Альберт (ингл. Lake Albert) — Көнсығыш Африкағы күл.
Уганда һәм Конго Демократик Республикаһы сигендә, Көнсығыш Африка рифт үҙәнендә урынлашҡан. Угандала — Ньянца (ингл. Nyanza), Конгола (Заирҙа) 1973—1997 йылдарҙа президент Мобуту хөрмәтенә Мобу́ту-Се́се-Се́ко (франц. Mobutu Sese Seko) тип аталған.
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 615 м. Майҙаны — 5300 км², иң ҙур тәрәнлеге — 58 м.
Яр буйҙары аҙ йырғыланған, башлыса текә; күл төбө яҫы. Альберт күленә Семлики (Эдуард күленән сыға) һәм Виктория-Нил (Виктория күленән сыға) йылғалары ҡоя, Нил (Аҡ Нил) инештәренең береһе Альберт-Нил күлдән сыға. Күлдең көньяҡ өлөшө, Семлики ҡойған урын бик ныҡ һаҙланған. Күлдән көньяҡтараҡ Рувензори һырты урынлашҡан, ә төньяҡ-көнбайыш яр буйҙарында Зәүгәр тауҙар күтәрелә.
Өҫкө ҡатламында һыу температураһы 30 °C-ҡа тиклем барып етә.
Күл балыҡҡа бай (40 төрҙән күберәк: нил алабуғаһы, юлбарыҫ балығы һ. б.). Суднолар йөрөшлө; төп порттары — Бутиаба (Уганда) һәм Касеньи (Конго ДР).
1864 йылда инглиз сәйәхәтсеһе Сэмюэл Уайт Бейкер тарафынан асыла һәм Британия королеваһы Викторияның тормош иптәше Альберт Саксен-Кобург-Готлы хөрмәтенә атала.