«Аквариум» (төр. Istanbul Akvaryum — Аквариюм Истанбул) — Истамбулдағы ҙур океанариум. 2011 йылдың апрелендә асыла һәм Бөтә Донъя зоопарктар һәм аквариумдар ассоциацияһы ағзаһы булып тора. Флорье районында, Стамбулдың көньяҡ-көнбайыш яр буйында, Ататөрк исемендәге Халыҡ-ара аэропорттан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Аквариум 2003 йылда төҙөлә башлай, 2011 йылда төҙөлөп бөтә. Истанбул «Аквариумы» үҙенең күләме һәм балыҡ төрҙәренең күплеге арҡаһында донъя океанариумдары араһында алдынғы урынды биләй. Килеүселәр Ҡара диңгеҙҙән Тымыҡ океан йүнәлешендә һуҙылған ун алты тематик зонаны, шулай уҡ бер тропик урманды үҙ эсенә алған географик маршрут буйынса үтәләр. Аквариумдағы бөтә тере йән эйәләре уларҙың тәбиғи йәшәү мөхитен ҡабатлаған шарттарҙа тотолалар. Океанариум Projects OCEAN халыҡ-ара компанияһы тарафынан эшләнгән.