәлде һүтеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был ҡарарға ҡаршы Болгарияның унлаған йәмәғәт ойошмалары ҡаршы сыға, ә Болгарияла йәшәгән урыҫ ветерандары төркөмө һәйкәлде юҡ итеү осрағында үҙ-үҙҙәрен шәхси утта яндырыу акты менән янай.

1996 йылда Пловдив община советы ҡабаттан монументты һүтеү ҡарарын ҡабул итә. Был ҡарар округ суды менән юҡҡа сығарыла. Монумент Икенсе донъя һуғышының һәйкәле һәм уны емереү мөмкин түгел тип, Болгарияның Юғары суды һуңғы нөктәне ҡуя.

Пловдив ҡалаһы символы

1966 йылда шағир Константин Ваншенкин һәм композитор Эдуард Колмановский пловдив һәйкәленә арнап йыр яҙа, ул шулай уҡ «Алеша» тип атала. 1989 йылға тиклем был йыр Пловдив ҡалаһының рәсми гимны була.

Шағир Роберт Рождественский шулай уҡ монументҡа үҙенең «Пловдив ҡалаһында һалдат Алеша һәйкәле» шиғырын арнай.

2007 йылдың 5 ноябрендә Пловдивта «Алеша» һәйкәлен төҙөүҙең 50 йыллығына арналған тантана үтә. Был уңай менән 650 дана тираж юбилей маркаһы һәм почта карточкаһы сығарыла. Марка һәм карточка махсус штемпель менән ғәмәлдән сығарыла. Ғәмәлдән сығарыу тантанаһында элемтә һәм информацион технологиялары буйынса дәүләт агентлығы рәйесе Пламен Вачков һәм Пловдив администарцияһы башлығы Тодор Петков ҡатнаша.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Алёша (песня)
  • Памятник Советской армии (София)
  • Список памятников русским в Болгарии
  • Алёша (памятник, Мурманск)
  • Воин-освободитель

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
Euvie Ivanova
20 September 2015
Communist-looking monument on top of the hill. You can hang out on one of the benches or sit on the grass and enjoy the view from the top.
Veneta Lyubenova
27 January 2014
The place represents the greatness of this antique spirited nook. Impacting the ancient flavor of Plovdiv brings so much proudness of being a Bulgarian. Just one word-breathtaking!
Elly Antonova
30 July 2016
after you finally reach the monument there's a beautiful view of Plovdiv :) it's magnificent
Carl Griffin
29 December 2015
Beautiful statue commemorating Soviet sacrifices in liberating Bulgaria from its facist government and Nazis. Fascist elements in the city council have tried to remove it many times.
Lazarina Taneva
18 March 2015
The view is breathtaking
nevena begova
26 April 2016
Има много енергия в себе си
Load more comments
foursquare.com
8.2/10
5,362 people have been here
Fri Noon–1:00 PM
Sat 11:00 AM–9:00 PM
Sun 10:00 AM–10:00 PM
Mon 2:00 PM–3:00 PM
Tue 2:00 PM–3:00 PM
Wed 8:00 AM–9:00 AM

Альоша (Aliosha Monument) on Foursquare

Алёша (һәйкәл, Пловдив) on Facebook

Hotels nearby

See all hotels See all
Boutique Hotel Boris Palace & Restaurant

starting $75

Spacious apartment in the vibrant heart of Plovdiv

starting $64

Bright House

starting $59

Hotel Alafrangite

starting $79

Seven Hills Hotel

starting $43

Plovdiv Guesthouse

starting $9

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Church of the Holy Mother of God, Plovdiv

The Church of the Holy Mother of God (Bulgarian: Църква Света

Add to wishlist
I've been here
Visited
Church of St Constantine and Helena

The Church of St St Constantine and Helena (Bulgarian: Св. Св. Кон

Add to wishlist
I've been here
Visited
Plovdiv Regional Ethnographic Museum

The Plovdiv Regional Ethnographic Museum (Bulgarian:

Add to wishlist
I've been here
Visited
Plovdiv Regional Historical Museum

The Plovdiv Regional Historical Museum (Bulgarian:

Add to wishlist
I've been here
Visited
Red Church (Bulgaria)

The Red Church (Bulgarian: Червена църква, Chervena tsarkva, pro

Add to wishlist
I've been here
Visited
Asenova krepost

Asenova krepost (български. Асенова крепост, 'Asen's Fortress') is

Add to wishlist
I've been here
Visited
Бачков монастыры

Бачков монастыры (болг. Бачковски манастир, борон «Петрицонск

Add to wishlist
I've been here
Visited
Pazardzhik History Museum

Pazardzhik History Museum is a history museum in Pazardzhik, Bulgaria.

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Monument to the Sunken Ships

Monument to the Sunken Ships (Eagle´s column) is a monument in

Add to wishlist
I've been here
Visited
Вечный огонь (Ярославль)

Памятник-монумент «Вечный огонь» — памятник-монумент в честь боев

Add to wishlist
I've been here
Visited
Шаляпин һәйкәле (Өфө)

Ф. И. Шаляпин мәрмәр һәйкәле Өфөлә, Заһир Исмағилев исемендәге д

Add to wishlist
I've been here
Visited
Landungsbrücken

The St. Pauli Landungsbrücken (St. Pauli Landing Bridges), part of

Add to wishlist
I've been here
Visited
The Kitten from Lizyukov Street

The Kitten from the Lizyukov street (Russian: Котёнок с улицы Л

See all similar places