Карл күпере

Карл күпере (рус. Ка́рлов мост), (чех Karlův most) — Прагалағы Влтава йылғаһы аша урта быуаттарҙа һалынған күпер.

Тасуирламаһы

Күпер Мала Страна һәм Старе Место тигән тарихи урындарҙы тоташтырған урта быуат ҡоролмаһы.

Күпер оҙонлоғо — 520 метр, киңлеге — 9,5 метр. Күпер 16 ҡеүәтле аркаға таянып тора, улар ҡомташтан юнып эшләнгән блоктар менән тышланған. Таш күпер тәүҙә Прага күпере тип аталған, 1870 йылда Изге Рим империяһына императоры Карл IV хөрмәтенә рәсми рәүештә уның исеме менән атай башлайҙар. Уны башлыса дини йөкмәткеле утыҙ скульптура биҙәй.

Тарихы

Күпер Пражский град һәм Старе Место (Старый Город) тигән ике урынды тоташтырып тора. Күпер аша "Королева юлы" үткән, хәҙер иһә Прага марафонын ошонан йүгереп үтәләр.

Күпер менән ҡаланың тарихындағы күп кенә мөһим ваҡиғалар бәйле. Мәҫәлән, 1420 йылда гуситтарға Мала Странаға эләгергә ярҙам итә, ә 1648 йылда шведтар уң ярҙағы Старе Местоға һөжүм итә.Шуға тиклем улар Град менән Мала Странаны яулап алып, талап сыҡҡан була.

Юдита күпере

Юдита күпере — Карл күперенән алдағыһы, 1172 йылда Владислав II һәм уның ҡатыны королева Тюринг Юттаһы осоронда төҙөп, тамамлап ҡуйылған. Күпер Люксембургля Карл IV идара итә башлаған ваҡытта уҡ файҙаланылыуға инә, әммә сауҙа, төҙөлөш һәм ижтимағи үҫеш һөҙөмтәһендә заманса күпергә ихтыяж барлыҡҡа килә. 1342 йылда Юдита күперен һыу баҫа, һәм ул тулыһынса тиерлек емерелә. Аркаларҙың береһенең ҡалдыҡтары Лужицкая семинария, 82 подвалында һаҡлана(Мала Страна)

Яңы күпер

Люксембурглы Карл IV яңы күпер төҙөргә була. Уны Юдита күпере урынында тиерлек төҙөйҙәр. Төҙөлөш 1357 йылдан XV быуат башына тиклем бара. Уны төҙөү Петр Парлержҡа ҡушыла. Күперҙең Старе Место ярындағы башняһын да 1380 йыл тирәһендә Петр Парлерж оҫталары төҙөй.

Легенда буйынса, чех тарихсыһы һәм астрономы Зденек Горский тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, тәүге ташты Карл IV 9.7.1357 иртәнге 5:31 сәғәттә һалған. Был дата һәм ваҡыт астрологтар кәңәше менән һайлап алынған..

Ул ваҡытта магик һандарға бик ҙур әһәмиәт бирелә. Шундай датала һалынған күпер быуаттар буйы торорға тейеш булған.

Риүәйәт буйынса, тап Карл күперенән тоҡ эсенә һалып Чехияла хөрмәт менән менән иҫкә алынған изге Ян Непомуцкий һыуға ташланылған булған.

Изге кеше батҡан урында һыу өҫтөндә йәнәһе 5 йондоҙ ялтырағанын күргәндәр. Шул ваҡыттан алып Непомуцкий баш өҫтөндә биш йондоҙ менән һүрәтләнә. Уны һыуға ырғытҡан урында күпер яндауырына тәре һәм ике баҡыр сөй ҡағып ҡуйылған.

1890 йылдың 2 - 5 сентябрендә ҡот осҡос һыу баҫыу Карл күперенә ҙур зыян килтерә. Ике йыл буйы тергеҙеү эштәре бара, күпер яңынан 1892 йылдың 19 ноябрендә асыла.

1908 йылға тиклем Карл күпере буйынса конка - атлы тимер юл һалынған булған. 1905 йылда электр үткәрелә һәм трамвай йөрөтә башлайҙар. 1908 был маршрут ябыла.

Старо Место күпер башняһы

Старо Место күпер башняһы Старе Место яғына үтеү урыны, атама шунан алып бирелгән. Башня һыу өҫтөндә тора. Бейеклеге Карл күпере кимәленән 47 метр өҫтә. Көньяғынан ҡоролма эсенә баҫҡыстар һалынған. Башня юғары сәнғәт кимәлендә төрлө фигуралы пластика менән биҙәлгән. Көнбайыш башня яғынан үткән юлдағы селтәрле көмбәҙ иғтибарға лайыҡ. Башнянынң ҡыйығы бейек, ул ошондай ҡоролмаларға хас эйәр рәүешле һәм мөйөштәре осло шпилдәр менән биҙәп эшләнгән .

1648 йылда Праганы ҡамаған шведтар башняны биҙәгән бай скульптураларҙы емереп бөтөрәләр. 1848—1849 йылдарҙағы Австрия империяһы болғаныштарында күперҙә баррикадалар төҙөлгән булған.

Мала Страна күпере башнялары

Мала Страна күпере башнялары</div>

</div> </div>

Мала Страна күпере башнялары төрлө ваҡытта төҙөлгән. Тәүгеһе тәпәшерәк, ҡеүәтлерәк, роман стилендә булған, 1591 йылда Ренессанс стилендә үҙгәртеп ҡоролған. Король Йиржи (Подебрадынан) 1464 йылда икенсе, бейегерәк башня һалынған. Стиле һәм архитектура йәһәтенән ул һыу ашаһындағына оҡшаған. Король Вацлав IV осоронда башнялар араһында ҡапҡа төҙөлгән. Күпер буйлап скульптуралар ҡуя башлағансы башнялар берҙән-бер ҡупшылыҡ булған.

Скульптуралар

Барокко осоронда күпер уникаль скульптуралар галереяһы менән биҙәлгән. Уларҙы атаҡлы оҫталар: Матиаш Бернард Браун, Ян Брокоф һәм уның улдары Михал Ян Йозеф һә [Брокоф Фердинант Максимиллиан эшләгән. Күперҙә барлығы 30 скульптура һәм скульптуралы төркөмдәр тора, күпселеге 1683 -1714 йылдар арауығында ҡуйылған. Башлыса улар Прагалағы Милли музейҙа торған төп нөсхәләрҙең теүәл күсермәһе.

Кампаға күпер

Монументаль неоготик баҫҡыс Карл күперенең архитектура комплексының бер өлөшө булып тора, ул туранан-тура Влтава йылғаһындағы Кампа утрауына алып барып сығара. Баҫҡыс 1844 йылда элекке ағастан эшләнгәне урынына төҙөлгән.

Күпер кинола

Карл күпере бик күп фильмдарҙа күренә. Брайан Де Пальманың «Миссия невыполнима» триллерында Карл күперендә геройҙарҙың береһен үлтерәләр. Тим Бёртон төшөргән сәғәт рекламаларында күпер ҡыйыҡ ролен үтәй, унда ролик геройҙары ойпалаша.

Галерея

Иҫкәрмәләр

Категория: Прага
Listed in the following categories:
Post a comment
Tips & Hints
Arrange By:
ℳ????????♍
13 April 2015
Prague's most stunning bridge spans 15"6 arches and is lined with 30 Baroque statues of religious figures. Make sure to rub the statue of St. John Nepomuk to ensure your return to Prague once again!
David Wang
26 August 2014
Beautiful during the day and at night. I woke up early (~6am) and there were no tourists! Very serene, and the sunrise made the whole experience breathtaking.
Victoria S ⚅
13 April 2015
First thing to do in Prague..One of the most beautiful and famous bridge in the world...Many statues to see and take photos.It's better at early morning or at late evening.Pay attention to thieves
Em
2 December 2012
Don't just cross the bridge, go up to the tower. Quite some steps but worth it. The view of Charles Bridge stretched all the way to Castle is stunning! Oh, and it's free on 1st day of advent and on.
Michel Percan
6 August 2015
Perhaps the most beautiful place in Europe, as romantic and mysterious as it can be. Specially perfect under the moonlight and during mist nights.
Janek Rubeš
20 August 2013
Dear tourists, people actually sometimes use the bridge to go from one side to another... Try to keep that in mind...
Load more comments
foursquare.com

Hotels nearby

See all hotels See all
Old Town Square Hotel & Residence

starting $356

Hotel Lippert

starting $141

Grand Hotel Praha

starting $302

Hotel Cerny Slon

starting $117

Dusni Apartments

starting $93

U T?í Bubn?

starting $107

Recommended sights nearby

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Old Town Bridge Tower

Old Town Bridge Tower (Czech: Staroměstská mostecká věž) is a goth

Add to wishlist
I've been here
Visited
Museum of Medieval Torture Instruments

Museum of Medieval Torture Instruments is a tourist attraction, one

Add to wishlist
I've been here
Visited
Peeing men

Peeing men is a tourist attraction, one of the Sculptures in Prague,

Add to wishlist
I've been here
Visited
Kostel Nejsvětějšího Salvátora (Praha)

救主堂(捷克语:Kostel Nejsvětějšího Salvátora)位于布拉格市中心查

Add to wishlist
I've been here
Visited
Lennon Wall

The Lennon Wall is a wall in Prague, Czech Republic. Once a normal

Add to wishlist
I've been here
Visited
Museum Kampa

Museum Kampa is a modern art gallery in Prague, Czech Republic,

Add to wishlist
I've been here
Visited
National Library of the Czech Republic

The National Library of the Czech Republic (čeština. Národní kni

Add to wishlist
I've been here
Visited
National Marionette Theatre

The National Marionette Theatre (Czech: Národní divadlo marionet, N

Similar tourist attractions

See all See all
Add to wishlist
I've been here
Visited
Galata Bridge

The Galata Bridge (in Turkish Galata Köprüsü) is a bridge that sp

Add to wishlist
I've been here
Visited
碓氷第三橋梁 (めがね橋)

碓氷第三橋梁 (めがね橋) is a tourist attraction, one of the Bridges in Sakamoto

Add to wishlist
I've been here
Visited
Rama IX Bridge

Rama IX Bridge is a bridge in Bangkok, Thailand over the Chao Phraya

Add to wishlist
I've been here
Visited
Suramadu Bridge

The Suramadu Bridge (Indonesian: Jembatan Suramadu), also known as the

Add to wishlist
I've been here
Visited
Dom Luís I Bridge

The Dom Luís I (or Luiz I) Bridge (português. Ponte Luís I or Luiz I)

See all similar places